Йәшәйеше ғәме – шиғырында, йәнтөйәге йәме – йырында02.03.2016
Йәшәйеше ғәме – шиғырында, йәнтөйәге йәме – йырында Шағирҙар төпкөлдә тыуа, тиҙәр… Ай-һай, үҙен төпкөлдә тойоп йәшәнеме икән шағир Сәрүәр Ғәләүетдинов ғүмер ағышының берәй миҙгелендә? Әбйәлил менән Бөрйән райондары сигендә ятҡан сал тарихлы, тәбиғәттең хазина һандығы тип әйтерлек ҡотло Ҡолғана ауылында тыуып, Үҙән һыуында йыуынып, балыҡтарын ҡарпытып, Танып болоно иркенлегендә йүгереп-тәгәрәп уйнап үҫкән, Ҡаншал, Әүҙекте тауҙарына үрелеп, бейеклегенә һоҡланып, хисләнеп, йөрәгенә тәүге шиғыр осҡондары төшөргән шәхес ул Сәрүәр.

Шиғырҙарын тәүҙә үҙе өсөн генә яҙа. Сер итеп, күңел йыуанысы өсөн. Ә ун һигеҙ йәше тулғас, йөрәгендәге осҡондан йәненә ялҡын ҡабына тиерһең, мөхәббәт хистәре күңел биктәрендә генә һыйыша алмай ташып сыға. Хәмит аша Әбйәлилгә юллана егет, “Һөйгәнемә” исемле, үҙе әйтеүенсә, “бәлиғ” булған тәүге шиғырын “Осҡон” гәзитендә ташҡа баҫтырып, ижад ыуыҙы кинәнесен татый. Илһамланған егет шиғыр артынан шиғыр әүәләп таңдар аттыра артабан. Унан тағы – юлға. Был юлы Килдеғол аша, үҙебеҙ әйткәнсә, Бөрйәнгә бара, шиғырҙары “Таң”да донъя күрә.
Былар әле һүҙҙең башы ғына, быуынын шағирлыҡта нығыта төшкән Сәрүәр бер заман Өфө тарафтарына сығып китә, шиғырҙары республика баҫмаларына ишек ҡаға. Бар шунан әйтеп ҡара шағирҙы төпкөлдә тип. Киреһенсә, ул үҙенең шиғырҙары менән ғүмере буйы үҙәккә ынтылған, башҡорт шиғриә­тенең ылыҡтырғыс ҡуласаһы урта­һында ҡайнаған, илаһи донъялыҡ­тың күсәрен үҙ ҡулдарында тотоп торғандай… Шул шиғриәте үҙәктә лә үҙәндәй юл яра артабан, китап булып донъяға баға.
Шиғриәткә нисек килдең, тип һорағаным булды Сәрүәр дуҫтан. Әйтерһең дә, шиғриәткә барып инерлек серле һуҡмаҡ бар. Ә шулай ҙа яуапһыҙ ҡалманы һорауым. Өлә­сәйем менән олатайым өләндәрен бәләкәйҙән ҡолағымда сыңлатып үҫтем, тигәйне ул.
Атаһы Әбүталип тирә-йүндә даны сыҡҡан ҡурайсы була, әсәһе Баҙыян инәй ҙә бик зиһенле, әкиәттәрҙе, бәйеттәрҙе хатта үҙе сығарып әйтеп ултыра. Былар барыһы ла буласаҡ шағирҙың йөрәгенә илһам орлоҡ­тары сәсә. Ағайҙарына эйәреп Сәрүәр баянда уйнарға өйрәнә. Йыр-моңдоң бөтә нәфислеген, нескәлеген тойоп ижад иткән шағирҙың унлап шиғыры көйгә лә һалынған.
Шағир һәм йыр һүҙҙәре авторы ғына тиһәк, Сәрүәр тураһында ет­керә әйтмәгән булыр инек. Бәләкәйҙән үҙен журналист итеп күрә ул. Шиғырҙары сер һандығында булһа, эреле-ваҡлы мәҡәләләре мәктәптә уҡыған сағында уҡ күр­ше­ләш ике район гәзиттәрендә, “Башҡортостан пионеры”, “Ленинсы” республика йәштәр баҫмаларында әленән-әле донъя күреп тора. Мәктәп, ауыл тормошо, өлгөлө ауылдаштары хаҡында яҙа ул.
Тыуған төйәгенең, ауылдаш­та­рының үткәнен дә бәләкәйҙән йөрәгенә йомарлап йәшәй егет. Тарихты өйрәнеүҙе тыуған тупһаһынан башлай. Ә бының сәбәбе лә ҙур. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарын­дағы золом фажиғәһе төпкөлдә тыныс ҡына донъя көтөп ятҡан Ғәләүетдиновтарҙы ла урап үтмәй. Нахаҡ яла яғылып, Себергә һөргөнгә ҡыуыла ғаилә. Биш йылдан һуң ата-әсәһен, ике ҡустыһын һәм һеңлеһен Себер төпкөлөндә мәңгелеккә ҡалдырып, Әбүталип яңғыҙы ғына Ҡолғанаға ҡайтып төшә. Хеҙмәтсән тыныс тормошҡа ҡушылып китеүе була, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Тәүгеләрҙән булып яуға алынып, ҙур хәрби юл үтә, батырлығы III дәрәжә Дан ордены, бер нисә миҙал менән билдәләнә.
Ҡатмарлы ла, данлы ла юл үткән өлкән Ғәләүетдиновтарҙың, шулай уҡ атаһының яҙмышын, тормошон төплө өйрәнеп, ваҡытлы матбуғатта бер нисә очерк, һүрәтләмә баҫтыра егет, шиғырҙарында ла сағылдыра. 2010 йылда донъя күргән “Былбылдар һайрағанда” исемле күләмле шиғырҙар китабында “Атай һүҙе” исемле тотош бүлек бар.
Журналист артабан тыуған ауылы тарихын өйрәнергә тотона. Ауылдаштары, ауыл тарихы, ер-һыу атамалары хаҡында мәҡәләләр сығара. “Башарт” хикәйәте, “Ун ете большевик бәйете” кеүек әҫәрҙәре мәктәптәрҙә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәрендә киң ҡулланыла. Үткән йыл үҙнәшер ысулы менән “Ауылым тарихы – халҡым тарихы” исемле китабын баҫтырҙы.
Тыуған төйәгеңә, халҡыңа бирелгәнлек, тоғролоҡ билдәһелер был. Аҫабалыҡ, илһөйәрлек, ерһөйәрлек касафатылыр. Шулай булмай, алты тиҫтәһенең уртаһында торған ир-уҙамандың тамырҙары ҡарағас тамырҙарына бәрәбәр тыуған еренә береккән. Ошонда тыуған, үҫкән, мәктәпкә йөрөгән. Күрше Хәмит ауылында ҡулына өлгөргәнлек таныҡлығы алған, урындағы урман хужалығы участка­һында хеҙмәт юлын башлаған. Унан – хәрби хеҙмәт… Әйткәндәй, бик уңайлы урынға эләгә егет, хәрби округ гәзите редакцияһы ойошторған алты айлыҡ журналис­тика курсын тамамлай. “Ленин байрағы” гәзи­тендә хәрбиҙәр тормошонан мәҡә­ләләр баҫтырып, хәбәрсе ҡәләмен нығыта төшә.
Инде ер-һыуҙы күргән, тормоштоң аңын-тоңон аңлаған йәш, талантлы егеткә хәрби хеҙмәттән һуң ҙур ҡалаларға, дәрәжәле урындарға ла юлдар асыҡ булған. Әммә ул ауылында төпләнгән, ҡатыны Рәшиҙә менән матур донъя ҡороп, балалар үҫтереп йәшәй. Шул ыңғайҙа Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инеп, зоотехник һөнәре лә алып сыға.
Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйған юлына, тиҙәр. Тап шул йылдарҙа Ҡолғанала “Урал” колхозы үҙенең бригадаһын аса: малдар килтерелә, торлаҡ төҙөлә, баҫыуҙа эш йәнләндерелә. Бригадир вазифаһы йәш белгес Сәрүәр Ғәләүетдиновҡа йөкмәтелә. Эште матур ғына алып бара. Әммә талантлы егет үҙ мөмкинлектәрен ҡайтанан баһалай – эштән айырылмайынса Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.
Артабан вузда алған белеме буйынса ике тиҫтәнән ашыу йыл Ҡолғана мәктәбендә тарихтан, Башҡортостан тарихы һәм мәҙә­ниәтенән балаларға белем бирә. Юғары категориялы, тәрән белемле, йәмәғәтселек тормошонда ҡайнап йәшәгән уҡытыусыны ауылдаштары депутат итеп һайлай. Тиҙҙән уны ауыл хакимиәте башлығы итеп тә ҡуялар.
Ҡайҙа эшләһә лә, Сәрүәр Ғәлә­үетдинов вазифаһын намыҫ менән еренә еткереп башҡара. Һәр ерҙә лә, хатта ябай ғына хеҙмәттә лә уны ижадсы булмышы оҙатып йөрөй. Матбуғатта шиғыр, мәҡәләләр баҫтырыуын дауам итә, нәшриәткә китаптарын әҙерләп тапшыра.
Ҡыуаныслы һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй. Бөгөн шағир – һигеҙ китап авторы, Рәсәй һәм Башҡорт­остан Яҙыусылар союзы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты. 2004 йылда “Һәнәк” журналының, 2005 йылда “Башҡортостан” гәзитенең йыл лауреаты булды. Шиғырҙары урыҫсаға тәржемә ителеп, “Литературная Россия”, “Известия Башкортостана” гәзиттәрендә баҫылып сыҡты. Әйткәндәй, 2015 йылда кесе йәштәге балалар өсөн яҙылған “Семәрле беләҙек” исемле шиғырҙар китабы башҡорт һәм урыҫ телдә­рендә донъя күрҙе. Шиғырҙарын үҙе һәм шиғри йәнле Булат Усманов тәржемә иткән.
Былары – шағирҙың ижад майҙа­нындағы һөйөнөслө ваҡиғалар. Тик тормош һөйөнөс-ҡыуаныстарҙан ғына тормай шул, ике йыл элек Сәрүәр ҡырҡ биш йыл иңгә-иң терәп ғүмер иткән һөйөклө ҡатынын – Рәшиҙәһен юғалтты. Хәҙер ул ир еткән, үҙаллы донъя көткән биш балаһына таянып, уларға терәк булып йәшәй. Балалары ла һәләтле. Улы Дим ҡурайҙа уйнай, Ҡәҙим – баянсы, ҡатыны ла сәнғәт кешеһе. Ғәлим Учалы сәнғәт училищеһын, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының ҡурай бүлеген тамамлаған, Учалы, Сибай, Өфө ҡалаларында уҙғарылған конкурс­тар­ҙа ҡатнашып, дипломант булған. Бейеүсе ҡыҙы Зенера быйыл Учалы сәнғәт училищеһының һуңғы курсында белем ала. Ғөмүмән, бергә йыйһаң, тотош сәнғәт оҫталарынан торған труппа килеп сыҡмалы.
Шағирҙар төпкөлдә тыуа, тиҙәр… Ҡолғана бөгөн төпкөлмө икән?.. Әммә шуныһы хаҡ: тыуып үҫкән, ғүмер иткән йәнтөйәген шағир Сәрүәр Ғәләүетдинов тотош республика кимәленә сығарҙы, таныулы итте.




Вернуться назад