Эй, шиғриәтТауышһыҙҙы тауышландыр,
Һағышһыҙҙы һағышландыр,
Эй, шиғриәт, донъяларҙы
Сағыуландыр, баҙыҡландыр!
Өнһөҙ телде ауазландыр,
Йәшерен серҙе ауыҙландыр,
Эй, шиғриәт, һәр һүҙеңде
Һөтләндерсе, ыуыҙландыр!
Аҙыҡһыҙҙы аҙыҡландыр,
Рухиәткә бағышландыр!
Эй, шиғриәт, һинең менән
Күңелгенәм ҡауышҡандыр.
Башҡорт йырыЗәбирә ӘпсәләмовағаБашҡорт йыры ябай түгел,
Өҫтөндөр хатта аңдан.
Йырлап булмай уны бары
Тауыш менән һуҙмаңлап.
Йырлап була уны бары
Йөрәктәге рух менән,
Күңелеңдең күктәрендә
Ҡояшланған ут менән.
Бейектәрҙән бейегерәк,
Башҡорт йыры – бер ғаләм.
Моң ҡеүәһе, тылсым сере
Тәрәндәрҙән дә тәрән.
Киңлектәрҙән киңерәк ул,
Юғарыраҡ ваҡыттан.
Йән өҙөрлөк һағышлы ул –
Тамырланған тарихтан.
Ҡорбандарҙың шәһитлеген
Һыҡтап һөйләй оҙон көй.
Батырҙарҙың фиҙалығын
Данлап көйләй оҙон көй.
Оҙондан да оҙон уның
Мөғжизәле ғүмере.
Моңлонан да моңло уның
Уны тыуҙырған ере.
Ер йәннәтен, күк ожмахын
Башҡорт йыры тойҙорта.
Өр-яңынан йәшәтә ул,
Өр-яңынан тыуҙырта.
Терелдерә халыҡ моңо,
Йәнде алмай, йән бирә.
Йәнләндереп донъяларҙы
Йырла, әйҙә, Зәбирә!
ҠаҙанмышДиңгеҙҙәрҙән ҡоро ерҙе
Астырыусы мин түгел.
Тупраҡтарҙа сәскәләрҙе
Аттырыусы мин түгел.
Донъялыҡта байманлыҡты
Үҫтереүсе мин түгел.
Эҙләп табып, үлемде лә
Үлтереүсе мин түгел.
Мин түгел ул күк таштарын
Кире күккә бырғаусы,
Ҡотҡарыусы, ер ғүмерен
Мәңгелеккә ялғаусы.
Мин түгел ул тәбиғәткә
Терек һыуын бөркөүсе.
Мин бары тик йәншишмәнән
Ғүмер һыуы эсеүсе.
Үҙемә ғүмер биреүсе лә,
Алыусы ла мин түгел.
Быларҙы мин хәл итмәйем,
Ихтыярсы мин түгел.
Ер хужаһы – күк эйәһе,
Йыһандың яһаусыһы.
Яһаусының мин түгелмен
Хатта ки ярҙамсыһы.
Мин бары тик яһаусының
Яһалмышы ғынамын.
Уйлап тапҡан бер уңышы,
Ҡаҙанышы ғынамын.
ХыялдарХыял итә ҡышым яҙ хаҡында.
Арынырға теләй туңлыҡтан.
Ташҡынларға теләй тойғоларым,
Ҡотолорға теләй тынлыҡтан.
Хыял итә яҙым йәй хаҡында.
Төрөнгөһө килә сәскәгә.
Ҡара тупраҡтары япраҡланып,
Әйләнгеһе килә сәхрәгә.
Хыяллана йәйем көҙ хаҡында.
Йәйҙең теләктәре – еләктәр.
Һәр кемгә лә ғәзиз ғүмеренең
Емештәре генә — бүләктәр.
Хыяллана көҙөм ҡыш хаҡында,
Сафландырыр өсөн донъяны.
Ҡарҙың бурандарын һағына бит
Һары япраҡтарҙың бураны.
КисәңгеБиткә ҡаплап сәс туҙымын
Арттан баҫтырған елдәй,
Эйәрә арттан кисәңге,
Тороп ҡалғыһы килмәй.
Туҡтатмаҡсы ул ваҡытты,
Уны уҙып китмәксе,
Алдарына сығып уның,
Бер һыҙғырып үтмәксе.
Алға сыҡмай кисәңге көн,
Ул бары шаша ала.
Күпме генә туҙынмаһын,
Ваҡыттан артта ҡала.
ЭйәрсендәрҺуҙылып та килгән еп шикелле
Күҙәүенә һаплы энәнең,
Бер тотам да ҡалмай кисәге көн,
Бөгөнгөгә килә эйәреп.
Эйәреп килә беҙгә яҡшы-яман,
Эйәреп килә арттан аҡ-ҡара.
Еп – эйәрсен, энә – эйәһелер,
Ептәр менән энә һаплана.
Эйәреп килә беҙгә Ленин, Сталин,
Тағылып килә һаман гитлерҙар.
Мәйет – тере! Тере мәйеттәргә
Мәҙхиәләр йырлай күп йырҙар.
Үткән быуат энә күҙәүенә
Оҙон епкә икән һапланған!
Дауам итә эшен илбаҫарҙар,
Ҡорбан түгел, ҡатил аҡланған!
Татыулыҡтар түгел, дошманлыҡтар
Түгелдер ҙә мәңге ҡалмаҡҡа?
Замананың иҫке энәһенә
Яңы ептәр кәрәк алмашҡа.
БерҙәмлекЮҡ, дошманлыҡ түгел, беҙҙе
Берләштерһен татыулыҡ.
Берләштерһен беҙҙе һөйөү,
Ҡояш кеүек балҡырлыҡ.
Ялғансылыҡ, ҡотҡосолоҡ
Алмаһын йәндән төйәк.
Йәлләдтәргә, ҡорбандарға
Бүленмәһен йәмғиәт.
Һатлыҡтарға, патриотҡа,
Ҡыҙылдарға, аҡтарға
Айырылмаһын илдең халҡы,
Бүленмәһен саттарға.
Яуыз бәндә китһен беҙҙән,
Үҙен үҙе ерләшһен.
Хайуанлыҡта түгел, кеше
Әҙәмлектә берләшһен.
Үҙ-үҙендә һәр кем бары
Миһырбанлыҡ йыйнаһын.
Бер йөрәген ҡырҡҡа ярып,
Бүленерҙән булмаһын!
Һәрпәк“Дошман менән юлдаш булһаң,
Һәрпәгең билеңдә булһын”.
Башҡорт мәҡәле.
Ҡалалары, ауылдары
Утҡа тотоп сәрпәкләнде.
Сәрпәкләүсе буйһондорғас,
Сәсән халҡы һәрпәкләнде.
Ҡоралланды баштан-аяҡ,
Дошман менән булғас юлдаш.
Билдә – һәрпәк, ҡында – хәнйәр,
Келәттәрҙә – дары, ҡурғаш!
Ышанмай ул юлдашына,
Ышанмай ул илдәшенә.
Әҙер тора һаҡланырға,
Кәрәк булһа, берләшергә.
Ышанғанды алдайҙар тик!
Алдамайҙар ышанмаһаң!
Ышанысын юйған ғына
Һәрпәк менән йәшәй һаман.
Ҡорал көсөнә таяна
Өмөттәрен өҙөүселәр.
Сәрпәкләнә йәндәребеҙ...
Аһ, ҡайҙа һуң еңеүселәр?
ҠабуллыҡШәйехзада Бабич ҡәбере янында“Тынысландыр шағир йәнен!
Ғазаптарҙан арындыр!”
Аяҙ көндө йәшен атты,
Болотһоҙ яуҙы ямғыр!
Ишетте күк аятымды,
Аңланы мине һауа.
Һауаның һүле һығыла,
Ҡояшлы йәше яуа!
Миңә ҡуша бар тәбиғәт
Бәхилләйҙер шағирҙы.
Ҡабул булды ҡылған доғам,
Ҡылған һайын яңырҙы.
Ишетте бит теләктәрҙе,
Яуап бирҙе бит йыһан!
Бар әрнеше уның да бит
Һауаға тулып торған!
Бына инде күҙ йәштәрем
Минең дә бит яуалар.
Тыныстыр ҙа инде шағир! –
Бушанды бит һауалар...