Туғанлыҡ ул — ҡандағы йыр30.11.2011
Туғанлыҡ ул — ҡандағы йырБашҡорт теле

Башҡорт теле! Уралымда
Затым өсөн һин рух түле.
Миңә һин — яҙмыш, ә кемгә —
Сәхнәләгесә роль теле.

Башҡорт теле! Тарихында
Бер кемгә лә юҡ ләғнәте.
Тик үҙенсә иретмәктә
Көсәнмәне кем лөғәте.

Башҡорт теле! Һин — аҡбуҙат,
Һин — һандуғас, һин — ыласын.
Һәр өнөң ҡурай моңолай,
Барыһы тәбиғи, ысын.

Башҡорт теле! Салауат теле,
Һәҙиә теле, Мостай теле.
Уларға бит “Урал батыр”
Иң шөһрәтле остаз ине.

Башҡорт теле! Мәктәптәрҙә —
Һаман ҡыҫырыҡлау еле.
Донъя тармы?! Былай ҙа бит
Вазифалы урыҫ теле.

Башҡорт теле! Быуаттарҙы
Үтеп тә һин, сарланып та,
Яҙҙыртаһың минән шиғыр,
Ғорурланып, зарланып та.

Башҡорт теле! Уралымда
Затым өсөн һин рух түле.
Һин бит беҙҙең хәтер иле,
Мәңге йәшә, башҡорт теле!

Кавказ тотҡоно
Смирись, Кавказ...
А. Пушкин.

Имам Шамил, Хажи Морат, Махач...
Кавказдағы данлы азаматтар,
Хәтерҙәрҙә тере ҡуҙҙай булып
Баҙрай һаман һеҙҙең исем-аттар.

Ярты быуат буйы ҡандар түгеп,
Азатлығын яҡлап имаматтың,
Алышҡанда Шамил йөрәгендә
Ғәййәрлеге булған Салауаттың.

Затым әммә ҡырылып бөтмәһен тип,
Әсирлеккә төшкән Гунибта ул.
Хакимлыҡ тип түгел, халҡым тиеп
Ут йотоуҙар беҙҙең холоҡта ул.

Хажи Морат... Шамил таянған ир...
Баҫҡынсыға күсеп аҡланалыр.
Ғибрәт өсөн, бер киҫәтеү булып,
Башы, тиҙәр, һаман һаҡланалыр.

Махач... Ул да аямайса йәнен,
Совет власы тип ҡорбан булған.
Килдеме тик ирек? Шиңде власть,
Махачкала, ярай, исемен алған.

Сағылалыр ошо өс яҙмышта
Кавказдағы ғорурлыҡ һәм ҡоллоҡ.
Ғорурлыҡта ҡоллоҡ тотҡондамы,
Тотҡондамы үҙе ул — ғорурлыҡ?

Кавказ һырттарынан үткәнемдә,
Белһен, тинем, кемдең нәҫеле лә:
Азатлыҡтың туҙмай туй күлдәге,
Азатлыҡтың туҙмай кәфене лә.

“Кавказ тотҡоно” һәм
“Хажи Морат” —
Раҫламаймы шуны был әҫәрҙәр?
Мәңгелектә барыһы әсирлектә,
Белмәмештә уны беҙ — иҫәрҙәр.

Пушкин, Толстой — бөйөк ҡәләмгирҙәр,
Улар ҙа бит хакимлыҡ улдары.
Улар ҙа бит Кавказ һырттарында
Тарих менән хәтер тотҡондары.

Үткән саҡта Кавказ һырттарынан,
Сағыштырып уға сал Уралды,
Аҫыл заттарҙы мин иҫкә алдым,
Ҡайтҡас ошо шиғырым яралды.

Бул һәм булма

Бесәй бесәй буламы ни,
Мырлап һырпаланмаһа.
Эт һуң этме, ҡойроҡ болғап,
Янда ураланмаһа.

Был ғәҙәттәр — тоғролоҡмо
Уларҙы аҫраусыға.
Шуларға оҡшап, әҙәмдең
Кем тип һуң йәне сыға?

Хөрмәтселлек — хуптыр, ә һуң
Ярамһаҡлыҡ, ҡуштанлыҡ?
Кем әйтер, эйелгән башта
Ятмай, тиеп, дошманлыҡ?

Ышанма таҫма теллегә,
Тура һүҙлегә ышан.
Бел: алтын тәңкә яуһын тип
Табына күккә ишан.

Хаҡ Тәғәлә саҙаҡаға
Мохтажлыҡтан юғары.
Ул — иман. Кеше булып ҡал!
Шулдыр иман шиғары*.

Бесәй — бесәй, эт — эт инде,
Яратылғандар шулай.
Олтанбай булыу — меҫкенгә,
Ике йөҙлөгә ҡулай.

Ҡуштанлыҡ, тәкәбберлек тә
Ят ҡылыҡ беҙгә, аңла!
Бул инабатлы, хөрмәтсел,
Булма бесәй, эт булма!
–––––––––––––
*Шиғары — әләме, инанысы.

Иҫкәртеү

Барҙыр дәғүәсел болғаҡ
Татарҙа ла, беҙҙә лә.
Күрмәмешме — бөкөрө, тип,
Тик ҡәберҙә төҙәлә?

Күпме таянма тарихҡа,
Ҡайтмай Ҡазан ханлығы.
Аҫабалығын онотоу,
Был — башҡорттоң ҡылығы.

Бер-береңде яҡлау, һаҡлау —
Шул бит иман бурысы.
Һәр кем үҙе белә — кем ул,
Ҡайҙан рухы, ырыҫы.

Теләһә ниндәй ҡотҡосо —
Кейһә лә ниндәй битлек,
Затына бит зәхмәт көҫәп,
Ҡыла хилафлыҡ, этлек.

Беҙ — ҡәрҙәш ике ил-ҡәүем,
Илдең әммә кеме юҡ.
Ике милләт тә ҡыҫымға
Алынһа бит өнө юҡ.

Яратам татар моңон да,
Йән атам башҡортома.
Әммә иҫкәртәм: болғаҡтар
Аяҡ баҫмаҫ йортома!

Һәр замандың...

Һәр замандың барҙыр алғырҙары,
Тағы берәү бына пәйҙә булды.
Һайыҫҡан бит — өҫтә, шәп шыҡрыҡлай,
Күреү ҡайҙа талдағы былбылды.

Ишетеү юҡ бөркөт саңҡыуҙарын,
Көнлөксөләргә ул ниңә кәрәк?
Милләт әтәстәре яр һалмаһа,
Булмаҫ инекме ни уяу, зирәк?

Йәшәй белә заман ҡуштандары!
Мин-минлеккә бөтөн ихласлыҡтар.
Әйтеп ҡара хаҡты! Иҫкәртерҙәр:
Һағаламай тимә үс, хаслыҡтар.

Ә ҡайҙа һуң халыҡ? Билдәле лә:
Буранғолдар менән Рәмиҙәр бит
Киткәс кенә беҙҙә яҡлау таба,
Аҙаҡ ҡына беҙҙә әрнейҙәр бит.

Алға сыға әрһеҙ, алғыр йәндәр,
Тағы берәү бына пәйҙә булды.
Ырыҫлы һәм моңло һүҙҙе тапап,
Шулар баҫып алмаҡ хәҙер юлды.
Һайыҫҡан бит — өҫтә, шәп шыҡрыҡлай,
Күреү ҡайҙа талдағы былбылды.

Ҡандағы йыр

Беҙ һиңә туған, тигәндәр
Табылып ҡуя ҡай саҡ.
Нимә тип әйтмәк, бығаса
Яҡмағас бергә усаҡ.

Ярай, хуп, тимен. Тик бер уй
Аҙға булһа ла тулар:
Ҡағылып-һуғылып үҫкәнемдә
Ҡайҙа булған һуң улар?

Атайым — һуғыш ҡорбаны,
Әсәй — етемлек ҡыҙы.
Мин — сибек бала, нисектер
Һүнмәгән ғүмер ҡуҙы.

Яу йылдары... Аҙаҡ та бит
Сигендеме михнәттәр?
Һәр кемгә тик үҙ хәле хәл,
Биктәрҙән кем дә миктәр.

Туҡмап та, хуплап та яҙмыш
Күтәргәс төпкөлдәрҙән,
Туғандар табылып ҡуя
Бер ҙә көтмәгән ерҙән.

Килдеме таныр көн тиеп
Кәпрәйер йән мин түгел.
Әммә тормош һабаҡтарын
Онотор заттан төңөл.

Аңлағанға ым да етә,
Ниңә кәрәк сурытыу?
Туғанлыҡ ул — ҡандағы йыр,
Ә түгелдер йыр отоу.

Һәр милләттәш — ҡәрҙәш. Был хис
Туғанлыҡтан башлана.
Ҡандағы йыр ул туғанлыҡ,
Йырҙа булмай ташлама.

Тәбиғәттән

Тәбиғәттән килгән бөтә нәмә
Тәбиғәттә хәҙер ҡала бара.
Мин белмәйем — алыҫая, әллә
Яҡыная шулай беҙҙең ара.

Иҫтә һаман — һиҫкәндереп таңды,
Йырлай-йырлай йөрәк ҡанатлана...
Ҡанмаҫ танһыҡ, ҡанмаҫ ҡомар хәҙер
Яҙғы гөрөнтөлә ҡабатлана.

Типһәм, тимер өҙөр тәүәккәллек,
Әйтһәм, бер әйтеүҙә сәмем — сәптә.
Был сифатым йәйге йәшенгә иш,
Йәшнәүҙәре түгел минән ситтә.

Көҙгә күсә, тиеп һин көтәһең,
Унан — ҡыш, тиерһең һин, уҡыусым.
Тойомлайһың алғы тәфсирҙәрҙе,
Ә мин тоҫмал итәм ғүмер осон.

Тәбиғәттән килгән бөтә нәмә
Тәбиғәттә хәҙер ҡала бара.
Мин белмәйем — алыҫая, әллә
Яҡыная шулай беҙҙең ара.
Хәсән Назар


Вернуться назад