Халыҡ табиптары бармы һеҙҙә?02.03.2016
Халыҡ табиптары бармы һеҙҙә? Башҡортостанда халыҡ медицинаһы тураһында мистик фильм төшөрөлә. Әлегә нәфис-документаль фильм “Башҡортостан мистикаһы” тип атала. Проекттың идея авторы һәм режиссеры – тележурналист һәм режиссер Таңсулпан Ильясова. Фильм башҡорттарҙың халыҡ медицинаһына арналған. Ижади төркөм Әбйәлил һәм Ҡырмыҫҡалы райондары ауылдарында булды, унда халыҡ медицинаһы һәм тылсымлы ғөрөф-ғәҙәттәр әле лә көнкүрештә ҡулланыла.

Фильмдың геройҙары – халыҡ табиптары. Элек-электән башҡорттар быуын ултыртыу­сыларға, үлән, бал, ҡымыҙ менән дауалаусы­лар­ға, шулай уҡ арбаусыларға, өшкөрөүсе­ләргә мөрәжәғәт иткән. Экранда ноҡот һалыу һәм ҡот ҡойоу кеүек инанды­рыуға ҡоролған дауа төрҙәре тураһында ла бәйән ителә. Таңсулпан Ильясова әйте­үенсә, бындай алымдар сирҙәрҙе генә түгел, кешенең психик һәм күңел торошон яҡшыртыу өсөн ҡул­ланыл­ған һәм әле лә ҡул­ланыла.
– Фильм төшөргәндә ҡы­ҙыҡ­лы асыш яһаным. Башҡорт­­тарҙа кешенең физик сәләмәт­легенә уның психик торошо, шулай уҡ уны уратып алған донъяның энергетикаһы тәьҫир итә тип һаналған, – тип һөйләй автор. – Америка яҙыусыһы һәм психолог Луиза Хейҙың бөтә донъяла билдәле тәғли­мә­тендә лә ошо хаҡта һүҙ бара. Ул – хәҙерге заман белгесе, беҙҙә иһә борон-борондан күңел гармонияһы физик торош менән туранан-тура бәйле тип иҫәпләнгән.
Автор шулай уҡ йортто “ҡара энергия”нан дөрөҫ таҙартыу, дарыуһыҙ дауаланыу хаҡында һөйләргә лә ниәтләй. Фильмда тағы ла бер ҡыҙыҡлы аспект – тәбиғәт менән аралашып, тәнде һәм эске психик торошто нығытыу тикшерелә.
Таңсулпан Ильясованың консультанттары булып профессор, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова һәм билдәле башҡорт ғалимы, фольклорсы Фәнүзә Нәҙершина сығыш яһай. Автор халыҡ табиптарын белеүселәрҙең барыһын да [email protected] электрон почтаһына яҙыуҙарын һорай.
Тулы метражлы фильм­дың премьераһы июнь айында Өфөнөң “Родина” кинотеатрында була.






Вернуться назад