“Әйҙәгеҙ, егеттәр, шулайтайыҡ...”24.02.2016
Сафуан Әлибаев менән миңә “Совет Башҡортостаны” (хәҙерге “Башҡортостан”) гәзите редакцияһында бергә эшләргә яҙҙы. Абруйлы баҫманың яңы етәксеһе Мансур Әйүпов үҙгәртеп ҡороу башында иғлан ителгән билдәлелек осоронда редакцияға эшкә төрлө төбәктәрҙән йәштәрҙе йыйып алғайны. Журналистикала, әҙәбиәттә йәки башҡа гуманитар йүнәлештәрҙә киләсәктә исемдәре яңғыраясаҡ Фәрзәнә Аҡбулатова, Морат Төхвәтуллин, Фаил Ҡылысбаев һымаҡ юғары уҡыу йортон яңыраҡ тамамлаған йәш белгестәр бер осор саҡырылғайныҡ.
СССР-ҙың төп баҫмаһы “Правда” гәзитендә Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсе В. Прокушевтың “Преследование прекратить” тигән шау-шыулы мәҡәләһе сыҡҡандың өсөнсө аҙнаһында эш башлағайным. Бер осор шағир Рәйес Түләк менән әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләнек. Баш мөхәррир урынбаҫарҙарының береһе, яңыраҡ “Башҡортостан пионеры”нан (хәҙерге “Йәншишмә”) күскән Сафуан Әфтәх улы – нәҡ беҙҙең бүлектең кураторы, бынан сыҡҡан материалдарҙы номерға ул туплай.
Ҡайһы бер яҙыусы ағайҙар әҫәрҙәрен гәзиттә тиҙерәк баҫтырып сығарыр өсөн туп-тура баш мөхәрриргә инеп китһә лә, Мансур Әнүәр улы, ипләп кенә һөйләшеп, ҡулъяҙмаларын иң элек бүлеккә тапшырырға кәңәш итә. Улар килеп, ишектән башын тығып ҡына беҙгә ҡарай ҙа урынбаҫарға – Сафуан Әлибаев бүлмәһенә – “һөжүм”гә юллана. Ә ул көн аҙағынараҡ, бер нисә яҙыусының ижади яҙмаларын тотоп, барыбер беҙгә инә. Материалдар бүлек аша үтергә тейеш — тәртибе шундай. Ошоғаса тапшырылған әҫәрҙәр беҙҙә тупланған, уларҙың авторҙары ла баяғы маршрутты тапаған бит...
Ҡайсаҡ ныҡышыраҡ автор урынбаҫарға эйәреп килгән була. Китә шунда ҡулъяҙманың мөһимлеге тураһында бәхәс! Хәҙер инде Сафуан Әлибаев алдараҡ әҙерләп бирелгән әҫәрҙәрҙең дә көн ҡаҙағына һуғыуы тураһында ипләп кенә аңлата башлай. Йор һүҙе менән авторҙың күңелен күтәреп ебәрә хатта. Кураторыбыҙ сығып киткәс, артабан инде беҙ, бүлектәгеләр, ныҡыш авторҙың ҡорбанына әйләнәбеҙ...
Ул осорҙа заманына күрә иҫ киткес ҡыйыу мәҡәләләр баҫылды, ошоғаса тыйылған темаларға юл асылды. Башҡортостан Яҙыусылар союзының һынылышлы съезы алдынан уҡ бүлек ҡыҙыу бәхәстәр үҙәгенә әйләнде, ә дауыл алдынан булыр тынлыҡ мәлендә, йыйынға бер нисә көн ҡалғас, сараны яҡтыртыу өсөн барырға тейешле махсус хәбәрсе ҡапыл табылмай ҡуйҙы. Шунда Сафуан Әфтәх улы минең кандидатураны тәҡдим итте, ә төп етәксебеҙ, баш мөхәррир, бер аҙ уйланып ултырғас: “Әйҙә, тик унда ҡаты алыш буласаҡ, мөмкин тиклем асыҡ бирергә кәрәк”, – тип ризалашты. Әсенеүле, йөрәккә үтерлек киҫкен сығыштарҙан, һиҫкәндергес репликаларҙан торған ҡойонло съезд һаман күҙ алдымда. Күп фекерҙәрҙе һөйләм эсенә йәшереп, образлы сағыштырыуҙар аша биреп, анализлап яҙҙым мәҡәләне. “Әйт һүҙеңде, әҙип, заманға!” тигән ҙур күләмле материалым сыҡҡан көндө бүлеккә бер-бер артлы бик абруйлы ике шәхестең инеп сығыуы күпте аңлаталыр, тим. Республиканың Журналистар союзы рәйесе, данлыҡлы публицист, халыҡ депутаты Ризван Хажиев: “Ошо бер мәҡәләң өсөн генә лә Союзға алам, яҙ ғариза! Рекомендация – үҙемдән”, – тиһә, икенсеһе, билдәле яҙыусы, үҙенең сығышына ҡағылышлы яҙғандарым менән килешмәне, ризаһыҙлыҡ белдерҙе. “Баш мөхәрриргә инеп, кире ҡағырлыҡ дәлилдәрегеҙ булһа, аңлатып, яҙып ҡалдырығыҙ – баҫып сығарырбыҙ”, – тигәс, ҡаш төйөп, әлеге лә баяғы Сафуан Әлибаевтың бүлмәһенә инеп китте... Кире ҡағыу баҫылманы, ә “планерка”ла мәҡәләне бик хупланылар. Сафуан ағай ныҡ торғандыр, тим.
Әйткәндәй, республика матбуғатындағы тәүге күләмле шиғырҙар шәлкемемде лә ул ҙур баш һүҙе менән баҫтырҙы. Юҡһа, үҙе бик шәп шағир, етәксебеҙ Мансур Әнүәр улы дауайлаһа ла, сығартмай йөрөй инем. Бында Сафуан Әфтәх улына тағы бер рәхмәт әйтергә ҡала... Шиғырҙар донъя күргәс, йәнә иртәгеһенә бүлеккә Ғәзим Шафиҡов инеп: “Шиғырҙарың шәп бит, әй, урыҫсаға тәржемәгә миңә генә бир”, – тигәйне. Эй, ул ихлас, асыҡ, һәр нәмәне уртаға һалып һөйләшеү замандары! Һағындыра...
Һуңғараҡ, мине яуаплы сәркәтип урынбаҫары итеп күсергәстәре, Сафуан Әфтәх улы менән туранан-тура бәйләнештә торҙом. Шулай итеп парлап эшләгәндә иң ҡыҙығы шәмбе көн була ине (ул осорҙа гәзит йәкшәмбе лә донъя күрҙе). Дежур төркөм генә сыҡҡас, халыҡ аҙ. Материалдар алдан туплап ҡуйылғас, ваҡыт иркен. Авторҙар ҡаҙалмағас, әңгәмәләшеп алырға ла, шиғырҙар уҡышып ултырырға ла форсат табыла. Элегерәк шиғырҙары, йырҙары, сәхнәләге сығыштары аша ғына таныш булған шәхес тормошта бик алсаҡ, моңло күңелле кеше икән дә. Мин, ғәҙәттә, алдараҡ килеп, барса материалдарҙы макетлап, ҡайһы бер әҙер полосаларҙы верстканан алып, эшләп ултырам. Ә Сафуан ағайҙың редакция урынлашҡан бишенсе ҡатҡа килеп инеүе шунда уҡ беленә – лифттан сыҡҡас та йырлай башлай ул!
...Шулай бер көндө бүлмәһенә материалдар папкаһы тотоп барып инһәм, Сафуан ағай тәҙрә янында моңһоуланып тышҡа ҡарап тора. Мин ингәнгә лә иғтибар итмәй, йәлләгән тауыш менән аҫҡа ҡарап һөйләй:
– Ҡайғырып ҡына тораһыңмы, бахыр малҡай?! Бөтәһе лә тәбиғәт ҡосағында, баҡсала, тиһеңме? Ә һин бында, шаулы ҡалала, тораһың...
Кемде, нимәне һөйләй тип янына барып аҫҡа ҡараһам, машинаһына төртөп күрһәтә:
– Төҫө лә, ана, баҡса йәшеллеге һымаҡ бит...
Яңыраҡ ҡына өр-яңы машина алып ебәргәйне шул Сафуан ағайыбыҙ. Хәҙер инде миңә боролоп өндәшә:
– Киләһе шәмбе дежур итмәйбеҙ. Әйҙә, бараһыңмы минең баҡсаға әҙ-мәҙ эшләшергә?
Бармай ҡайҙа инде – килештем! “Вәт һәйбәт, Рәйес Түләк тә ризалашты, Аҡманайға йома көнө ҡуҙғалырбыҙ”, – тине ағайыбыҙ.
Ризалашыуын-ризалаштым да, юлда үкенә биреп ҡуйҙым – кисә генә “права” алған һәр кеше кеүек, ул да машинаһын ипкә өйрәтеп өлгөрмәгән икән... Тегенеһе тимер дилбегә-рулгә һис баш бирмәй: йә светофорҙан өркөп туҡтап ҡала, йә ҡуҙғалғанда ҡапыл сыбыртҡы менән һуҡҡан ат кеүек ырғый ҙа һүнә лә ҡуя! Мин, матайҙа бала саҡтан елдергән кеше, барыһын нервы аша кисереп, тәғәйен ергә барып еткәнсе лысма тир булдым. Рәйес нимә эшләгәндер, белмәйем, ә бына Фәрҙиә еңгә – иҫ киткес тыныс, итәғәтле апай – миңә өлгө булды шунда: теште ҡыҫып түҙергә ярҙам итте. Яңыраҡ ямғыр үткән ине, бата-бата, михнәт сигеп барып еттек. Төшөп, машинаны тайғаҡ үрҙәргә эткәндә эре һөйәкле Рәйестең бик кәрәге тейҙе...
Аҡманайға барғас, барса михнәттәр аҡланды – ожмах баҡсаһы бында икән! Кистән һандуғастар сутылдашып йоҡоға оҙата, иртәнсәк ҡоштар һайрашып уята...
Көндөҙ өй ҡыйығы менән булышҡанда, аҫтан: “Оһо, егеттәр ярҙамға килгән икә-ә-ән”, – тигән яғымлы таныш тауыш ишетелде. Ҡараһаҡ, Булат ағай Рафиҡов. Хас ауылса, ябай фуфайка кейгән килеш, беҙҙең эшкә хуплаулы баш ҡағып, үҙе һис айырылмаған тәмәкеһен төтәтә. Йәнә арыраҡ ҡараһаҡ, Мирас Иҙелбаев ағай ихатаһында ниҙер булаштыра. Аҫылғужа Баһуманов ағайҙың уғата көр тауышы бар урамға яңғырап китә – ул ниндәйҙер бейек будка төҙөп ята икән...
Кискәрәк Сафуан ағайҙарҙың күршеһе Динис Бүләковҡа барып инһәк, ул ҡыҙарынып, ах та ух килеп, урындыҡ кеүегерәк яһалған ҙур бер ағас карауатта тауҙай булып ял итеп ята – яңы ғына мунсанан сығып ауған... “Пары көслө, егеттәр барығыҙ, инеп сығығыҙ”, – тине ул ағайҙарса ихласлыҡ менән.
Әле бына яңыраҡ Фәрҙиә апай, шул көндәрҙе иҫләп, минең хәтерҙе яңыртты:
– Нияз менән Рәйес, икеһе лә йәп-йәш, иртә таңдан көлөшә-көлөшә һалҡын һыу менән ҡойона. Нияз: “Кистән башыма килгән шиғыр төндә лә ебәрмәне. Бер әйбер тыуҙы шикелле, сыймаҡлап ҡуйҙым”, – тигәне һаман иҫтә... Шағирҙар, яҙыусылар күп ерҙә илһам тыумай ни...
Рәхмәт, Фәрҙиә апай, иҫкә төшөрҙөгөҙ, булғандыр. Ысынлап та, шунса сутый майҙанда ошо хәтлем күренекле әҙип тап килгәне башҡаса булмағандыр ул. Һәм булмаҫ та инде... Әйткәндәй, хәҙер ҙә күп яҙыусылар баҡса эше һәм ижад менән мәшғүлдер Аҡманайҙың “Денисовка” тигән ерендә. Яҙыусы халҡы белә: әҙиптәр ауылының иң беренсе булып Динис Бүләков йорт һалған айырым өлөшө шулай атала. Билдәле күл янындағы икенсеһе, тәүге йортто һалған Михаил Чвановҡа бәйләп, “Чвановка” тип исемләнгән.
Ә теге саҡтарҙан йәнә шул иҫтә. Рәйес балта эшенә оҫта булып сыҡты. Йыш ҡына туҡтап, шиғыр һөйләп алып китеүен йәки гел моңланып йыр мөңрәп йөрөүен иҫәпкә алмағанда, миңә ҡарағанда күберәк файҙа килтергәндер. Сафуан ағай шунда “Анау ерен былайыраҡ итһәк, матурыраҡ булыр” ти йәки, “Әйҙәгеҙ, егеттәр, ошоноң өҫтөнә душ яһайыҡ” тип, хыялға ашмаҫ тәҡдим менән сыға... Хәҙер инде мин ипләп кенә, теге саҡ ағай үҙе редакцияла авторҙарға аңлатҡан һымаҡ, иҫбатлайым:
– Улайтмайыҡ әле, һуңынан дөрөҫ түгеллеге асыҡланһа, мәшәҡәте буласаҡ, ватып ташларға тура киләсәк бит...
“Ярай, һин, иптәш, юғары белемле архитектор бит әле, ышандырҙың”, – тип шаян йылмайып, килешеп ҡуя. Был Сафуан Әфтәх улының кәрәк урында кеше фекеренә ҡолаҡ һалып, ғөмүмән, төрлө яҡты уйлап эш итеүенә ишара булыр.
Ысынлап та, һуңынан да, редакцияла резонанслы мәҡәләләр, махсус сығарылыштар әҙерләгәндә һәр төрлө ҡарашҡа таяныуын күрергә тура килде. Ләкин киҫкен ҡарар кәрәкле саҡта “Ай-һай, баҫтыра алырҙармы икән?” тип икеләндергән үткер мәҡәләне лә үҙ яуаплылығына алып сығарттырғанын иҫләйем. Был айырыуса үҙгәрештәр-сыуалыштар заманында мөһим ине.
Аҡманайға барған көндәр әле төш кеүек кенә. Яҡты, ҡабатланмаҫ иҫтәлекле мәл өсөн рәхмәтлемен Сафуан ағайға.