Мәскәүҙә, Әҙәбиәтселәрҙең үҙәк йортонда Н. Лесков исемендәге иң шәп нәфис тәржемә әҫәрҙәре өсөн бирелгән “Һүҙҙәрҙең бәйләп торған ептәре”(“Словес связующая нить”) Бөтә Рәсәй әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы булып үтте. 1-се дәрәжә дипломға Дмитрий Мизгулиндың “Ҡасандыр ҡояш Алла ине” тигән китабын фин-уғыр тәржемәләгән шағирҙары лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһында Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Валерий Ганичев, идараның беренсе секретары Геннадий Иванов, Псков төбәк Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Игорь Смолькин, Юграның халыҡ шағиры Дмитрий Мизгулин ҡатнашты. Баһалама ағзалары урыҫ теленең шиғыр өлгөләрен туған телдәрендә балҡытҡан һәм юғары кимәлдәге тәржемә өсөн әҙиптәргә оло рәхмәтен еткерҙе. Тантана һуңында шағирҙар карель, мари, удмурт, эрзя, хант һәм манси телдәрендә әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе.
Байрамда 2-се дәрәжә диплом менән Дағстан шағирәһе Марина Ахмедова бүләкләнде. Ә инде 3-сө дәрәжә диплом – башҡорт шағирәһе Тамара Ғәниевала. Хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙҙе ҙур еңеүе менән ҡотлап, ижади балҡыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ һәм гәзит уҡыусыларға тәржемәләренән бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ!И.Ф. Шиллер,
немец шағиры, драматург.Мария Стюарт
Драма
Королева Елизаветаның
монологы:
О, был ҡоллоҡ!
Тәхетең булыу менәнме ни!
Илгә ярайым тип мең сүрәткә инеү!
Кумир булырға ла тейешһең һин!
Һәммәһенең кәйефенә яра,
Ҡылығына төшөн, бул кәмитсе.
Кеше ыңғайына тороп ҡына
Дан яулаған король – королме ул?
Үҙ һүҙенән ҡайтмаҫ булһын король,
Эйәрмәһен өйөр фекеренә!
Хәҡиҡәт тип барҙым. Инҡар иттем
Ҡанунһыҙлыҡ менән көс хоҡуғын.
Ана шулар бөгөн миңә элмәк,
Уян, әйҙә, эске инанысым,
Ә Мария? Әгәр мәкер ҡороп
Мин ултырған тәхет уға булһа,
Батша тиеп уйлап тормаҫ ине,
Йәһәт етер ине минең башҡа.
Католик бит. Инанысы бүтән.
Ә мин нимә? Икеләнә берәү!
Дошман ҡамағанда ян-яғыңдан
Ҡыйыу булыр кәрәк. Мин бурыслы
Хоҡуғымды яҡлап алышырға.
Йомшаҡ тимәһендәр! Бирешмәҫкә!
Хоҡуҡлымы, имеш, мин тәхеткә!
Бәхәс бара шундай. Ҡыҙыу бәхәс.
Рим Папаһы битәрләй, ти, мине,
Францияһы хатта аҫтыртынлай.
Испания янай һуғыш менән.
Бәлә атайымда! Ул ғәйепле!
Мин уйнаштан тыуған, йәнәһе лә.
Шуны аҡлар өсөн күпме ғүмер
Йәшәнем мин тыйнаҡ, әҙәп менән.
Ә һөҙөмтә? Ян-яғымда – дошман.
Ә Мария – шулар тирмәненә
Һыу ҡойоусы ҡуштан!
Ҡотолорға ваҡыт ғазаптарҙан,
Язаларға кәрәк Марияны.
Шул аҙымды яһамайса тороп,
Тейенеү юҡ миңә тынғылыҡҡа.
Ул ғәйепле! Уның арҡаһында
Күргәнем юҡ минең бәхет төҫөн.
Инде генә тынысландым тиһәм,
Юлдарыма ҡара йылан булып,
Һуҙыла ла ята шул Мария.
Йәрәшелгәйнем бит. Юҡ, тарҡалды.
Арбап алды минең һөйгәнемде.
Мария Стюарт – минең бәхетһеҙлек.
Ул был ерҙән китмәйенсә тороп
Иркен йәшәү миңә тәтемәҫ ул.
Нисегерәк текә ҡарап торҙо,
Күҙе менән ашар сиккә етеп.
Көт – ашаттым! Йәшен йөрәгемдә!
Һуғасаҡ ул һине үлтергәнсе.
Мин уйнаштан тыуған вариҫмы ни?
Һин барында шулай килеп сыға!
Тимәк, һиңә – яза, миңә – тәхет!
Тимәк, һиңә – яза, миңә тәхет!
Мөхтәр ШАҺАНОВ,
ҡаҙаҡ яҙыусыһы.“Сыңғыҙхандың сере”
Поэманан өҙөк
Айбар.
Мин был – Айбар,
Отрар ғалимы мин.
Уйлап тапҡан дауам
Тәтемәне һиңә. Бәхетлемен.
Юғиһә һин ҡан көҫәүҙән
Туҡтай алмаҫ инең.
Ниндәй, ниндәй илдәр, ҡалаларҙан
Ҡалдырыусы бары харабалар,
Ҡыйратылдың бисәм тарафынан.
Ҡылыс түгел, хәнйәр тотмаҫ ҡулдан.
Ә ҡоралы уның – һөйөү ине.
Мине һөйөү.
Теҙләнергә хатта ҡушманы бит,
Баш эйергә үҙенең аяғына (Ха-ха).
Хәйерхан.
Мин – Хәйерхан!
Отрар ҡала ханы.
Беләм, теге донъяла ла мине
Онотмаҫһың!
Тәндәребеҙ генә ята ер эсендә.
Ә рухыбыҙ ҡанат кирә күктә!
Сыңғыҙхан.
Хурламаҡсы инең мине, үлгәс.
Әммә мине еңеү мөмкин түгел!
Ҡәберем – Ер шары. Йә эҙләгеҙ!
Йә табығыҙ минең һөйәгемде! (Ха-ха).
Хәйерхан.
Кешеләрҙең тәбиғәте шундай:
Онота улар ҡайсаҡ яҡшылыҡты,
Онота хатта ҡайсаҡ батырлыҡты,
Тик онотмай һис тә яуызлыҡты,
Изге рухты тапап үтеүсене.
Телдән-телгә күсә, быуаттарға,
Быуындарға күсә рух рәнйеше.
Яуызлыҡ ул – Раббы һыҙланыуы.
Гонаһыңа күрә яза алыу.
Раббы рәнйеһәме? Язаһынан
Түңкәрелер донъя.
Һаҡ бул, КЕШЕ!