Шөкөр, бына миңә лә 90 йәш тулды. Йөҙгә табан йөҙ тотоп китеп барам. 90 йәшемә бағышланған юбилейымды Башҡортостанда бик матур итеп үткәрҙеләр. Мине “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнеләр. Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың фатихаһы менән билдәләнгән юбилей сараларым иҫ китмәле матур ойошторолдо.
Иң тәүҙә 2 ноябрҙән алып 8-енә тиклем Башҡортостан театрҙарында ҡуйылған пьесаларымдың фестивале булды. Был фестивалдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Әхмәтзәки Вәлиди Туған” тигән тарихи драмамды, Салауат башҡорт дәүләт драма театры “Зәйтүнгөл”, “Ете ҡыҙ”, “Сейәле тау” пьесаларын Өфөгә алып килеп, баш ҡалабыҙ тамашасыларына күрһәтте. Фестивалдә шулай уҡ “Нур” татар дәүләт театры “Һыу юлы” комедияһын, ә Туймазы татар дәүләт драма театры “Рәйсә+Фәйзи” исемле пьесам буйынса ҡуйылған спектаклде күрһәтте.
Башҡорт академия драма театрында уҙғарылған ижади кисәм ҙур, матур мәҙәни ваҡиғаға әйләнде. Театр залы тамашасы менән шығырым тулы ине. Президент Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың ошо кисәгә килеп, күкрәгемә орден тағыуы тамашасыларҙа йылы тәьҫир ҡалдырҙы. Юбилей кисәһен Башҡорт академия драма театры етәксеһе әҙерләгәйне. Премьер-министр Азамат Илембәтовтың күрһәтмәләре буйынса матди ярҙамдың тейешле кимәлдә булыуы ла кисәнең һәйбәт үтеүенә булышлыҡ иткәндер, моғайын.
Тағы ла шуны әйтәм: минең тормош юлыма, ижадыма бағышлап, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ҙур күләмле, юғары художестволы телевизион фильм әҙерләп күрһәтте. Авторы — яратҡан журналисыбыҙ, күп матур телетапшырыуҙар авторы Зилә Байсарова. Быға тиклем Салауат театры, юбилейыма бағышлап, Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда үҙенең гастролдәрен ойошторғайны. Театр унда “Сейәле тау”, “Ете ҡыҙ”, “Зәйтүнгөл” тигән әҫәрҙәрем буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе күрһәтте. Улар Кәрим Тинчурин исемендәге йәштәр театры бинаһында үтте. Театр залдары тамашасы менән тулы ине. Мине ҙурланылар, хөрмәт иттеләр, әҫәрҙәрем өсөн рәхмәт әйттеләр. Телевидение аша ла сығыш яһаныҡ, яҙыусылар менән осраштыҡ. Әҫәрҙәремдә уйнаған Ҡазан артистары ҡулымды ҡыҫты, миңә иҫәнлек-һаулыҡ теләне, рәхмәт әйтте. Бер аҙнаға һуҙылған был байрам минең өсөн бәхет миҙгелдәре бүләк итте.
Юбилей сараларымда Башҡортостандың гәзит-журналдары — “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Өмет”, “Йәшлек”, “Йәншишмә”, “Ағиҙел”, “Һәнәк” һәм “Тамаша” баҫмалары әүҙем ҡатнашты. Ижадыма бағышлап әҫәрҙәремде нәшер иттеләр, иптәштәремдең миңә ҡарата яҙылған йылы тойғоло яҙмаларын баҫып сығарҙылар. Юбилейҙан тыуған яғым, тыуып үҫкән ерҙәрем — Баҡалы районы ла ситтә ҡалманы, унда ҙур ижади кисә үткәрелде. Билдәле ғалимдар, сәнәғәт һәм сауҙа өлкәһендә эшләгән күренекле, данлыҡлы шәхестәр — барыһы ла ҡайтҡайны. Тыуған ауылым Аҡманда башланған һәм Баҡалының район үҙәгендә үткәрелгән был юбилей кисәһендә үҙемә яңы рухи көс, ижади ҡомар алдым.
Йомғаҡлап шуны әйткем килә: ауыр, болғауыр заманда йәшәһәк тә, беҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙҙа кешенең яҙмышы, булмышы, эше һаман да юғары баһалана. Быларҙың барыһы өсөн кемгә рәхмәтлемен? Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовҡа, театр етәкселәренә, гәзит мөхәррирҙәренә, Яҙыусылар союзына, Мәҙәниәт министрлығына, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә һәм, әлбиттә, яратҡан тамашасыларыма, яҡташтарыма ҙур рәхмәтлемен.
Нәжиб АСАНБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.