Өҫтәлеңдә тот02.03.2016
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Башҡортостан ере яҙыусылары” тигән белешмә-китап донъя күрҙе. Төҙөүселәре – Р.Н. Байымов, Г.Н. Гәрәева, Р.Х. Тимерғәлина урта быуаттарҙан алып беҙҙең көндәргәсә әҙиптәр хаҡында мәғлүмәт туплаған. Белешмәлә авторҙарҙың ҡыҫҡаса биографияһы, ижады, төп әҫәрҙәре исемлеге урын алған. Шулай уҡ яҙыусының башҡа телдәргә тәржемә ителгән әҫәрҙәре, уның ижады тураһында әҙәбиәт билдәләнгән.

“Башҡортостан ере яҙыусылары” библиографик белешмәһе милли әҙәбиәт һәм мәҙәниәт проблемалары менән ҡыҙыҡһынған киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Төп маҡсаты – авторҙың әҫәренең әҙәбиәте­беҙгә индергән өлөшөн билдәләү. Шуға күрә белешмәнән әҙә­биәтсе-ғалимдар ҙа, тарихсылар ҙа файҙалана ала. Ул студенттарҙың, уҡытыу­сыларҙың, китапхана хеҙмәткәрҙәренең өҫтәл китабына әйләнергә тейеш.
“Үлемһеҙлеккә юл: Сөләймән Сәйет­бат­талов” тигән баҫма күренекле дәүләт эшмәкәре Сөләймән Сәйетбат­таловтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арнала. Китапта БАССР-ҙың беренсе мәҙәниәт министры­ның тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында бәйән ителә.
Ҡушымтала Сөләймән Сәйетбатта­ловтың матбуғатта баҫылған мәҡәләлә­ре, документтары һәм хаттары бирелгән. Ҡыҙы Алһыуҙың хәтирәләрендә ул илһөйәр, кешеләр яҡшы йәшәһен өсөн бөтә көсөн һалған шәхес булып күҙ алдына баҫа. Китаптың авторы һәм төҙөүсеһе – Алһыу Сәйетбатталова. Баҫмала ғаилә архивынан фотоһүрәттәр һәм документтар файҙала­нылған. Йыйынтыҡ рус телендә баҫылған.
Шулай уҡ “Китап” нәшриәтендә “Владислав Меос” исемле альбом-китап сыҡты. Был баҫма Башҡортостандың халыҡ рәссамы Владислав Меостың тормошона һәм ижадына арналған. Унда геройҙың картиналары, шулай уҡ шәхси архивынан фотоһүрәттәр бирелгән. Ижадының төп темаһы – тәбиғәт. Рәссам “Өфө – яратҡан ҡалам”, “Рәсәй ҡалалары”, “Бөйөк Новгород” һәм башҡа картиналар циклын яҙа. Әҫәрҙәре тыуған ергә һөйөү, ил тарихына ихтирам тәрбиәләй.
Китап рус телендә нәшер ителгән һәм киң уҡыусылар даирәһенә, айырыуса уның ижады менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн тәғәйенләнгән.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Бөгөнгө төркиле Төркөстан һәм яҡын тарихы” китабының икенсе бүлеге донъя күрҙе. Унда Төркөстандың төньяҡ-көнбайыш халҡы, географик урыны, тарихы тураһында мәғлүмәт тупланған.
Бында уның төп халҡы, Төркөстандың туран һәм башҡа мәҙәниәттәр менән бәйләнеше, төрөктәр һәм ислам, ҡарахан, монгол походтары, шулай уҡ Тимербәк осоро хаҡында бәйән ителә. Шул осорҙағы сәйәси ваҡиғаларға ҙур урын бирелә. Тарихсы-ғалим Рәсәйҙең XVI – XVIII быуаттарҙан алып XX быуатҡа тиклемге колониаль сәйәсәтен, башҡорт, ҡаҙаҡ, үзбәк һәм Төркөстандың башҡа халыҡтарының милли-азатлыҡ ихтилалдарын һүрәтләй. Автор 1917 йылғы революциянан һуңғы ваҡиғалар­ҙы, милли-азатлыҡ хәрәкәтен, шул иҫәптән Башҡортостанда һәм Төркөстан­да барған ваҡиғаларҙы төплө яҡтырта. Китап башҡорт телендә баҫылған һәм киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән.
Күптән түгел донъя күргән “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”нең VII томына “п”, “р” һәм “с” хәрефтәренән баш­ланған һүҙҙәр тупланған. Һүҙлек төрлө лексик материалды, киң таралған диалектизмдарҙы, иҫкергән һәм яңы һүҙҙәрҙе, фәнни һәм халыҡ терминоло­гияһын үҙ эсенә алған.
Һүҙҙәрҙең һәм фразеологик берәмек­тәрҙең аңлатмаһы башҡорт һәм рус телдәрендә бирелгән. Баш һүҙ иһә – башҡорт, рус, инглиз, төрөк телдәрендә.
Һүҙлектең VII томын филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова редакцияһында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел ғилеме бүлеге хеҙмәткәрҙәре әҙер­ләгән. Баҫма журналистарға, нәшриәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәр­ҙәренә, уҡытыусы­ларға, студенттарға тәғәйенләнгән. Ул башҡа өлкәләрҙә эшләгән белгестәр, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡ­һынғандар өсөн дә файҙалы ҡулланма буласаҡ.




Вернуться назад