Яңыраҡ Башҡортостандың Яҙыусылар союзында шағирә Фирүзә Абдуллинаның “Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!” тигән яңы китабының исем туйы һәм 55 йәшлек юбилейы айҡанлы бик матур кисә уҙғарылды. Кемдәр генә килмәгән был сараға! Силәбе өлкәһенән, Сибайҙан, Баймаҡтан шағирәнең туғандары, уларҙың балалары һәм ейәндәре йыйылғайны. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйәбулатов, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов, яҙыусылар Әхмәр Үтәбай, Дамир Шәрәфетдинов, Тамара Искәндәриә, Лилиә Һаҡмар, Тәнзилә Кейекбаева, Миләүшә Ҡаһарманова, Сажидә Әхмәтова, Фәрзәнә Аҡбулатова, Миләүшә Ғәйфуллина, Башҡорт Википедияһы ирекмәне Рөстәм Нурыев шағирәне ҙурлап һүҙ әйтте. Фирүзә Абдуллинаның класташы, биология фәндәре докторы, профессор Йәлил Һөйөндөков хәтирәләре менән мәктәп йылдарына алып ҡайтһа, Ҡырмыҫҡалы районынан килгән уҡыусыларҙың, Иҫке Бәпес ауыл Советы хакимиәте башлығының ҡотлау сәләмдәре шағирәне уҡытыусы, килен булып төшкән төбәгенең биҙәге булараҡ асты. Студент йылдарындағы дуҫтары ла ситтә ҡалмаған байрамдан: Көйөргәҙенән шағирә Сулпан Миңлебаева, Нуримандан Линиза Юлдашбаева – быға асыҡ миҫал.
Ижад кисәһенә Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына ғашиҡ булған, уның ижадына оло һөйөү менән ҡараған, көн дә Интернет селтәре аша яҙғандарын уҡып барған кешеләр йыйылғайны. Һәр береһе үҙ фекерҙәрен әйтте. Шағир Ирек Кинйәбулатов Фирүзә Абдуллинаның Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза булып ҡабул ителәсәгенә, киләсәктә З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә яңы шиғри йыйынтығы донъя күрәсәгенә ышанысын белдерҙе. Профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовтың сығышы бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Ул шағирәнең ижадына юғары баһа бирҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирәнең апаһы Зәһүрә Байтурина ун балалы ҙур ғаиләлә төпсөк булып тыуған һеңлеһе тураһында бик матур һүҙҙәр әйтте. Абруйлы мөғәллимә үҙе лә, әлбиттә, һеңлеһенә бәләкәйҙән ярҙам итеп, һәр саҡ уны үҙенең ҡанаты аҫтына алып, яҙмышына йоғонто яһамай ҡалмағандыр.
Ә инде Фирүзәнең хәләл ефете Фидаил, балалары, ейәне сәхнәгә сығып баҫҡас, ҡыуаныстан күҙгә йәштәр эркелде. Бына бәхет ҡайҙа икән! Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр, моғайын.
Фирүзә Абдуллинаның үҙенә арнап яҙылған шиғырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы – Әхмәр Үтәбай, Ирек Кинйәбулатов, Сулпан Миңлебаева, Сәкинә Тотмановалар үҙҙәренең шиғри күстәнәсенән ауыҙ иттерҙе. Был ихлас, матур шиғырҙар йөрәктән йөрәккә күсеп, күңелде хис-тойғоға һалып, моңға сорнаны.
Сараны алып барыусылар тураһында айырым әйтеп үтмәксемен. Мәләүез ҡыҙы, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, үҙешмәкәр йырсы Гүзәлиә Әмирханова һәм Баймаҡ ҡыҙы, сценарист, режиссер, йырсы Дилә Мөхәмәтйәрова Фирүзә Абдуллинаның әҫәрҙәрен тасуири уҡып, тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.
Байрам кисәһендә шағирәнең 55 йәшенә ҡарата ла бик күп ҡотлау һүҙҙәре, теләктәр әйтелде. Йәшәйешенә ике “5”-ле ҡуйылды. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ өсөн был – матур осор, үткән ғүмерҙе барлап, киләсәкте уйлай торған саҡ. Байтаҡ эш башҡарылған: йорт-ҡура ҡоролған, ире һәм балалары бар, яратҡан эше көтөп тора, донъялары етеш, Аллаға шөкөр! Терәк-таяныс булған, көн һайын көс-дәрт биреп торған Фидаил менән был донъяның бер ауырлығы ла һиҙелмәйҙер ул. Ҡыҙҙары үҫеп буй еткергән, тормошта үҙ юлдарын тапҡан, барыһын ҡыуандырып, ейәне Руслан үҫеп килә. Ошонан да мөһим нимә бар был донъяла?! Шулай уҡ туғандарың, дуҫтарың, яратҡан эшең булғанда йәшәүе күңелле, ижадҡа ла ваҡыт ҡала.
Интернет селтәрендә Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарын уҡыусыларҙың ете мең кеше булыуы ла уның ижадының ни тиклем абруйлы икәнлеген билдәләй, уны хатта байтаҡтан “Интернет халыҡ шағирәһе” тип тә йөрөтәләр. Мин дә киләсәктә Фирүзәнең ысын халыҡ шағирәһе булырына ышанам. Уның ижады менән күптән танышмын. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында бергә уҡыған йылдарҙа уҡ көн дә яҙған шиғырҙарын “эҫеләй” генә уҡыу минең өсөн бик ҙур ҡыуаныс ине. Беҙҙе осраштырғаны өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен, бәхетлемен.
ЭҙҙәрКешеләрҙең була төрлөләре,
Төрлө хистәр улар уята,
Кемдәрҙәндер ҡала бушлыҡ ҡына,
Кемдәрҙәндер, гүйә, таң ата.
Кемдәрҙеңдер яҡты йылмайыуы
Күңелеңдә ҡала уйылып,
Кемдәрҙәндер телдә әрем тәме
Аҙна буйы бөтмәй юйылып.
Тормош һуҡмағынан атлап барам,
Ниндәй икән ҡалған эҙҙәрем?
Берәйһенең күңеленә барып
Етә микән йөрәк һүҙҙәрем?
Кешеләрҙән төрлө эҙҙәр ҡала…