Өҫтәлендә – ҡуйын дәфтәре11.03.2016
Өҫтәлендә – ҡуйын дәфтәре Назар Нәжмиҙең тыуған көнөн яҡташтары – дүртөйлөләр – йыл һайын ҙурлап үткәрә. Был юлы ла байрам шағирҙың ҡалалағы һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Артабан сарала ҡатнашыусылар шиғриәт һөйөүселәрҙең Мәккәһенә әүерелгән Миңеште ауылына юл тотто.

Ауылға кергәнсе, Назар Нәжми хөрмәтенә ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа туҡталып, ҡәберенә зыярат ҡылып, бер минут тын торҙолар. Тантаналы ҡышҡы тынлыҡта йәнә шағир рухына бағышланған әҫәрҙәр яңғыраны. Ә йорт-музейында, вафат булыуына ун ете йыл уҙһа ла, барыһы ла Назар Нәжми үҙе иҫән сағындағы кеүек һаҡлана: эш бүлмәһендәге өҫтәлдә ҡалған күҙлек, ҡуйын дәфтәре, шкафта торған гармун...
Төш мәленә ауыл мәҙәниәт йортоноң ҙур залына тамашасы тулғайны. Йырға, бейеүгә, нәфис һүҙгә бай әҙәби-музыкаль композицияны балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгендә тәрбиәләнеүселәр әҙерләгән. Тамашасылар шағирҙың тыуған ауылына, еренә, йортона, уңған яҡташтарына булған һөйөүен уҡыусылар тыуҙырған образдар аша хисләнеп тыңланы.
Йола буйынса, нәҡ шағир тыуған көндә Дүртөйлө районы хакимиәте тарафынан булдырылған Назар Нәжми исемендәге әҙәби премия бирелә. Был бүләк 1998 йылда, йәғни шағир үҙе иҫән саҡта уҡ булдырыла. Беренсе премияны ул шиғырҙарына көй яҙған композитор Мөҙәрис Мырҙахановҡа үҙ ҡулдары менән тапшыра.
Район хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллиндың тәбрикләү һүҙенән һуң сәхнәгә быйылғы лауреаттар саҡырылды. Был юлы абруйлы премияға шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина менән Дүртөйлөлә йәшәп ижад иткән Фәнис Рәхмәтуллин лайыҡ булды.
Сара матур йола буйынса Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған “Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер” йыры менән тамамланды.





Вернуться назад