Тормош йәме – Һеҙҙә!07.03.2012
8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар, әсәгә, барлыҡ гүзәл заттарға һөйөү һәм рәхмәт тойғолары менән һуғарылған бөтә халыҡ байрамы. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт филармонияһында республика Профсоюз федерацияһы хеҙмәткәрҙәренең тантаналы йыйылышы үтте.
Унда Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Азамат Илембәтов та ҡатнашты.
— Республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙарға иғтибар ҙур, – тине Азамат Фәттәх улы. Күп балалы әсәләргә төрлө ташламалар ҡаралған. Беҙҙең тәжрибә Рәсәй кимәлендә башҡаларға өлгө булып тора. Был юҫыҡта маҡсатлы эш алып барыласаҡ, быйыл ғына 50 балалар баҡсаһы асыу күҙаллана. Һеҙгә, ғаиләгеҙгә һәм балаларығыҙға ныҡлы һаулыҡ, оло бәхет, эшегеҙҙә, ижадығыҙҙа уңыштар теләйем, – тине ул.
Премьер-министр шулай уҡ бер төркөм ҡатын-ҡыҙға Хөкүмәт наградаларын тапшырҙы.
Тантана сәнғәт йондоҙҙарының концерты менән тамамланды.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад