Әсә07.03.2012
Риф Мифтахов

Әсә... Ҡыҫҡа, ябай һәм ғәҙәти
Бары бер һүҙ генә донъяла.
Тик йөрәктәр, әсәй, тигән саҡта
Илаһилыҡ менән нурлана.

Был донъяға тыуған һәр сабыйға
Иң беренсе әсәй йылмайған.
Күкрәк һөтөн имеп йоҡлаған да
Бишек моңон тыңлап уянған.

Һыу-икмәктең тәмен, йәй-ҡыш йәмен,
Туған телдең сихри һүҙҙәрен
Әсә асҡан башлап: донъя-тормош,
Ер-йыһандың бөтмәҫ серҙәрен.

Тыуҙырғандан һуңғы көнөнәсә,
Үҙ ғүмере инде үтһә лә,
Һәр бер көнөн бала өсөн әсә
Хәүеф-хәсрәттәрҙә үткәрә.

Әсә тәнендәге һәр бер тамыр
Сабый йәндәренә тоташҡан.
Секундтарҙы үлсәр сәғәт кеүек,
Тиртеп тора йәндә уның ҡан.

Бер күрергә зар-интизар булған
Йорттан ситтә етем һәр бала
Ҡатын-ҡыҙға, әсәм түгелме, тип,
Әсе йәшен һөртөп, күҙ һала.

Тән-йән ғазаптарын кисергәндә,
Тулғаҡ тотҡан саҡта балаға
Йәш ҡатын да әсәһенә баға,
Табынғандай, гүйә, Аллаға.

Яраланып, ахыр сиккә етеп,
Хәл өҫтөндә һалдат ятҡанда,
“Әсәй...” һүҙе менән күҙен йома,
Һуңғы тапҡыр һулыш алғанда.

Ташлағанда яҙмыш мәрхәмәте,
Ай-йондоҙо ерҙең, йыһандың;
Ҡолағында дәүер терәктәре,
Ҡалмағанда хаҡы имандың;

Туған-дуҫың, заман, бар кешелек
Көрсөктәргә терәп донъяңды,
Аҫтын-өҫкә хатта түңкәргәндә,
Мөхәббәте һүнмәҫ бер йәндә:
Ул мәңгелек һөйөү — әсәңдә.

Ябайҙар ҙа, даһиҙар ҙа — һәр кем
Әсәнән тыш ергә тыумаған.
Нисә быуын уға баш эймәгән,
Нисә быуын уны ҙурлаған?!

Ә барыбер әсә тормошона,
Яҙмышына лайыҡ булалған
Алтын һәйкәл әле һалынмаған,
Бөйөк әҫәр әле тыумаған...

Әсә һүҙе белмәй сик-сикләүҙе
Инә йәнгә, ипләп, көсләшмәй.
Тәбиғәттәй, әсә күңелендә
Сабыр аҡыл, тыныс көс йәшәй.

Ер шарында бөтә милләттәрҙе
Туған итер ҡөҙрәт был һүҙҙә!..
Кешелекте, ҡарынында һаҡлап,
Тыуҙырыусы әсә был ерҙә!


Вернуться назад