“Яратам һине, Башҡортостан!”02.03.2016
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы, “Башҡортостан” киностудияһы һәм Башҡортостандың Кинематографистар союзы “Яратам һине, Башҡортостан!” республика һәүәҫкәр фильмдар конкурсын иғлан итә.

Сара Рәсәй киноһы йылына арнала. Унда, профессиональ кинематографистарҙан тыш, теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Конкурсҡа иң күбе 10 минут дауам иткән нәфис һәм документаль фильмдар ҡабул ителә. Һәр автор бәйгегә бер генә эш тәҡдим итә ала.
Конкурстың беренсе этабы республика киномарафоны сиктәрендә уҙғарыла. Киностудия һәм Кинематографистар союзы республиканың һәр муниципаль берәмегендә иң яҡшы һәүәҫкәр фильмдарҙы асыҡлаясаҡ. Республика этабында иһә иң-иңдәр һайлап алынасаҡ. Еңеүсе фильмдар Өфөлә Рәсәй киноһы йылын ябыу тантанаһында күрһәтеләсәк.


Вернуться назад