Мәскәү һаҡсыһы
Әхсән ағай Бабичевҡа.Йөҙгә етергә лә күп ҡалмаған
Ут-һыуҙарҙы үткән яугиргә,
Ә ул уйнай әле гармунында
Ҡайыштарын элеп яурынға.
Бер ҡат күлдәктән ул. Иҙеү асыҡ,
Мәскәү яны
Ҡарҙарында ятып сыныҡҡан,
Баш ҡаланы һаҡлап алышҡанда
Йөҙө тимер кеүек тутыҡҡан.
Йылдар монарында ҡалған көйҙәр
Привалдарҙы иҫкә төшөрә,
Һалдат йәнен йыуатҡан шул моңдар
Күҙ йәш булып битте бешерә...
Гармунды ул үҙе әсир иткән,
Өйрәтмәгән уны бер кем дә.
Хәҙер гармун – уның яуҙаш дуҫы
Моңланмайса тормай бер көн дә.
Уйна, Әхсән ағай, уйна әйҙә,
Һин уйнаһаң – хәтер уяна.
Ут эсендә уйналмаған көйҙәр
Яңғыраһын әле урамға.
Мәскәү. Парад.
Донъя күҙе баҡҡан
Етмеш йыллығына Еңеүҙең.
Трибунала тормаһаң да,
Той һин
Мәскәү һаҡсыһы тип үҙеңде!
Бирмәҫ тамағы(Аҡназар иҫтәлеге)
Хеҙмәттәшем Йомағәле
Сайпановты һағынып.
Атамаңда – аҫабалыҡ,
Милли ғорурлыҡ,
Дошманға бирмәй ереңде
Һаҡлап торорлоҡ!
Үҙ ереңә хужа булыу –
Ҡанун борондан.
Бәлки, шулай булғандыр ул
Егет ҡоронда.
Ярһып, ташып, тулап, шашып
Яр белмәгәнһең,
Аҫау айғырҙай сапсынып,
Баш бирмәгәнһең...
Кисеү бирмәҫ йылға булмаҫ
Беҙҙең халыҡҡа.
Кисмәгән ниндәй даръялар
Яуҙан ялыҡмай?!
Һыуын бирмәҫ (боҙҙай һыуыҡ!),
Кисеү бирмәҫ (ҡаты ташҡын!) –
Ниндәй йылғалыр?..
Ауылы ла ҡыҙын бирмәҫ,
Ҡыҙын ҡыҙғаныр...
Бирмәҫйылға тамағында
Иң хозур донъя.
Һаран! –
Һыуын үлсәп кенә
Һаҡмарға ҡоя...
Күстәнәс“Күстәнәскә ҡорот, май ал”, – тине
Киткәнемдә әсәй ҡалаға.
Асыҡмаҫымды ла белә, әммә
Ризыҡ менән сыҡһын, ти, бала.
“Аҙыҡлының аты арымаҫ”, – тип
Әсәй һалды майын-ҡоротон.
Юҡҡа ғына әйтмәгәндәр икән
Ауыҙ ғына һыуын ҡоротоп:
Сыҡҡан саҡта ир-ат яу юлына
Ҡуржынында алған ҡорот-май...
Тәғәйенен генә алған улар,
Ил, йорттоң да ҡотон ҡоротмай.
Ҡаҡланған ит, ҡаҙы, ҡурҙағын да
Эремсеген, талҡан... башҡаһын
Ауыҙынан өҙөп биргән халҡым,
Тик һау ҡайтһын ир-ат башҡайы...
Ҡунаҡ ҡайтмаҫ беҙҙән күстәнәсһеҙ...
Мин дә алам майын-ҡоротон.
Рәхмәт инде, туғандарым, тимен,
Ауыҙ ғынам һыуын ҡоротоп...
ҠотҠурҡҡанмын мин… бомба шартлауынан
Һуғыш барған саҡта тыуғанда,
Тертләгәнгә микән һәр шипкерттән,
Аҡ ҡурғаштан аҡ ҡот ҡойғандар.
Ҡот ҡойғанда тимер сеүәтәгә
Ут ҡурғаштан төшкән аҡ болан.
Шул аҡ болан мине ғүмер буйы
Әйҙәп бара тоғро, хаҡ юлдан.
Ҡотло бала булдым үҫкәнемдә –
Төпкөл ауыл, тимәй яҙмышым
Алып китте ғилем юлдарына,
Асылғандыр шунан булмышым.
Ҡотло атай булдым, ир еткәндә –
Йөҙөм ҡыҙартманы ҡыҙҙарым,
Кескәй саҡтарында – наҙҙарым да,
Буй еткергәс – һүнмәҫ ҡуҙҙарым!
Ейән-ейәнсәрҙәр сыға юлға –
Мин уларға – өлгө-олатай,
Тылсым донъяһынан
Ҙур тормошҡа
Ҡот-бәрәкәт теләп оҙатам.
Кисерелде ҡотһоҙ мәлдәрҙе лә:
Атай ауҙы. Нигеҙ ҡороно.
Ауыл бөттө…
Ҡайта ауылдаштар
Зыяраттан табып урынын…
Шатлыҡ сәсеп, бәхет урыр мәлем,
Баҙыҡ баҫып, ғорур киләмен.
Милләттәштәремдең был донъяла
Ҡотло булыуҙарын теләйем.
Күҙҙәрендә ҡот бар матурҙарҙың,
Ә матурҙар күп ул арала!
Киләсәкке быуындарҙың ҡото
Бына бөгөн һеҙҙән ярала.
Эй кешеләр!
Ҡотло булайыҡсы!
Ҡот ҡотҡара золом, рәнйештән;
Бер-беребеҙҙе, зинһар, һаҡлайыҡсы
Тел-тештән дә нахаҡ-әрнештән…
Ҡот ҡойғандар миңә бала саҡта,
Шунан алып хәҙер мин ҡотло:
Әсәм,
халҡым,
телем,
ерем менән
Мин ырыҫлы, рухлы һәм утлы!
Асҡын осҡондарыЯрһыу яҙҙа, яҙғы был ярһыуҙа
Ташҡын ярып килдек Асҡынға.
Тарих менән Заман осрашҡанға
Йөрәккәйем тулай, ашҡына.
Танып ташҡан, ашҡан ярҙарынан,
Бәйһеҙлектән юйған үҙәнен.
Киңлек хисе, хистәр киңлегенән
Йырламайса нисек түҙәрһең?!
Йырым йыра тарих шырлыҡтарын,
Тәфтиләүгә уҡтай ҡаҙала,
Һөйәнтөҫкә килеп бер һөйәлһәм,
Һағыштарым бер аҙ тарала.
“Фажиғәне онот!” – тиҙәр талдар,
“Йырға ҡушыл!” – тиҙәр яҙҙарым.
Нисек онотаһың?! –
Ғазап сыңы
Ҡанатында ҡайта ҡаҙҙарҙың.
Тертләй күңел:
Асҡын дуҫтарымдың
Күҙҙәрендә осҡон йылтырай;
Ишетәм дә:
Сарыс тулҡынында
Шәһиттәрҙең өнө ҡалтырай…
Нахаҡ яндырылған ауылдарҙың
Асмандарға ашҡан балҡыуы.
Һүнмәй хәтер-осҡон –
Һәр быуындың
Күҙҙәренә күсә ялҡыны…
АйсбергҒәзим Шафиҡовтың яҡты иҫтәлегенә.
Һин киткәс тә яҡты донъяларҙан
Бушап ҡалды Ленин урамы.
Урам ғына нимә?! –
Тынып ҡалды
Рухиәттең ярһыу ораны.
Булмышыңда ҡылыс йөҙлө һыҙат –
Түҙемһеҙлек! –
Тормош-алҡыштан,
Күп һүҙлектән,
Күңел һүрелеүҙән,
“Кәкре ҡайын”,
“Ярыҡ ялғаш”тан...
Яратманың бөгөлөп-һығылыуҙы,
Тәбиғәтте белдең кисерә.
Тыуған ерең бар Ер шары ине,
Әйләнде ул Урал-күсәрҙә.
Етеҙ күсәр ише эй ашыҡтың
Тиҙерәк эшкә – хискә сумырға.
Ижад уты баҫты йән ғазабың,
Бунтарлыҡтан өҫтөн сығырға.
Сыңғыҙ хандың күләгәһе һиңә
Ғүмер буйы тынғы бирмәне.
Һин дә уның кеүек: тыштан ябай,
Ә асылың – айсберг дәүмәлле.
Ижадыңда күрәм сыңғыҙханлыҡ:
Камиллыҡҡа яҡын бөйөклөк,
Рухыңдағы юғарылыҡ менән
Холҡоңдағы ҡыҫыр көйөклөк.
Оло яуаплылыҡ йөкмәп,
Аллаһ
Һынағандыр һине түҙемдә.
Һынманың һин:
Ап-аҡ айсберг
Донъя даръяһында гиҙеүҙә...
КИСЕРӘМ Ни тип башларға ла булмай белеп,
Был аңлашыу түгел еңелдән.
Дуҫ түгелдәр көтмәй аңын-тоңон,
Әйтәсәктәр: “Ә, был еңелгән!?.”
Ҡул сапһындар, әйҙә, кәрәк икән,
Бот сабып та, әйҙә, көлһөндәр,
Һеҙҙе яратмаған ят хистәрем
Ошо көндән ятып үлһендәр!
Мин хистәрһеҙ ҡалмам –
Буш урынға
Аҡ-пак хистәр килеп ҡунырҙар,
Асыу бөтөр унда бөтөнләйгә,
Яҡшы уйҙар оя ҡорорҙар.
Үпкәм бөттө миңә таш атҡанға,
Күҫәк күтәргәнгә юҡ үпкәм.
Бынан улар ҙа бит ғазап сиккән,
Күңелдәрен ҡырған был үткән.
Кемдәргәлер асыу тотоп йәшәү
Ҡалмаған бит миңә атамдан.
Кешеләр бит фани был донъяла
Азат түгел гонаһ, хатанан.
Әр, низағтар, күңел китешеүҙәр
Йыйылғандыр ғүмер буйына.
Ҡылғандарға хаҡ ҡайтарыу кемдең
Инеп сығыу тейеш уйына?
Батша тиклем әле батшалар ҙа
Башҡаларҙан ғәфү үтенгән.
Ә мин фәҡирегеҙ, ябай кеше –
Мин дә һеҙҙән ғәфү үтенәм!
Кемдәрҙелер һаҡһыҙ ҡыйырһытһам,
Рәнйеүҙәрен үҙемә күсерәм.
Бинахаҡҡа мине рәнйеткәндәр,
Ярлыҡайым һеҙҙе – кисерәм!
Байтаҡ икән әле ҡайтараһы –
Күрше хаҡы, Алла хаҡы бар…
Ғүмеремдең етәм түбәһенә,
Кисерһәм дә һеҙҙе хаҡым бар!..
Ураҙай(Әҫәрҙән өҙөк)
Ураҙайҙа йәшәй яҡташтарым,
Тик Илештә түгел, далала,
Хәйбулланың иң сик бөгәлендә,
Таналыҡтың хозур буйында.
Ул Ураҙай батыр хөрмәтенә
Аталған бит халыҡ телендә.
Ураҙайға ошо тыныс төбәк
Ожмах йорто булып күренгән.
Атаһына – Һабыр* ҡартҡа — әйтеп,
Шул урынға килеп йәйләгән,
Ураҙайҙың “Йәйге йорто” яйлап
Ҡышҡы утарға ла әйләнгән.
Сикһеҙ дала, балыҡ тулы йылға,
Мал көтөргә ҡулай тибендәр…
Бүребайҙар: “Алыҫ, ҡырыҫ дала…” –
Тағы әллә нимә тиһендәр,
Ураҙайҙың яуап әҙер:
“Был ер
Бик уңайлы йылҡы тибенгә,
Йәйен – ҡымыҙ,
Ҡышын бар ҡаҙыһы…
Андыҙ үҫкән ерҙә — атҡа ырыҫ,
Ирәүәне – ирҙең аҙығы…”
Киң дала тип тормай,
Ҡурҡмай-өркмәй
Йәшәгән бит бында затыбыҙ
Ике йөҙ йыл элек.
Бөгөн шундай
Батырҙарҙы эҙләп табығыҙ!
Сал далала бөгөн өйөр-өйөр
Йылҡы үтмәй инде дөбөрҙәп…
Иген ҡырҙары буш…
Ураҙайҙың
Нәҫелдәре йөрөй Себерҙә…