Күбәләк һәм тараҡан19.02.2016
Мәҫәл
Бер ҡыҙыҡ ишеттем
Беҙҙең шаян халыҡтан,
Бер тараҡан күбәләкте
Күҙәткән, ти, ярыҡтан.
Өйгә кергән аҡ күбәләк,
Һары мыйыҡты күргән.
– Бында нишләп ятаһың һин?
Әйҙә, болонға, – тигән, –
Болон тулы сәскәләрҙең
Матурлығын күрербеҙ,
Һинең дә ҡанатың бар бит,
Бергә осоп йөрөрбөҙ.
Ә тараҡан күбәләккә:
– Артыҡ һөйләмә, – тигән,
Барам, әгәр унда булһа
Ярыҡ бүрәнә, – тигән.
Күбәләккә тәбиғәттең
Хозур байлығы кәрәк.
Тараҡанға был донъяның
Нурһыҙ тарлығы кәрәк.
Ижадтағы
ихласлыҡ
Күңел ҡуҙғалмай, илһам уянмаһа,
Яҙыҡ булмай шиғыр: бит ул һиҙгер шундай.
Ҡай берәүҙәр тиҫтәләгән китап баҫа, –
Һандар өсөн пүстәк юлдар һыҙып булмай.
Шиғри донъяларҙа бөгөн хәлдәр шундай,
Бәғер әрнемәһә, йөрәк һыҙламаһа,
Тыумай хисле, көслө, ихлас уҡыр әйбер.
Телебеҙҙе ваҡыт әгәр үлтермәһә,
Халҡым, бәлки, исемдәрҙе иҫкә алыр?..
Күңел һәләт менән нурланмаһа, дуҫтар,
Яҙыу яҙыумы ни – был бит яһалмалыҡ.
Баш эймәгән көслө-моңло шиғри заттар
Кемдәргә һуң икән яраманыҡ?
Ижадта беҙ яндыҡ, көйҙөк – урламаныҡ,
Әшнә-ялағайлыҡ йырын йырламаныҡ,
Ихласлыҡты быуып, йәнде ерләмәнек,
Һауаланыу сире менән сирләмәнек.