Милләт ҡото – Салауат30.03.2016
Батырын юҡһынған башҡорттоң
Елберләне елгә еләне.
Толпарының ялҡайынан тотоп,
Хәйерле күк юлы теләне.
Балтик буйҙарында айғыры
Йәшен йәшнәгәндәй ажғырҙы.
Салауаттың тимер бығауы
Ташҡа тейеп йәшнәп сыңғырҙы.
Ер һелкенде тояҡ сапсыуынан,
Диңгеҙ тулҡындары тулҡынды,
Ҡоршау сынйырҙары өҙөлдө,
Толпар ярһып алға талпынды.
Халҡын яҡларға тип ҡалҡандай,
Тауҙар емерерлек орандай,
Өндәп халҡын ул азатлыҡҡа,
Ерҙәремә, тип, оронмағыҙ,
Үҙаллылыҡ бир тип башҡортҡа,
Килеп баҫып Иҙел ярына,
Ҡоллоҡ хөкөмөнән арына.
Һыңар ҡолаҡҡайында алҡа,
Эй ялтырай ҡояш нурына.
Ҡамсат бүреккәйе башында,
Аты баҫты ташы ҡырына.
Уң ҡулына ҡамсыһын тотоп,
Һәйкәл ҡалҡты иле һағына.
Бөҙрә болоттарға олғашып,
Хайран ҡалып туған халҡына.
“Ирек!” – тип яуға сапҡан батыр
Еңеп ҡайтты бөйөк Уралға.
Еңелмәҫ ирекмән бөркөт
Батыр рухы йәшәй уларҙа.
Юлай улы ҡыйыу Салауат –
Милләт ҡотом – һеҙҙән батыр юҡ!
Азатлыҡ символы – Салауат,
Ҡитғаларҙа һиңә тиңдәр юҡ!
Батша ҡыҙы кеүек
Тыуғанмын мин өс тағанда –
Баймаҡ, Бөрйән сигендә.
Әйтерһең, беҙ бер туғандар
Уралҡайҙың битендә.
Бөҙрә таллы Һаҡмарым
Аға-һөйләй моң-зарын.
Тыңлап та үтте таңдарым
Һандуғасы йырҙарын.
Йом(о)ро ҡулсаға алған
Тимәшәү, Ҡуһаилым.
Һалдаттарҙай һаҡлап торған,
Һай, тауҙарың, Уралым!
Һаҡмарым, һыуың балмы ни?
Күк үләнең балаҫмы?
Төштәремә төнөн инеп,
Һағыныуҙы баҫамы?
Ҡоралайҙай сабып үҫтем,
Батшаның ҡыҙы кеүек.
Көслө елдәр булып иҫәм,
Сәләм еткергән кеүек.
Донъяның байы мин икән –
Йылға, күл һәм тауҙарым.
Шул байлыҡтан айырмаһын,
Үтенәмен, Хоҙайым!
Һаҡмар башы... Һаҡмар һыуы...
Бар уйым – уның буйы.
Балалары ситкә киткәс,
Һағышлы уның уйы.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы.
Ләйсән
(Сонет)
Ләйсән! Ләйсән яуып үтте бөгөн!
Хәтерләтеп алыҫ ҡалған көндө.
Ер өҫтөнән йыуҙы ҡыштың йөгөн,
Ҡырҙар йәшелләнеп, йым-йым көлдө.
Оҙон керпектәрең наҙымы ни —
Аҫылынған ямғыр ҡаурыйҙары.
Иренемә һарҡҡан тамсылары —
Тел осҡайыңдың татымы ни!
Яҙ мәлкәйҙәре етте инде:
Иҫтәремдән һис сығармаҫ һине,
Яҡты тойғоларға ҡанат ҡуйып.
Көҙгө ынйыҡта ла
күҙ алдымда,
Ҡышҡы сасҡауҙа ла
уйҙарымда:
Фиғелеңде белер яҙҙы уйып.
Юғалдың
(Сонет)
Һылыу ҡыҙҙы, әйтсе, кем эҙләмәй,
Ә мин уны тик бер осраттым:
Башҡа һылыуҙарға күҙ аттым,
Күңел матурлығын күрә белмәй.
Ябай ине ул ҡыҙ...
Йөҙө уйсан,
Үтә моңһоу ине күҙҙәре...
Шундай ихлас, асыҡ һәм һынаусан...
Һөйөп ҡарай ине үҙҙәре
Ҙур һөйөүе булған ҡуйынында,
Төпһөҙ аҡыл — күҙе нурында...
Шул һылыуҙы тәүҙән яраттым.
Һәр яҙ һайын ләйсән яуып үтһә,
Шул күҙҙәрҙең нуры балҡып китә,
Тик эҙҙәрен күптән юғалттым.
Ынйыҡта
Декабрҙә көндәр йә буранлап,
Йә һепертмә елдә осондо,
Ҡара көҙҙөң сүп-сарҙарын ҡаплап...
Ынйыҡ мәлдә ниңә бошондом?
Таңға – тынлыҡ. Аяҙ. Тәпәш ҡояш
Һәм аҡ ҡарҙан күҙҙәр ҡамаша.
Танһыҡ хис түгеллеген тоям.
Нимәгә һуң сарсап һаташам?
Аҡман-тоҡман ҡупҡан күкрәгемдә,
Һине бер күрергә уҡталып.
Әйтсе! Ҡайһы юлдар һиңә илтә?
Осам, һағышыма атланып.
Шул тиклем дә зарыҡтырыр икән
Йәшлегемдең ап-аҡ хатаһы!
Бүтән сара күреү булдымы икән?
Был һорауҙың юҡ шул толҡаһы.
Рафаэль ҠӘҘЕРҒӘЛИН.
Өфө районы.
Үкенесем
(Сонет)
Ниңә инде һинән арындым?
Тормош юлым һаман этте ары.
Беҙ бит бер йылғаның ике яры
Хушлашҡас та, мәңге һағындым.
Ғүмер үрҙәренән өндәшәм:
Йылдар бер миҙгелдәй уҙһалар ҙа,
Өмөттәрем күптән туҙһалар ҙа,
Һин атлайһың һәр көн йәнәшә.
Һағыштарым дауыл булып ҡупһа,
Таяу була балаларым, тупһам.
Мин күҙ йәштәреңде эсәм услап...
Һаҡлай алмағанға һөйөүеңде,
Үкенесем, ғәфү ит үҙемде!
Сәләмем дә һиңә бара һуңлап...