Наҙлы ла һин, нескә лә, шул уҡ ваҡытта ҡыйыу һәм батыр ҙа. Быларҙың барыһы ла ҡатын-ҡыҙ хаҡында. Һүҙҙе гүзәл заттың асылынан башлау юҡҡа ғына түгел: яҙҙың иң күркәм байрамын — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн ҡаршыларға йыйынабыҙ. Ошо айҡанлы Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләү тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатыны Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы менән килде.
Залдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙан күҙ ҡамашырлыҡ ине. Араларында дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмәндәр, уҡытыусы һәм табиптар, мәҙәниәт һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, ябай эшселәр — һәммәһе бар.
— Республиканың барлыҡ ир-аты исеменән 8 Март байрамы менән ҡотлайым, — тип башланы һүҙен Рөстәм Зәки улы. — Үкенескә ҡаршы, тормоштағы иң ауыр хеҙмәт йыш ҡына һеҙҙең нескә иңегеҙҙә ята. Хәл ителмәгән мәсьәләләр күп. Был — властың эшләп еткермәүе һөҙөмтәһе. Күп балалы ғаиләләргә ярҙам, балалар баҡсаһы менән проблема, һаулыҡ, мәғариф өлкәләре — барыһы ла тиҙ арала яйға һалыуҙы талап итә. Төрлө сәбәп буйынса һеҙгә ярҙам итә алмағаным өсөн уңайһыҙланам.
Ҡала мәҙәниәт һарайының фойеһында республика ҡатын-ҡыҙҙарының фотоһүрәттәренән күркәм күргәҙмә ойошторолдо. Бында бәләкәй генә ҡыҙҙарҙан алып өлкән йәштәге, әммә үҙенең һөйкөмлөлөгөн юғалтмаған гүзәл заттарға тиклем күптәрҙең рәсеме ҡуйылғайны.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та ҡотланы.
— Һеҙҙе йылына бер тапҡыр ғына тәбрикләйбеҙ, ә был ғәмәлде көн дә башҡарырға кәрәк. Беҙгә тормош бирәһегеҙ, ғүмер буйы оҙатып киләһегеҙ бит. Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым! — тине ул.
Гүзәл зат өсөн бик матур концерт ойошторолдо.
Ә. ӘЙҮПОВА.