Башҡортостан Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияһына тиҫтәгә яҡын китап тәҡдим ителгәйне. Комиссия ағзалары ике авторҙы еңеүсе итеп билдәләне.
Яҙыусы, драматург, шағир Мәүлит Ямалетдинов — “Ҡуласа” һәм “Ишмөхәммәт сәсән” романдары, яҙыусы Лира Әхмәт-Яҡшыбаева “Халҡыбыҙ изгеләре” китабы өсөн Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияға лайыҡлы тип табылды.