Һиндостан! Илатаһың да, йырлатаһың да…26.02.2016
Телевизорҙа барған фильмдарҙың күбеһен Америка етештергән, һәр хәлдә актерҙар инглиз телендә һөйләшә. Уның ҡарауы иң күп кино төшөрөүсе бер ҙә АҠШ түгел, ә Һиндостан икән. Сәйе һәм мелодрамалары менән киң билдәле был илдә йылына 700 фильм сыға.

Һинд кино сәнғәтенә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бының менән генә тамамланмай. Мәҫәлән, фильмдарҙа йыш ҡына геройҙарҙың йырлауын ишетәбеҙ, күрәбеҙ, тик ысынында уларҙы актерҙар башҡарамы икән һуң? Мәғлүмәттәргә ярашлы, элегерәк уларға үҙҙәренә йырларға ҡушҡандар, әммә дубляж системаһы барлыҡҡа килгәс, талап үҙ көсөн юғалтҡан – актерҙар урынына йырсылар сығыш яһай башлаған. Әйтергә кәрәк, Һиндостанда улар ҙа танылыу яулаған. Ҡайһы берәүҙәре хатта “Рекордтар китабы”на ла ингән. Мәҫәлән, К. Дж. Йесудас кадр артында 50 меңдән ашыу йыр башҡарған.
Тетрәндергес яҙмыштарҙы сағылдырған фильмдарҙың сюжеты ла үҙенсәлекле икәнлеген оноторға ярамайҙыр: нисәмә әҫәрҙә бала тәүҙә ата-әсәһен юғалта, аҙаҡ табышып ҡуя. Шул уҡ ваҡытта күп кенә тарихтар ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға тартым икән. Юғалтыу-табыштар ғына түгел, халыҡтың ярылып ятҡан фәҡирлеге лә ғәмәлдә кинолағынан ҡалышмай. Хәйер, “Болливуд”та донъя күргән иҫәпһеҙ әҫәрҙәрҙең күләме лә быға бәйле. Әйтәйек, элегерәк күп кенә ғаиләләрҙең хатта телевизор алырға аҡсаһы булмаған, ә кинотеатрҙарҙа билетҡа түбән хаҡ ҡуйылған. Кешеләр күңелен шулай йыуатҡан.
…Әлбиттә, илатҡан да, йырлатҡан да, көлдөргән дә һинд фильмдарының Рәсәй киноһы йылына бер ҡатышы ла юҡ һымаҡ. Ләкин әкиәткә тартым ябай ғына сюжетлы был әҫәрҙәрҙән ватан тамашасыһы йыраҡ түгел. Ауылға һинд киноһы килеп, шығырым тулы клубтарҙы онотаһы бармы?!




Вернуться назад