Тарих саңы ҡунмай исеменә04.03.2016
Тарих саңы  ҡунмай исеменә Ошо көндәрҙә республиканың Хәрби дан музейында “Тарих-онлайн” проекты нигеҙендә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, күренекле дәүләт эшмәкәре һәм хәрби етәксе Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы мәктәп уҡыусылары өсөн интернет-дәрес үткәрелде.

Сарала Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан һәм Учалы райо­нының Поляковка ауылы мәктәбенән балалар ҡатнашты. Дәресте тарихсы, журналист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынаң Башҡарма комитеты хеҙмәткәре Азат Ярмуллин алып барҙы. Ул комбриг тураһында төплө мәғлүмәт бирҙе, ҡыҙыҡлы фотоһүрәт­тәр, китаптар менән таныштырҙы. Бынан тыш, “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы ағзаһы Ринат Мәжитов уҡыусыларға Мортазиндың кавалерия бригадаһы яугирҙәре кейгән хәрби форма тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, ҡоралдарын күрһәтте.
Муса Мортазиндың яҡташтары ла был сараға ентекле әҙерләнгәйне. Уҡыусылар данлыҡлы шәхес тураһында сығыш яһаны, ә Учалы районынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәнүр Шаһиев комбриг Мортазиндың яуҙаштары тураһында бәйән итте.




Вернуться назад