Сания инәй берҙән-бер улы аварияла һәләк булғандан һуң үҙенә урын тапманы. Көнө лә, төнө лә уның өсөн тамуҡҡа әйләнде. Кешеләрҙең аварияла үлгәнен күп ишетте ул, тик үҙ иңенә төшкәс, әбейҙе аяҡтан йыҡты ла ҡуйҙы. Йә, бер бөртөк бала бит, күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап үҫтерҙе, Аллаһы Тәғәләм, ниңә генә һаҡлай алманың икән, тип үкһеп-үкһеп иланы ул. Эй, Хоҙайым, дуҫыңа түгел, дошманыңа күрһәтмәһен бындай фажиғәне. Бер генә бала булғас, ныҡ булһын, исемен дә Тимерйән тип ҡуштылар. Тик бер ҡәһәрле көн улының яҙмышын селпәрәмә килтерҙе лә мәңгелеккә яҡты донъяларҙан мәхрүм итте.
Бер бөртөктәре ҡул араһына иртә керҙе, кешеләргә ныҡ ярҙамсыл булды: бесән сабышһынмы, ер ҡаҙышһынмы, тауыҡ-ҡаҙ салып бирһенме – бөтә эш ҡулынан килде. Ҡарты үлгәндә лә ул тиклем өҙөлмәгәйне, сөнки эргәһендә Тимерйәне – йыуанысы булды. Ә бына улының һәләкәте йөрәкте өҙә бит, бала бәғер ите тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән.
Сания инәй үҙенең бала саҡтарын иҫенә төшөрҙө. Бөтә ауыл илашып ир-егеттәрҙе (улар араһында Санияның атаһын да) һуғышҡа оҙатты. Атаһы көслө ихтыярлы кеше ине. Фронтта нисек кенә ауыр булмаһын, һәр яҙған хатында еңеүгә ышаныс, өмөт ярылып ятыр ине. “Ҡәҙерле балаларым, тыуған илебеҙҙең һәр аҙымы өсөн ҡан түгәбеҙ, дошман тиҙҙән үксәһен ялтыратыр, ауырлыҡтарға бирешмәгеҙ, ә беҙ тик алға, еңеүгә барабыҙ. Бына бер аҙға һуғыш туҡтаған арала, һеҙ биреп ебәргән кипкән ҡоротто иптәштәрем менән бүлешәм, ауылымдың һоҡланғыс гүзәл тәбиғәтен иҫкә алам. Ошондай матурлыҡтарҙы дошманға бирә булабыҙмы һуң? Юҡ! Юҡ! Көтөгөҙ! Еңеү менән ҡайтырбыҙ, ҡәҙерлеләрем”, – тигәйне лә, ике йылдан һуң “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хат алдылар. Эйе, тормош тигәнең еңелдән булманы. Һуғыштан һуң да халыҡ аслыҡтан көслө булырға тырышты.
Тәбиғәт халыҡты үҙ ҡосағына алып туйындырҙы: ҡып-ҡыҙыл еләк, сөм-ҡара муйыл, ҡарағат йөрәккә ял бирҙе. Халыҡ ҡырмыҫҡа кеүек егәрле булмаһа, тауҙай ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алмаҫ ине.
Сания ла башҡа ҡыҙҙар кеүек тырыш, ныҡыш, алға ынтылыусан булып үҫте. Яратҡан кешеһенә тормошҡа сыҡты, ҡайны-ҡәйнәһенә һөйкөмлө, яғымлы булды, шуға ла үҙен дә хөрмәт иттеләр, йәштәргә бәхет, һаулыҡ, ишле балалар теләнеләр.
Төшөндә әбей Тимерйәне менән һөйләшә, әйтерһең дә, үлмәгән, тере, эй, балаҡайым, бигерәк яратам да инде һине, тип тупылдатып һөйә, “Әй, әсәй, арҡамды ауырттырып бөттөң инде”, – тип Тимерйәне ҡаса, күҙҙәрен асып ебәрһә, улы юҡ. Хыялый ғына булмаһам ярар ине, тип ҡурҡа әбей.
19 йәшендә генә үҙенә оҡшаған ҡыҙға өйләнәм тигәс, Сания инәй ҡаршы килмәне, ҡуш ҡуллап риза булды. Татыу ғаилә булып, гөр килешеп йәшәнеләр, килене етем үҫкән, уны үҙ ҡыҙы кеүек күрҙе. Ғаиләгә һөйөнөс булып бер-бер артлы ике ир бала донъяға килде. Әбей, күрше-күләндәрен, туған-тыумасаларын саҡырып, исемдәрен дә ҡуштырҙы. Тимерйәненең һөйөнөсөнөң сиге булманы. “Мин бер бөртөк булып үҫтем, ағалы-ҡустылы булыуҙары шәп”, – тип һөйөндө. Тик бәхетте ҡайғы баҫты. Өйҙә йәм бөттө, яратҡан килене лө бөтөнләй үҙгәрҙе, әбейҙе ҡалдырып, балалары менән башҡа сыҡты. Бөгөлөп төштө инәй. Килене, балаларҙы миңә ҡаршы ҡотортор тип, малайҙарға өләсәләренә ҡунаҡҡа барыуҙы тыйҙы.
Ә Сания инәй ейәндәрен һағынды, улар өсөн алған кәнфиттәрен һандыҡта һаҡланы. “Эх, килен, хәлемде үҙең ҡәйнә булғас ҡына белерһең инде”, — тип әсенде. Уландарын шул тиклем һағынды, туҡта, мәктәпкә барайым тигән ҡарарға килде.
Юл буйы Тимерйәндең бала сағын иҫләне, бар ине бит улының йылы, йомшаҡ ҡулдарын етәкләп, һөйөнөп йөрөгән саҡтары...
Сания инәй уландарына иң йылы хистәрен биреп бәйләгән ап-аҡ башалтайҙар алды. Бүләгемде тапшырып, балаларҙы һөйөндөрә алһам ярар ине, йөрәккәйҙәремә тыныслыҡ табыр инем, тип уйланы ул. Инәй мәктәпкә килгәндә, дәрес бара ине, коридор тып-тын. Ул аптырап торған арала мөләйем генә уҡытыусы уны күреп ҡалды. “Инәй, һин Алмас менән Азаттың өләсәһе шикелле, күрергә килгәнһеңдер, хәҙер саҡырам”, — тип ярҙамға ашыҡты. Ейәндәре өләсәйҙәренең ҡосағына һыйынды, улар ҙа бик һағынған икән. Сания инәй баштарынан һыйпаны, ҡоро һөйәккә ҡалған ҡулдары менән биттәрен яратты, үпте. Төргәктән иң ҡәҙерле бүләген — ап-аҡ башалтайҙарын ҡулдарына тотторҙо. Ошо минутта ул иң бәхетле кеше ине. Күҙ йәштәре ап-аҡ башалтайҙарҙы сылатты. Уларҙың күрешеү шатлығын ситтән ҡарап торған уҡытыусы ла күҙ йәштәрен тыя алманы.
Хәҙер инде Сания инәй ҙә был яҡты донъяларҙа юҡ, Тимерйәне янына мәңгелеккә күсте. Ейәндәре үҫеп матур ғаилә ҡорҙо. Шуныһы ҡыуаныслы – өләсәләренең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай улар.
Вараҡа ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА.