Яҙыусы Лира Әхмәт-Яҡшыбаева — өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған яҙыусы. Ул мәктәп уҡыусыларының яратҡан уҡытыусыһы ине, ә хәҙер китап уҡыусыларҙың яратҡан әҙибәһенә әүерелде. Мәктәптә эшләгән йылдарында матбуғатта тәрбиәүи темаға яҙған мәҡәләләре менән сығыш яһай торғайны. Көнүҙәк темаларҙы күтәреп, уҡытыусылар күңелен арбаны.Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, образлы хикәйәләре менән беҙҙең йөрәктәрҙе яуланы. Лира Әхмәт-Яҡшыбаева был турала: “Бына, ниһайәт, ҡулға ҡәләм алырға форсат тейҙе. Ғүмерем буйы тупланған күңелем йәдкәрен, рухи хазинамды әҫәрҙәрем аша кешеләргә өләшәм. Йәшәү мәғәнәмде шунда күрәм”, — тип яҙҙы.
Урал аръяғы халҡы араһында оло абруй, киң билдәлелек яулаған арҙаҡлы шәхес, әүлиә, табип, хәҙрәт Мөжәүир Уйылдан улы Сиражетдинов тураһындағы тәүге китабы халыҡ өсөн иҫтәлекле ваҡиға булды. Һәр кем уны һатып алырға, үҙендә булдырырға теләне. Икенсе китабын да көтөп алдыҡ. Әйткәндәй, ул ошо көнгәсә халыҡ ҡулынан төшмәй, ҡат-ҡат уҡыһаң да, тәүгә ҡулға алған кеүек, аҙағына етмәйенсә айырыла алмайһың, сөнки: “Мәңгелек мөхәббәт, изгелек, еребеҙгә һөйөү тураһындағы яҙмаларым күңелемдән ап-аҡ ҡағыҙ битенә тамсы булып тама”, — ти әҙибә. Л. Яҡшыбаева әҙәбиәт донъяһында үҙ юлын, үҙ темаһын тапты. Бығаса бер ҡәләм оҫтаһы ла тотонмаған ҡалын сиҙәм ҡатламын аҡтара ул.
Мәшһүр шәйех Зәйнулла ишан, Муллаҡай әүлиәһе Ғабдулла Сәиди, оло дин әһеле Мөхәммәтсабир Ғәбделхалиҡ улы Халиҡов, Әбйәлил ишан, Шәмсетдин хажи һәм башҡаларҙың тормош юлдарын бәйән иткән яҙмалары барлыҡҡа килде. Иҫ киткес ҙур эшкә баҙнат иткән һәм башҡарып сыҡҡан Лира Әхмәт ҡыҙы. Күрәһең, изгеләр үҙҙәре ярҙам итәлер, күңеленә бирәлер.
Халыҡта “илгә таян”, “ил төкөрһә, күл була” тигән әйтемдәр йөрөй. Халыҡ хәтеренән берәмтекләп йыйып, әүлиәләрҙең тормошон яҡтыртты ул. Былай тип әйтеү, яҙыу ғына анһат. Бөтә ҡатлам уҡыусылары үҙ итеп, ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ образдар ижад итеү өсөн күпме көс, белем, тел байлығы, эҙләнеү кәрәк!
Әҫәрҙәрҙең йәлеп итеү көсө әҙибәнең үҙе яҙған әүлиәләрҙе ысын күңелдән тәрән ихтирам итеүендә, халыҡҡа дини, әхлаҡи тәрбиә бирергә теләүендә. Күпме боронғо һүҙҙәр, күпме доғалар менән таныштыра ул. Доғалар ябай түгел, ер, күк, тел асҡыстары. Килеп киткән изгеләребеҙҙе онотмаҫҡа саҡыра, сөнки әҙибә: “Был беҙгә, тереләргә, яңылышмай хаҡ юлдан барыу өсөн кәрәк. Ҡараңғы төндә күктәге йондоҙҙарға ҡарап, диңгеҙҙә барыр юлды тоҫмаллаған карап кеүек, хаҡ юлды табырға һәм тайпылмайса шул юлдан барырға тейешбеҙ”, — ти.
Л. Яҡшыбаева әҫәрҙәре яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа, изгелеккә өндәй. Яҙыусы тормоштоң, донъяның аҡ яҡтарын ғына күрә һәм уларҙы матур һүҙҙәр менән тасуирлай. Был әҫәрҙәрҙе күҙ йөрөтөп кенә уҡып булмай, яйлап төшөнөп, уйланып, һоҡланып уҡырға кәрәк.
Ысынлап та, Башҡортостан — әүлиәләр иле. Һәр ауылда тип әйтерлек әүлиә ерләнгән зыярат бар. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Шүлкә ауылында Йылайыр тауы аша үткәндә, ололар балаларҙы: “Шауламай ғына атлағыҙ, был тауҙа әүлиә ҡәбере бар”, — тип тыя торғайны. Хәҙер уны ауылдың имам-хатибы Раев Юламан Лоҡман улы кәртәләп ҡуйған. Ә унда кем ятҡаны билдәһеҙ, өлкәндәр белгәндер, уны һорашып ҡалыу башҡа ла инеп сыҡмаған. Йәки ҡайһы бер ауылдар тураһында “ҡотһоҙ төбәк, унда әүлиәне үлтергәндәр йәки уның ҡәберен ҡәҙерләмәйҙәр, шуға был ауыл фатихаһыҙ” тигән һүҙҙәр ҙә халыҡ араһында йөрөй.
Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның башҡорт халҡының изге кешеләре тураһында әҫәрҙәрен уҡып сыҡҡас, күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уяна, йәшәүгә көс арта. Изге кешеләрҙең тормош юлдары менән уҡыусыларҙы таныштырып, яҙыусы үҙе лә изгелек эшләй.
Авторҙың “Минең ижадым да бер саҡ, башҡа изгеләрҙең эшенә ҡушылып, ерҙәге әшәкелек, бысраҡлыҡ, монафиҡлыҡ, тәкәбберлек кеүек насар күренештәрҙе йыуып ташларҙай ҙур көскә әүерелер, иншаллаһ!” тигән һүҙҙәре менән тамамлайым Лира Әхмәт-Яҡшыбаева әҫәрҙәре менән һоҡланыуымды.