Булды заманалар: әҙәбиәт донъяһындағы “самиздат” тигән төшөнсәгә Һөнәрсенең Өйрәнсеккә булған ҡарашы йәшәп килде. Йәнәһе, кемдең ҡулынан килмәй, шул ғына бындай “өйрәнсеклек” юлына баҫа. Баҫмаларға дәүләт монополияһы булған халәттә, әлбиттә, үҙ белдегең менән китап йә брошюра сығарырға баҙнат итеү һәр яҡтан әр утына тотола ине. Әле яңыраҡ ҡына ла үҙнәшер юлы менән баҫылған, авторҙары тарафынан таратылған китаптар “әҙәмгә” һаналманы, авторҙар ҙа, китаптар ҙа ҡаты тәнҡиткә эләгә торҙо. Сәбәптәре лә булғандыр инде, күрәһең. Һәр хәлдә, “Китап” нәшриәтендә әйберҙәрҙе баҫмаға әҙерләү өсөн тотош система булдырылған: ҡулъяҙманы алдан тикшереү, мөхәррирләү, биҙәү һәм нәшерләү... Тураһын әйткәндә, эшкә ашмаҫтай әйберҙе лә кәнфит итеп сығарыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар бында. Талаптар ҙа юғары, әлбиттә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, илебеҙҙәге демократия һәм асыҡлыҡ тулҡынына эйәреп, кешеләргә үҙаллы китапсыҡтар сығарырға мөмкинлектәр асылды. Ул ваҡытта үҙҙәре сығара алған брошюраларҙы үҙҙәре халыҡҡа таратып йөрөгән яҙыусыларҙы хәтерләйем әле. Улар китап тип аталыуҙан алыҫ, совет заманында йәшереп эшләп таралған, тыйылған авторҙарҙың әҫәрҙәре ише генә ине. Бәлки, үҙнәшер тигән китапсыҡтарға кире ҡараш тап шул сифат арҡаһында яралғандыр ҙа. Ә ул арала дәүләт нәшриәттәренең темпланы һаман тарая килеп, хатта билдәле авторҙарға ла халыҡ көтөп алған әҫәрҙәрен дә сығара алмай башлаған көндәр килеп еткән икән. Ҡыҫҡаса әйткәндә, дәүләт матбағаһы көрсөккә килеп терәлде.
Шулай итеп, китап баҙарын байытыу, халыҡҡа әҙәби әҫәрҙәр сығарыу өсөн үҙнәшергә көн ҡалды. Быны иң тәүҙә Яҙыусылар союзында аңланылар, шикелле. Һәр хәлдә, нисәнселер съезда үҙнәшер менән сығарылған китаптары булған авторҙарҙы ла ағза итеп алыу мәсьәләһе күтәрелде һәм ыңғай хәл ителде. Унан, заманса технологиялар килә башлау менән, үҙнәшер баҫмаларҙың сифаты ла ярайһы уҡ күтәрелде, хәҙер уларҙы дәүләт типографияһыныҡынан айырып булмай. Әлбиттә, автор үҙе китабын сығарыуға яуаплы ҡараһа. Өҫтәүенә Ҡазан, Ырымбур кеүек сит ҡала типографияларында китап баҫтырыу Өфө полиграфкомбинатынан күпкә арзаныраҡ та, ә сифаты яҡшыраҡ та булып сыҡты.
Ә өйөндә ултырған компьютерға тейешле программалар ҡуйып, китап әҙерләүҙең барса нескәлектәрен дә өйрәнеп алған шәхси “нәшриәттәр” бихисап булып китте – аҡсаң ғына булһын. Хәйер, аҡса күп тә кәрәкмәй икән был эшкә: бер арыу ғына китаптың үҙҡиммәте 100 һум самаһына төшә, уны автор үҙе таратып, шул хаҡҡа һатһа (уртаса китап хаҡы), аҡсаһын кире ҡайтарып ала икән. Ә яртылаш эшһеҙ ултырған типографиялар ул китаптың тиражына әллә ни әһәмиәт бирмәй, хет 50 дана, хет 1000 дана булһын, станок ҡына буш тормаһын.
“Китап” нәшриәтендә сығара алмай ятҡырған ҡулъяҙмалар бик күбәйеп киткәс, дәүләт иҫәбенә бер яҙыусыға 5 йылға бер китап тигән лимит билдәләгәйнеләр. Уныһы ла үтәлмәй, әлбиттә. Бына ошо ваҡытта үҙнәшер тигән нәмә ярҙамға килә лә инде. Ысынлап та, әллә сығыр, әллә сыҡмаҫ китабыңды көтөп ултырғансы, үҙең баҫтырыу сараһын уйлау яҡшыраҡ түгелме? Һыуҙан ҡотҡарыу – батып барыусының үҙенең эше, тигән һымаҡ килеп сыға инде был. Ләкин был бер кем тарафынан да сикләнмәгән дә, көйләнмәгән дә ҙур баҙарҙа ла шаҡтай ҡаршылыҡтар тыуа икән.
Әйтеүемсә, китап баҫтырыу әллә ни ҡыйын эш түгел – эшһеҙ ултырған типографиялар, шәхси нәшриәттәр ҙә күп. Һәр рәссам бер китапты арыу ғына итеп биҙәп, нәшерләп бирә ала. Типографиялар, ғәҙәттә, ярты хаҡын ғына алдан һорай. Бының өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт, лицензия-фәлән кәрәкмәй. Һис юғы үҙемдең китабымды дуҫтарға бүләк итер өсөн бер нисә дана эшләтеп алдым, тип ҡотолорға мөмкин. Студенттар диплом эштәрен төпләтеп алған һымаҡ. Мәсьәлә ул тиражды аҙаҡтан нисек таратып һатып, аҡсаһын кире ҡайтарыуға ҡайтып ҡала, сөнки дәүләт нәшриәттәрендә сығарылған китаптарҙы ла республика буйлап таратыу системаһы күптән юҡҡа сығып, тергеҙергә маташыуҙар һөҙөмтә бирмәне. Почтаның нисек эшләүе барыһына ла мәғлүм. Шуның өсөн үҙнәшерселәргә әлегә тиклем берҙән-бер юл – үҙ китаптарыңды артмаҡлап, Өфөлә үткән төрлө саралар алдынан кешеләр алдына сығып, потенциаль һатып алыусыны ауларға, өгөтләргә, күндерергә ҡала. Был ысулдың икенсе яғы – үтә әрһеҙлектең кире ҡараш тыуҙырыуында. Физика законы буйынса, һәр баҫым шунса уҡ кире баҫым тыуҙыра. Шуға ла үҙең өгөтләп йөрөп һатыу, беренсенән, бигүк әһәмиәтле түгел. Икенсенән, улай йөрөп күпме генә тарата алаһың инде.
Ә һорау бар! Минең күптән һатылып бөткән “Йәшел байлыҡ” тигән китапты бөгөн ҡайҙа барһам да таптыралар, тик ул хәҙер үҙемдә лә ҡалманы. Былтыр мин үҙнәшер ысулы менән тағы бер китап сығарҙым, тик бына таратып йөрөргә ваҡытым да, форсат та юҡ. Шуға уны редакцияға килгән кешеләргә генә тәҡдим итергә тура килә. Ярай, китап һөт түгел, әсеп өлгөрмәҫ, ул бер йылда ғына түгел, биш йыл эсендә таралһа ла зыян түгел һымаҡ. Дөйөм алғанда, республика буйлап йөрөгәндә, шул күҙгә ташлана: китап уҡыусы кәмемәгән, мәсьәлә тик ул китапты тәғәйен уҡыусыһына алып барып еткереүҙә.
Үҙнәшер тигән төшөнсә бөгөн беҙҙең әҙәбиәт донъяһында һәм баҙарында ныҡлап ерегеп, унда лайыҡлы урын алды. Хәҙер исемдәре билдәле булған яҙыусылар ҙа, “Китап” нәшриәтендә сират көтөп тормай, үҙҙәренең китабын үҙҙәре сығарыуҙы ҡайғырта. Башлап яҙыусыға йә билдәһеҙ авторға был йәһәттән ауырыраҡ, сөнки уларға алдан үҙенең кемлеген, китабының ниндәй икәнлеген һәр кемгә бик оҙаҡ тәфсирләп аңлатып йөрөргә кәрәк. Бында үҙнәшер генә түгел, “үҙреклама” ла талап ителә. Ҡырҡтартмасыға әйләнмәй сараң юҡ. Ә исеме билдәле яҙыусының китабын яратҡан уҡыусыһы үҙе эҙләп йөрөй.
Үҙнәшер баҫмаларҙың йөкмәткеһе һәм эстәлеге – бөтөнләй башҡа мәсьәлә. Уныһы айырым өйрәнеү һәм тикшереү талап итәлер. Уларҙы һалым өлкәһе нисек баһалай һәм ҡылыҡһырлайҙыр – уныһы ла айырым һорау, сөнки күпселектә ул китаптарҙы лицензиялау, ниндәйҙер рөхсәт алыу кеүек нәмәләр юҡ бит, кем нисек булдыра ала, шулай бөтөрөлә. Яҙыусы һәм журналист булараҡ, мине уларҙы баҫмаға әҙерләү мәсьәләһе генә борсоуға һала, сөнки китап тигән төшөнсә үҙ эсенә бик күп ярайһы уҡ ҡатмарлы һәм оҙон эштәр сылбырын индерә: әҫәрҙәрҙе яҙыу, уларҙы бер китап итеп туплау, мөхәррирләү, нәшерләү, биҙәү, хәреф хаталарын төҙәтеп сығыу... Әгәр быларҙың барыһын да бер кеше атҡарып сығара алһа, бөгөнгө гәзит-журналдарҙа редакциялар кәрәкмәҫ, һәр урында берәр кеше ултыртып ҡуйыу етер ине. Былтыр Мәскәүҙә семинарҙа булғанда, баш ҡала нәшерселәренең дә бөгөн оҫта мөхәррирҙәр, тәржемәселәр юҡлығына зарланыуын иҫләнем. Ғөмүмән, Рәсәй буйлап дөйөм грамоталылыҡтың йылдам кәмей барыуы эҙемтәһеме был, әллә, киреһенсә, оҫталарҙың булмауы наҙанлыҡҡа килтерәме?
Ана шул “все в одном” тигән хәҙерге заман әйтеме яңы ғына нығынып килгән үҙнәшер системаһының башына етер һымаҡ. Белеүебеҙсә, был күренеш иң тәүгеләрҙән булып беҙҙең эстрадабыҙҙа барлыҡҡа килде: бихисап булып үрсеп киткән йырсыларыбыҙ үҙҙәрен һәр эшкә лә маһир тип хисаплап, эфирҙы һәм сәхнәләрҙе эшкә ашмаҫ шағараҡ менән күмеп ташланы. Үҙнәшер өлкәһендә лә миңә йыш ҡына фәҡәт аҡса артынан ҡыуыусы нәшерселәрҙең эт ашамаҫ әйберҙәрҙе сығарып ятыуы менән осрашырға тура килә. Мәҫәлән, беҙ шиғриәт секцияһында “бармай, шиғыр түгел был” тип бороп сығарған яҙмаларҙың эйәһе аҙаҡтан шуларҙың китап өлгөһөн килтереп күрһәтеп, маҡтанып йөрөгәне булды. Ни әйтә алаһың? Ярай, сығара алғас – маладис, тиеүҙән тыш. Аҡса таба алған ул автор таныштарына: “Бына, китабымды сығарҙым әле!” тип ғорурлыҡ менән күрһәтеп йөрөр, ул китапты сығарышып биргән нәшерсе елдән килгән аҡсаға ҡыуаныр...
Бына ни яғы хәүефле үҙнәшерҙең. Ни генә тимә, был ташҡынға ҡаршы бөгөн бер ни ҙә ҡуйып булмай. Һеҙҙең иҫәпкә – теләһә ниндәй каприз, тиҙәрме әле? Дөрөҫ, бихисап йырғанаҡтарҙан бер оло ағым барлыҡҡа килгән һымаҡ, бәлки, тиҙҙән был өлкәлә лә ниндәйҙер тәртип барлыҡҡа килер. Әлегә ул йырғанаҡтарҙың барлығына, күплегенә йыуанырға ғына ҡала.