“Тарих образдары” II Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт конкурсына йомғаҡ яһалды. Сараны “Рәсәй рәссамдарының ижади союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ярҙамында Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы ойошторған.Унда Бәләбәйҙән Альберт Хәбибуллин “Онотолған ҡорам” эше өсөн Гран-приға лайыҡ булды. Ул — Рәсәй рәссамдарының ижади союзы һәм Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы, Бәләбәй районындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының художество галереяһы мөдире, “Шишмә” үҙешмәкәр рәссамдар клубының халыҡ коллективы етәксеһе.