Байрамғолдар бейемәйенсә түҙмәй30.03.2016
Байрамғолдар бейемәйенсә түҙмәй Быйыл “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. “Байрамғол” совхозы директоры итеп Әҙһәм Шәрәфетдинов тәғәйенләнгәс, унда үҙешмәкәр сәнғәт киң йәйелдерелә башланы. 1964 йылда Белорет ҡалаһында зона смотрында байрамғолдар беренсе урынды алды. Бындай һөҙөмтәгә өлгәшеүҙә Фатима Солтанова менән Әлфиә Мөхәмәтханованың өлөшө ҙур булды. Ошо данлыҡлы ансамблдең тарихы хаҡында Луиза Фархшатова “Ләйсән” – шифалы ямғыр” тигән китап яҙҙы.

1966 йылдың ҡышында Уральск ҡасабаһына Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәскәров килде. “Ләйсән” ансамбле бейеү­селәренә тәүге дәрестәрҙе ул ҡасабаның иҫке клубында бирҙе.
Февраль айында беҙҙе Наурыҙ ауылы клубына күсерҙеләр, сөнки ул күпкә иркенерәк ине. Көслө буран арҡаһында автомобиль үтә алмағас, ауылға Фәйзи Әҙһәм улын егеүле санала килтер­ҙе­ләр. Шулай итеп, кисәге тракторсылар, малсылар, комбайнсылар, һа­уынсылар, быҙау ҡараусылар, бухгалтерҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре оло энтузиазм менән бейеү хәрәкәттәрен өйрәнергә тотондо. Әйткәндәй, тәүҙә физик һәм рухи яҡтан еңелдән булманы, ҡайһылары ауырлыҡҡа түҙмәй баш тартты. Иртәнсәк – хор, аҙаҡ коллектив, соло бейеүҙәрен өйрә­неү, ғөмүмән, иртәнге сәғәт 9-ҙан алып киске 6-ға тиклем эшләргә кәрәк. Фәйзи Әҙһәм улы үтә талапсан, әммә ғәҙел етәксе булды, ул бейеү ҡуйғанда йәштәрҙең һәләттәрен һәм характерын тотоп алып, оҫта файҙалана ине.
Анастасия Аллаярова, Нина Бухтиярова, Рима Ғилманова, Любовь Косогорцева, Дилбәр Мәхмү­това, Мөбәрәк Сибәғәтуллин, Ҡасим Хәлилов, Урал Ильясов, Зөл­фиә Кирәева, Мөршиҙә Абдра­заҡова – ансамблдең беренсе бейеүселәре. Ҡайһы берҙәренең исем-шәрифтәре хәтерҙә ҡалмаһа ла, улар менән бергә эшләү мәлдәре күңелдә һаҡлана.
Шул уҡ йылда “Юлдаш” ансам­бле тәүге исеме, йырсылар, ҡурай­сылар һәм башҡа һәләтлеләр менән берлектә Башҡорт дәүләт филармонияһында отчет концерты менән сығыш яһаны. Тамашаны Рәшиҙә Солтанова алып барҙы. Беҙҙең өсөн был ҙур уңыш булды.
1968 йылдың декабрендә Куйбышев ҡалаһында үткән үҙешмә­кәр сәнғәт коллективтарының зона смотрында “Юлдаш” бейеү ансамбле, 25 минутлыҡ “Беҙҙең байрам” сюитаһы менән сығыш яһап, лауреат исемен яуланы. Ошо уңыштан һуң коллектив, Әбйәлил, Белорет, Учалы райондары тамашасылары алдында сығыш яһап, төбәктә мәҙәни кимәлде күтәреүгә ҙур өлөш индерҙе.
Бер ваҡиға иҫтә ҡалған. 1966 йылда мине хәрби хеҙмәткә алырға тейештәр ине. Директор Әҙһәм Шәрәфетдинов хәрби комис­сарҙан саҡырылышты кисек­тереүҙе һораны, сөнки мине алмаш­тырырлыҡ бейеүсе юҡ ине. Шулай ҙа бер йылдан әрмегә алдылар. 1968 йылдың көҙөндә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттым. Мине Куйбышевтағы смотрға алып киттеләр. Ҡайтып килгәндә сов­хоздың эшселәр комитеты рәйесе Үзбәк Ғибәҙәтов хәрби комиссар генерал Таһир Кусимовҡа алып инде. Унан отпускынан мәжбүри һуңлауымды дәлилләүҙе үтенде. Кусимов Учалылағы хәрби комиссар Соковҡа шылтыратып, “ауырыу сәбәпле тотҡарланды” тигән белешмә яҙып бирергә ҡушты. Ошо ҡағыҙ булмаһа, әрмелә дисциплинар батальон, йәғни төрмә көтөр ине. Ә мин бит ансамбль менән республика данын яҡлап йөрөнөм.
Районыбыҙҙағы һәләтле кеше­ләр оло ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Ошондай йәштәрҙе күрә белгән етәксебеҙ булыуы икеләтә шат­лыҡлы. Тәүге осрашыуҙа Фәйзи Ғәскәровтың “сәнғәткә халыҡ эйә” тигән һүҙҙәренә үҙебеҙ ҙә төшөндөк. “Ләйсән”дә йөҙләгән кеше бейене. Бейеү байрамғолдар өсөн үҙенә күрә йәшәү рәүешенә әүерелде. Ансамблдән етәкселәр ҙә үҫеп сыҡты: Әлфиә Мөхәмәтова, Венера Ҡустыбаева, Миҙхәт Алсынбаев, Ғәлимйән Хилажев, Рәзинә Хәзиева, Рәйес Низаметдинов.
Миҙхәт Алсынбаев етәкселе­гендәге ансамблдең бөгөнгө репертуары бай һәм башҡарыу яғы­нан юғары кимәлдә. Ул “Ләй­сән”дең ижадына һәм үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Иң тәүге соло-сығыш – “Еңеүсе бейеүе”н Фәйзи Әҙһәм улы минең өсөн ҡуйғайны. Аҙаҡтан икенсе образда Миҙхәт өсөн, сөнки характерҙарыбыҙ төрлө ине.
Мин ансамблдең тәүге бейеү­селәренең береһе булыуым һәм уның үҫешенә өлөш индерә алыуым менән сикһеҙ ғорурланам. “Ләйсән” бейеүселәре артабан да тамашасыларҙы оҙаҡ йылдар шатландырыр, һоҡландырыр әле.






Вернуться назад