Шиғри биҙәктәр23.03.2016
Автобуста ҡаршы ултыра
Башҡорт апай.
Ҡараштарын ҡуйыр ғына
Урын тапмай.

Тиктомалға рәтләштерә
Итәктәрен,
Һике аҫтына йәшермәксе
Итектәрен.

Шәл аҫтынан сыҡҡан сәсен
Ипләп ҡуя.
Моңһоуланып, әллә ниҙер
Иҫләп ҡуя.

Ҡарап барам уға мин дә,
Башҡалар ҙа.
Тәүге тапҡырҙыр ҙа әле
Баш ҡалала.

Тартыналыр былай көн дә
Елмәгәнгә.
Һүрәт ише һөйкөмлөлөгөн
Белмәгәнгә.

Автобуста ҡаршы ултыра
Башҡорт апай.
Ҡараштарын ҡуйыр ғына
Урын тапмай.
Яҙ
Буран йырып атлаһам да,
Һиҙәмен.
Күңел менән күптән яҙҙа
Гиҙәмен.

Яҙ һулышы инде ерҙә,
Һауала.
Ҡар ҙа хатта яҙғы булып
Яуа ла!

Ҡаршы килгән ҡараштарҙа
Сағыла:
Яҙ яҙлығын итә беҙҙә
Тағы ла.
Бәхет
Ысҡынып осорға торған
Шар һымаҡ,
Күңелем әллә үҙенә
Тар һымаҡ.

Юҡ кеүек тә, бер арауыҡ
Бар һымаҡ,
Тотам тиһәң, иреп төшөр
Ҡар һымаҡ.

Тоймағанда донъялығы
Зар һымаҡ...
Шуны һорап әллә был йән
Ярһымаҡ?..

Яратыу бар
Осраҡлы осрашыу,
Осраҡлы хис.
Тик һөйөү осраҡлы
Түгелдер һис.

Мин һине күптәнән
Беләм кеүек,
Ләйләнән, Мәжнүндән
Киләм кеүек.

Донъяны, ғаләмде
Ҡосҡом килә.
Йондоҙҙар янында
Осҡом килә.

Талпынам, талпынам,
Ҡанатым пар.
Был ерҙә шундайын
Яратыу бар.



Вернуться назад