Дуҫлыҡ өсөн сиктәр юҡ12.04.2016
Дуҫлыҡ өсөн сиктәр юҡ Баш ҡалабыҙҙа йәштәрҙең “Төркиҙәр алтыны” тип аталған мәғариф форумы асылды. Уның маҡсаты – милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни хеҙмәттәшлеген үҫтереү. “Конгресс-холл” бинаһындағы тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ федераль власть вәкилдәре, төбәк ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.

Дуҫлыҡ өсөн сиктәр юҡ– Рәсәй – төрки донъяһының бер өлөшө, уның географик һәм тарихи үҙәге, – тине Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов. – Беҙҙәге барлыҡ милләттәр, шулай уҡ БДБ илдәре, башҡа сит дәүләттәр халыҡтары араһындағы дуҫлыҡтың, татыулыҡтың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ватандаштарыбыҙҙың барыһы ла, ниндәй милләт булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға тос өлөш индерә. Өфөлә ойошторолған йыйын ошо изге маҡсатҡа табан етди аҙым булыр, тип ышанам. Илебеҙҙәге милли сәйәсәт тәү сиратта йәш быуындың – киләсәкте хәл итеүселәрҙең – мәнфәғәттәренә йүнәлтелгән.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов форумдың халыҡ-ара кимәлдә үткәрелеүенә иғтибар итергә саҡырҙы. Уныңса, төрки йәштәребеҙ ватандаштары ғына түгел, Таможня союзына ҡараған сит илдәрҙәге тиҫтерҙәре менән дә тығыҙ аралаша алырға тейеш.
Дуҫлыҡ өсөн сиктәр юҡ– Төрки донъя әле булһа үҙенә хас һыҙаттарҙы, берҙәмлеген һәм үҙенсәлеген һаҡлап килә. Был халыҡтарҙың мәҙәниәте Рәсәй цивилизацияһының ҙур бер өлөшө булыуын айырып билдәләргә кәрәк. Был – күп милләтле илебеҙҙең байлығы. Элеккене өйрәнеү менән генә сикләнмәҫкә, тарихты лайыҡлы дауам итергә, үҙебеҙгә яҙырға кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы.
Дуҫлыҡ өсөн сиктәр юҡФорумдың географияһы киң генә: тиҫтәнән ашыу төбәктән 250-ләп вәкил килгән. Белем биреү программаһы тарихи, мәҙәни, социаль һәм иҡтисади блоктарҙан тора. Фекер алышыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға, халыҡ кәсептәрен һәм йолаларын күрһәтеүгә ҙур иғтибар бирелә.
Сара 16 апрелгәсә барасаҡ. Уның программаһында йәш ҡунаҡтар өсөн Өфө буйлап сәйәхәт, төрлө лекциялар, тренингтар ойоштороу ҙа ҡаралған. Йыйында ҡатнашыусылар шулай уҡ социаль проекттар төҙөйәсәк.




Вернуться назад