Бураҡаевтар ижады – китапта08.04.2016
Өфөлә күптән түгел асылған “Самрау-Медиа” нәшриәтендә Бураҡаевтар ғаиләһенең әҙәби ижады тупланған үҙенсәлекле китап донъя күрҙе. Уға башҡортса биш хикәйә ингән.

Улар — Зөһрә Бураҡаеваның чечен һуғышы хаҡындағы “Һөйәл”, Гөлнур Бураҡаеваның аҡылға зәғиф ауыл егетенең ситтән килгән ҡыҙға һөйөүе хаҡындағы “Нөнө өсөн ләләләр”, Илгизәр Бураҡаевтың (Илгизәр Диҡҡәттең) боронғо башҡорттарҙа туғанлыҡ ептәренең көс-ҡеүәте тураһындағы “Башҡорт көсө”, Мәрйәм Бураҡаеваның Һамар далалары башҡорто Әбдрәшит Сәфәровтың Лев Толстойҙың һеңлеһе Вера Толстаяға мөхәббәте хаҡында һөйләгән “Дала моңо” һәм Диҡҡәт Бураҡаевтың бар донъяны таң ҡалдырған ғилми асыш хаҡындағы “Теш матдәһе” фәнни-фантастик хикәйәһе. Китапты рәссам Таңсулпан Бураҡаева биҙәгән. Ошонда уҡ уның дүрт әҫәренең репродукцияһы ла индерелгән.
Проекттың авторы, билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева әйтеүенсә, китап сығарыу идеяһы күптән тыуған. Тиҙҙән ул урыҫ телендә лә донъя күрәсәк. Яңы китапты авторҙарҙан һатып алырға мөмкин.




Вернуться назад