Иплелеккә ни етә!!!29.03.2016
СССР тарҡалыу менән үҙ машинабыҙҙа Ҡаҙағстанға барғайныҡ. Ике ил сигендә бер ябай будкала пограничниктар ултыра булып сыҡты. Ҡаҙағстан һалдаттары, үҙ-ара украинса һөйләшәләр. Машина номеры менән документтарыбыҙҙы яҙып алдылар, “тыйылған нәмәләр алмағанһығыҙмы?” тип һоранылар – бар тикшереү шул булды. Аҙаҡ “йәшлек” гәзитендә яҙып сыҡҡайным, ҡола ялан уртаһына Хужа Насретдин килтереп ҡуйған
ишек кеүек таможня тип. Артабан сиктәр үтә алмаҫлыҡ була башламаһын инде, тип тә ҡуйғайным. Бер нисә йылдан йәнә шул юл аша үткәндә бик ҙур ангар, ауыр тимер ҡапҡа һәм ҙур ғына бина күрҙек. Был инде Хужа Насретдин ишеге түгел, былай ғына үтеп китә алмаҫлыҡ “ҡытай диуары” ине.
* * *
Айгиз Баймөхәмәтовтың телефонын урлағандар. Уның менән яҙышыуҙан:
– Бик йәл шул, туғаным. Иң йәле – юғалған номерҙар... Тағы бер нәмә – юғалған телефонда кемде нисек яҙғанһың әле. Берәйһен ишәк тип яҙып ҡуйған
булһаң, тотоп шылтыратып, үҙенән “Һин ишәкме?” – тип һорап ҡуйһалар!
– Исемдәрҙе ипле генә яҙырға тырышам былай. Ә ишәктәрҙе исемлектә тотмайым. – Ҡайһы саҡ ишәктәр ҙә кәрәк булып ҡуя шул, зарураттан тоторға тура килә. Былай мин дә исемдәрҙе ипле яҙам ул. Телефон ысынлап юғалып ҡуйһа...
* * *
Сайттарҙа ваҡыт-ваҡыт япондың хокку, танка стиленә эйәреп урыҫ телендә яҙған шиғырҙар килеп сыға. Көлкө инде, малай! Нисек кенә тырышһа ла, ул автор япон булмаясаҡ, шиғыры аңға тейешенсә үтеп инә алмай, сөнки һәр халыҡтың күңеле — үҙе бер йоҙаҡ, һәм уның асҡысы тик
үҙенеке генә. Башҡа халыҡтарҙың шиғриәтен маҡтау менәнме ни – япон, имеш, ҡытай, имеш, башҡа, имеш! Булһын уларҙыҡы шәп!
Беҙҙең үҙ ҡомартҡыбыҙ бит иҫ китмәле! Етмәһә, һәр образыбыҙ сәпкә генә барып тейә! Ҡытайҙыҡы нисек матур булмаһын, ул – башҡалар күлдәге!
Төрки донъяһы шиғриәте оҫталыҡ, зирәклек, тәрән аҡыл йәһәтенән кешелектең алтын хазинаһы бит ул! Етмәһә, ул беҙгә ген кимәлендә тәьҫир итә. Шуға ла, имеш, алға китеш тип башҡаларға оҡшарға тырышыуҙы асылыбыҙға хыянаттай ҡабул итәм. “Һайыҫҡан булып атлап ҡарайым тип ҡарға үҙ йөрөшөн онотҡан” тигән мәҡәлебеҙҙәге кеүек. Ҡытай ҙа, япон да үҙенекен бер модаға ла ҡарамай дауам итеүе арҡаһында көслө. Заманында уларға өҫтән ҡараһалар, хәҙер бына күҙгә салындылар, сөнки үҙенә башҡа, үҙенсәлекле!
* * *
Хәҙер боронғо кейемдәре беҙҙе “аһ” итеп ҡараған ише, шиғриәтебеҙ ҙә һоҡланғыс. Ә шиғриәт кейем ише генәме! Ул бит – милләттең рух сағылышы! Кейемебеҙ генә түгел, әҙәбиәтебеҙ ҙә үҙ итебеҙҙән булыуы менән ҡиммәт! Донъябыҙҙы ир йөрәкле ҡатындар тота (ир бөтмөшлө тип уйлай күрмәгеҙ).
* * *
Ҡөрьәндә пәйғәмбәр ҡатындарына бөркәнергә ҡушылған, ундала рисаләт еңеүгә 20 йыл үткәс, йәғни Ислам дине ғәрәп ярымутрауында ныҡлы урынлашҡас. Шуға тиклем бик күптәр Исламда икәнен йәшереп, эстән генә инанып йөрөгән, кейем менән күрһәтмәгән, сөнки мөслимә ҡатындарҙы ҡыйырһытыу булған. Бөгөнгө менән сағыштырғанда ла шул хәл – әлегә яулыҡлыларҙы террорсы итеп күреү бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Башта беҙгә мосолмандарҙы яҡшы яҡтан күрһәтеп, артыбыҙҙан эйәртерлек итеп йәшәргә кәрәк әле. Рухи яҡтан! Тап шуның өсөн киленемде лә, ҡыҙымды ла яулыҡ ябынырға мәжбүр итмәйем. Эске яҡтан ныҡ булһындар, таҙа булһындар. Яулыҡлы ҡыҙҙарҙы үҙен шартлатырға, кеше үлтерергә Ислам дошмандары ебәрҙе. Беҙ хәҙер шуның эҙемтәһен күрәбеҙ. Сабыр итеп, мосолманлыҡтың хаҡ дин икәнен күрһәтергә тейешбеҙ. Еңмешләнеп яулыҡ ябынып йөрөү менән генәме ни! Бары яулыҡ менән һаҡал-түбәтәйгә ҡайтып ҡала мосолмандар тормошо яттар өсөн. Дин өсөн көрәштәре лә шул яулыҡ өсөн дәғүәләшеүгә ҡайтып ҡала. Ә Исламдың асылы шул ғынамы ни?
* * *
Аҡҡоштарҙың тәпәйе ҡап-ҡара. Ҡулдары эштән ҡурҡмаған сибәр ҡыҙҙарға оҡшатам мин уларҙы.
Рубриканы Гүзәл
СИТДИҠОВА алып бара.


Вернуться назад