“Илде тотҡан телем бар...”29.03.2016
Борон-борондан халыҡта йыйылып, ырыуҙың, ҡорҙоң әхүәленә бәйле төрлө мәсьәләләр хаҡында кәңәш-төңәш итеү, ололарҙың нәсихәтен тыңлау йолаһы булған. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән “Быуындарҙы ялғап быуындарға, илде тотҡан телем, һүҙем бар” исемле шиғриәт кисәһе ошондай йыйынды хәтерләтте.

Халыҡ-ара туған телдәр һәм Шиғриәт көндәренә арналған кисәне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ойошторҙо. Кеше тормошонда туған телдең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Халҡыбыҙҙың быуаттар буйы туплаған ғилеме, тормош тәжрибәһе, әхлаҡи-этик нормалары тап тел аша бирелә. Үҙебеҙҙе халыҡ булараҡ һаҡлау өсөн иң тәүҙә телде юғалтмау кәрәклеген һәр сығыш яһаусы билдәләп үтте.
Рухиәт байрамында Башҡортостан­дың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кин­йәбулатов, шулай уҡ билдәле һүҙ оҫталары Таңһылыу Ҡара­мышева, Фәнил Күзбәков, Гөлнур Яҡупова, Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Дамир Шәрәфетдинов ҡатнашты.
Кисәгә әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡан йәш шағирҙар ҙа саҡырылғайны. Денис Ғилманов, Айгөл Йәмилева, Таңсулпан Рә­сүл һәм Зарина Бағышаева халыҡҡа үҙҙә­ренең тос фекерҙәрен еткерҙе. Баш­ҡортос­тандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, билдәле шағирә Йомабикә Ильясованың, йәш шағирҙарға өлкән быуын әҙиптәре исе­менән мөрәжәғәт итеп, халыҡҡа, баш­ҡорт әҙәбиәтенә арымай-талмай хеҙмәт итергә саҡырыуы, уларға Мостай Кәримдең китабын аманат булараҡ бүләк итеүе айырым бер мәғәнәгә эйә ине.
Кисәне музыкаль яҡтан һәләтле баянсы Илшат Яхин биҙәне, Башҡортос­тандың халыҡ артистары Флүрә Кил­дейәрова, Азат Айытҡолов, Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәров, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Париж, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры солисы Гүзәл Үмәрғәли­наның сығыштары йәнә сағыулыҡ өҫтәне. Алып барыусылар – Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Буранбаева һәм Илдар Ғүмәров – уҡыған шиғырҙар, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыла­рының Рауил Бикбаев һәм Рәми Ғарипов шиғырҙарынан әҙерләнгән композиция­һы, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге уҙғарған шиғыр һөйләүселәр конкурсы еңеүсеһе Ләйсән Йәнекәеваның сығышы бер кемде лә битараф ҡал­дырманы.
Мифтахетдин Аҡмулла исемен­дәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университе­тындағы Башҡорт филологияһы факуль­тетының “Ете ырыу” бейеү ансамбле башҡарған дәртле бейеүҙәр, Башҡортос­тан дәүләт аграр университеты студенттары Дилбәр Фәйзиева, Альберт Әф­ләтунов, Алмас Кинйә­булатов ишеттер­гән “Башҡортмон” йыры рухиәт байрамын тағы ла йәнлерәк, күркәмерәк итте.
Сарала шиғриәт кисәһенең режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова “Башҡорт телендә һөйләшәм”де йырлағанда (Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Мөхәррәм Сәлимов ижад иткән) бөтә зал күтәреп алды. Тамаша залының йәш быуын вәкилдәре менән шығырым тулы булыуы күңелдә яҡты өмөт сатҡылары ҡалдырҙы.
Тамашаны ҡараған ваҡытта шағир Хәсән Назарҙың: “Тел – халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Бик тә ҡәҙерле нәмәне хазина тиҙәр. Ул берәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын, көмөш – ер байлығы. Ә тел – халыҡ байлығы. Ул быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған”, – тигәне хәтергә килде.




Вернуться назад