Һаҡмар буйы – моң шишмәһе15.03.2016
“Ашҡаҙар” радиоһы хеҙмәткәрҙәре, төрлө юҫыҡтағы сығыштары менән тыңлаусыларҙы ҡыуандырып, бик күп тапшырыу алып бара. Күңелебеҙ һағында тороусылар, рухыбыҙҙы байытып, кәрәккәндә йөрәккә ут-ялҡын өҫтәп, арымай-талмай халҡыбыҙға хеҙмәт итә.

Күптән түгел “Халыҡ гәүһәрҙәре” руб­рикаһында бик моңло тауышты ишетеп, бөтә мәшәҡәттәремде ҡуйып, тын да алмайынса тыңланым мин Зөмәйрә Сафина алып барған тапшырыуҙы. Эфир тулҡын­дарында талғын ғына:
Боролоп та аға беҙҙең Һаҡмар,
Үҫәлер ҙә талдар Һаҡмар буйында.
Буйлап үттем Һаҡмар буйҙарын,
Уйлап үттем халҡым уйҙарын… –
тип һуҙҙы йырсы үҙәкте өҙгөс моңло тауышы менән халҡымдың боронғо йыры “Һаҡмар”ҙы. Кем булды әле был, тауышын ҡайҙалыр ишеткән һымаҡ булам, тип икенсе бүлмәнән килеп индем. Үҙем эстән: “Ай-һай, был Баймаҡ ҡыҙылыр ул. Кем икән?” – тип уйлап өлгөрҙөм. Шунан диҡҡәт менән тыңлай башланым. Йырсы дауам итте:
Буйлап үттем Һаҡмар буйҙарын,
Йырлап үҫтем халҡым йырҙарын…
Күҙҙәремдән йәш килеп сыҡты хатта. Эй-й-й, ҡайҙарҙа ғына йөрөтмәй яҙмыш әҙәм балаһын! Тыуған яҡ, йәмле Һаҡмар буйҙары һағындыра шул һаман! Халыҡ моңона, халыҡ йырҙарына сарсап йәшәгән оло инәй-олатайҙарым иҫән булһа ине ошо мәлдә, һай, рәхәтләнеп ултырып тыңларҙар ине! Эй яратырҙар ине улар боронғо йырҙарҙы! Тик булманы бит ул ваҡытта “Ашҡаҙар”ы, “Юлдаш”ы! Мин бә­ләкәй саҡта ауыл халҡы, Рамаҙан Йән­бәков килде тип, оҫта йырсыны тыңларға күмәкләшеп күрше ауылға сығып киткәйне! Шулай милли моңға һыуһап йәшәнек элек. Бына хәҙер ниндәй рәхәт үҙ моңоңдо өйҙә тыңлап ултырыуы… Үҙе бер ҙур кинәнес!
Борон-борондан халыҡ үҙ төбәген данлап йыр сығарған. Әлеге йырсы ла, баҡ­һаң, Һаҡмар буйы ҡыҙы! Баймаҡ райо­нының Ишмырҙа ауылы ҡыҙы Зәбирә Йәнбәкова-Әбсәләмова ул. Мин Баймаҡ мәктәп-интернатында 5-6-сы кластарҙа уҡыған саҡта Зәбирәнең йырлағанын интернат сәхнәһендә беренсе тапҡыр ишеткәйнем. Бына хәҙер нисәмә йылдан һуң таныш моңдо йәнә тыңлап тороуым…
– Атайым Ҡотлоғужа Йәнбәков моңло тауышлы, төбәктә халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарған йыраусы булды. Әсәйем Мәүсуфа менән алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр – дүрт ҡыҙ, ике малай. Атай-әсәйемде һәр ваҡыт мәжлестәргә саҡы­рырҙар ине, мине лә ҡалдырмай һәр ваҡыт үҙҙәре менән алып йөрөнөләр. Ҡайҙа барһаҡ та, мине эй йырлатырҙар ине. Йырлаһам, аяҡ аҫтыма аҡса һибәләр, – тип һөйләп алып китте Зәбирә. – Ул аҡсаға әсәйем беҙгә кәнфит, тәмлекәстәр һатып алыр ине… Ирем Салауат Әбсә­ләмов (ул да интернат балаһы) Өфөлә уҡып йөрөгәндә, фәҡәт тауышыма ғашиҡ булып өйләнде. Бер тапҡыр беҙ бала­ларҙы эйәртеп, Йылайыр районына ҡайны-ҡәйнәбеҙгә ҡайтып төштөк. Йәй. Ҡырҙа Йомабай Иҫәнбаев иҫтәлегенә арнап йыр-моң бәйгеһе уҙғарыла ине. Иптәшем менән, балаларҙы эйәртеп, ҡарарға барҙыҡ. Шунда ҡайным жюри ағзаларына барып: “Мына минең киленем дә оҫта йырлай, уны ла йырлатығыҙ әле!” – тигән. Ҡайнымдың һүҙен йыҡмайым тип сәхнәгә мендем. Шунда мине беренсе тапҡыр Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурс лауреаты иттеләр. Өс тапҡыр еңеүсе булдым унда.
– Зәбирә, моңло тауышығыҙ менән халыҡты ҡыуандырып, йырлап ҡына йөрөмәй… Ниңә артист һөнәрен һайла­манығыҙ? – тигән һорауға ул:
– Минең береһенән-береһе аҡыллы өс улым бар. Әртис булып йөрөһәм, балаларымды, иремде кем ҡарар ине? – тип яуапланы.
Эйе, Зәбирәнең өс улы, өс алтын бағанаһы бар. Ә хәҙер уның йырын дауам итергә ейәнсәрҙәре үҫеп килә! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иптәше иртә вафат булған. Береһенән-береһе аҡыллы, уңған һәм тырыш итеп тәрбиәләнгән улдарының ҡыуаныстарын күрергә насип булмаған физика-математика фәндәре докторы, профессор Салауат Сабирйән улына. Әле Зәбирәнең эфир тулҡындарында яңғыраған моңло тауышына, бәлки, Йылайыр районы Һабыр ауылы егете Салауат та ҡушылыр ине...
Тағы ла байтаҡ халыҡ йырын башҡар­ҙы йырсы, әммә минең күңелемдә ошо Һаҡмар йыры уйылып ҡалды.
– Минән йыш ҡына “Ә ни өсөн, мәҫәлән, Әй буйҙары тураһында йырламайһың?” тип һорайҙар. Нисек йырлайым, ти, инде Әй буйы тураһында, Һаҡмар буйында үҫкәнмен бит! – тип көлә Зәбирә.
Эйе, Һаҡмар һыуы, йәмле Һаҡмар буйҙары бер Зәбирәнең генә йөрәгенә моң һалмаған… Бихисап йырсылар, ҡурайсылар сыҡҡан ул төбәктән! Үҙемдән дә йыш ҡына һорайҙар: “Һеҙҙең яҡ тәбиғәтендә шундай ҙур тылсымға эйә булған берәй илаһилыҡ бармы әллә?” Тап шулайҙыр ҙа! Һаҡмар буйынан сыҡҡан талант эйәләренә ҡарап һоҡланырлыҡ! Улар бихисап!




Вернуться назад