Төбәгебеҙ ауылдарында халҡыбыҙ кәсептәрен дауам иткәндәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Ҡолсоранан Рауза Ғафарова йәш кенә сағынан балаҫ һуға. Был шөғөлгә ул өләсәйҙәренән өйрәнә. – Атайымдың әсәһе – Зәлифә өләсәйем балаҫ һуғыуҙың барлыҡ нескәлектәренә төшөндөрҙө. Әсәйемдең әсәһе, Мәрзиә Латипова иһә үҙенең станогын бирҙе. 1960 йылдан алып балаҫ һуғам, әҙер тауарымды һатам. Әбйәлил, Ейәнсура, Бөрйән райондарынан, Өфө ҡалаһынан да алыусылар бар. Ҡыҙ оҙатҡан ғаиләләр ала. Элек бит буяулы еп булманы. Йөндө иләп, үҙем буяп ала торғайным. Хәҙер генә уның ниндәй генә төрө, төҫө юҡ. Рәхәтләнеп һуғырға була балаҫтарҙы, – ти Рауза Шәрифулла ҡыҙы.
Рауза Ғафарова ошоға ҡәҙәр 110 балаҫ һуҡҡан. Уңған инәй тегеү, сигеү, бәйләм менән дә шөғөлләнә. Ул һәр саҡ һабантуйҙарҙа әүҙем ҡатнашып килгән. Үҙе һуҡҡан балаҫтар, сигеүле таҫтамалдар, бәйләнгән япмалар менән тирмәләрҙе биҙәй. Үҙе теккән башҡорт милли кейемдәрен дә күргәҙмәгә ҡуя.
Ҡашмау, селтәр кеүек биҙәүес әйберҙәрҙе әҙерләү өсөн күпме оҫталыҡ, тырышлыҡ кәрәк! Бының өсөн Рауза Шәрифулла ҡыҙы төрлө йылдарҙа Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
– Балам, үҙеңә бер һөнәр булыр, тип атайым быйма баҫырға ла өндәне мине. Тәүҙә риза булмайыраҡ йөрөһәм дә, аҙаҡ бүләсәрем Диләгә бәләкәй сағында быйма кәрәк булғас, Түбәнең пимокатныйына барып өйрәндем.
Рауза Шәрифулла ҡыҙы тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татый. Ғүмер буйы колхозда эшләгән: төҙөлөштә, бесәндә, ырҙында... Бер үҙе ике бала – улы Уралды һәм ҡыҙы Әнисәне – ҡарап үҫтергән. Яңғыҙына ауыр булһа ла, бирешмәгән.
– Әсәйем яғынан өләсәйем әйтмешләй, балаларымды башҡаларҙан кәм-хур итмәйем тип, ике аяғымды ат, ике ҡулымды ҡамсы итеп көттөм донъяны. Ауыр булды, шулай ҙа уларға лайыҡлы тәрбиә бирергә тырыштым, аяҡҡа баҫтырҙым. Хәҙер улар үҙҙәре лә өлкәнәйеп, өләсәй-олатай булып ултыра. Минең биш ейән-ейәнсәрем, һигеҙ бүлә-бүләсәрем бар. Уларҙың үҫкәндәренә ҡыуанып, шатлыҡтарын уртаҡлашып, дәрт алып йәшәйем.
80-гә инеп барған Рауза инәй әле лә яратҡан шөғөлөн ташламай. Беҙ барғанда уны станок янында тап иттек. Уның етеҙ ҡулдарына күҙ эйәрмәй, төрлө төҫтәге ептәрҙән иһә хеҙмәтенең емеше – сағыу балаҫ хасил була.
Эшле кешенең тормошо ла көйлө. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Рауза Шәрифулла ҡыҙы ваҡытын яратҡан шөғөлө менән үткәрә. Төрлө төҫкә мансып, балаҫтар һуғыу – үҙе бер сәнғәт, ижад, күңел сағылышы. Ҡулдарың ғына талмаһын, инәй!