Бал ҡорто ла тәрбиәгә мохтаж17.02.2016
Бал ҡорто ла тәрбиәгә  мохтаж “Ғилем” нәшриәтендә “Башҡортостан Республикаһының “Apis mellifera mellifera L. Ҡара төҫтәге урман бал ҡорто” тип исемләнгән монографик хеҙмәт донъя күрҙе. Унда ҡара төҫтәге урман бал ҡортон үрсетеү, таратыу, генофондын һаҡлау мәсьәләләре менән шөғөлләнгән республика ғилми үҙәктәре (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең “Биохимия һәм генетика”, “Органик химия”, “Геология” институттары, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, “Шүлгәнташ” тәбиғи биосфера ҡурсаулығы) хеҙмәткәрҙәренең теоретик һәм эксперименталь йүнәлештәге хеҙмәттәре тупланған.

Һәр мәҡәлә фәнни яҡтан төплө дәлилләнгән, тәжрибә һөҙөмтәләре менән нығытылған. Шуға күрә лә китап бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә тулы булыуы менән үҙенә йәлеп итә. Шул уңайҙан йыйынтыҡ ғилми хеҙмәткәрҙәргә лә, мәктәптә, юғары уҡыу йортонда уҡыусыларға ла, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәргә лә бик файҙалы ҡулланма булыр. Монографик хеҙмәттең яуаплы мөхәррирҙәре – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең “Биохимия һәм генетика институты” хеҙмәткәрҙәре Рөстәм Ильясов, Алексей Николенко, “Шүлгәнташ” тәбиғи биосфера ҡурсаулығы хеҙмәткәре Наилә Сәйфуллина.
Йыйынтыҡ бер нисә бүлектән тора. Беренсе бүлектә авторҙар Башҡортостанда солоҡсолоҡ һәм ҡортсолоҡ эшенең тарихына байҡау яһай. Башҡорт бал ҡорто тураһында һүҙ алып барғанда, уның сығышына бәйле бик тә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, дәлилдәр килтерелә. Мәҫәлән, бал ҡорто бик боронғо тере организм икән, яҡынса 1 миллион 300 мең йыл самаһы элек Көньяҡ-Көнсығыш Азия тарафтарында барлыҡҡа килеп, һуңынан Африкаға, тора-бара Көнбайыш Европа, Яҡын Көнсығыш илдәренә таралған. Ә беҙҙең Урал яҡтарына Көнбайыш Европанан күсеп килгән тип иҫәпләй авторҙар. Артабан ҡырағай бал ҡортон кеше солоҡтарға, түмәр умарталарға, таҡта умарталарға урынлаштырып, үҙенә буйһондора, табыш сығанағына әйләндерә.
Башҡортостанда бал ҡортоноң эйәләштерелеүен ғалимдар 1753 йылдар менән билдәләй. Ә инде XIX быуат урталарында ҡортсолоҡ кәсебе тормошҡа ныҡлап үтеп инә. Бөгөн инде башҡорт балы тигән татлы, шифалы ризыҡ бар донъяға билдәле.
Республикалағы климат үҙенсәлектәренең бал ҡорттарының бал йыйыуына йоғонтоһо хаҡында китаптың айырым бүлектә байтаҡ ҡыҙыҡлы мәҡәлә тупланған. Теге йәки был төбәктә сәскәле үҫемлектәренең күп булыуына ҡарамаҫтан, ғәҙәттә, бал ҡорто ғаиләләре нектарлы үҫемлектәрҙең бер нисә иң мөһим төрөнән генә бал йыя, тип аңлатма бирә монография авторҙары. Ошонан сығып, бал йыйыу өсөн шарттарҙың типтары түбәндәгесә билдәләнә: йүкә, йүкә-ҡарабойҙай, ҡарабойҙай-көнбағыш, йүкә-ҡарабойҙай-көнбағыш.
Климат шарттарын, нектарлы ресурстар күләмен иҫәпкә алып, ҡортсолоҡ эшен фәнни нигеҙҙә ҡороу һәм үҫтереү маҡсатында 2012 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән “Башҡортостан Уралы” (“Башкирский Урал”) ҡурсаулыҡтар берләшмәһе ойошторола. Уға “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы, “Алтын солоҡ” һәм “Ыҡ” заказниктары ҡарай. Монографияла авторҙар ошо йүнәлештә алып барылған ғилми-тикшеренеү эштәре һәм һөҙөмтәләре хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә, таблицалар бирә.
Башҡортостанда ҡара төҫтәге урман бал ҡортон үрсетеү мәсьәләләренә лә китапта ҙур урын бирелгән. Хәҙер бал ҡортон үрсетеүҙең өс төрө билдәле: солоҡсолоҡ, түмәр умартасылыҡ, умартасылыҡ. Бар донъяға хас булғанса, хәҙерге заманда умартасылыҡ өҫтөнлөк итә. Солоҡ, түмәр умарта кеүек боронғо ысулдар “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында һаҡлана йәки уның менән айырым ҡортсолар ғына шөғөлләнә.
Авторҙар билдәләүенсә, республикала тоҡомсолоҡ эшмәкәрлегенә лә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Маҡсаты – бал ҡорто ғаиләләренең тереклек итеү һәләтен һәм етештереүсәнлеген күтәреү. Әммә нисек кенә булмаһын, урындағы ҡара төҫтәге урман бал ҡорто тоҡомсолоҡта төп сығанаҡ булып тора. Сөнки уның ҡырыҫ климат шарттарында тереклек итеү мөмкинлеге ҙурыраҡ, продукт биреүсәнлеге лә юғарыраҡ. Ә инде бер ниндәй тикшереүһеҙ, төптән уйламайынса ситтән башҡа төрҙәрҙе индереү үҙебеҙҙең ҡара төҫтәге урман бал ҡортоноң юҡҡа сығыу ҡурҡынысын тыуҙыра, тип иҫәпләй китап авторҙары. Улар билдәләүенсә, тоҡомсолоҡ эшенең төп шарттары шундай:
– умартасылыҡта көслө бал ҡорто ғаиләһен булдырыу өсөн уларҙы аҫрау һәм тәрбиәләүҙең һәйбәт шарттарын тыуҙырыу мөһим;
– йыл әйләнәһенә бал ҡорто ғаиләһенең ҡышҡа сыҙамлылығы, ырамлылығы хаҡында иҫәп алып барыу.
Ҡара төҫтәге урман бал ҡортон үрсетеү, һаҡлау, артабан мәнфәғәтле файҙаланыу хайуандарҙы, ҡош-ҡортто һаҡлау буйынса федераль һәм төбәк программалары, милли йүнәлеш һәм аныҡ эш пландарынан башҡа мөмкин түгел. Белгестәр иҫәпләүенсә, әлеге мәлдә улар Рәсәй күләмендә етешмәй. Дөрөҫөн генә әйткәндә, башҡа малсылыҡ тармаҡтарынан айырмалы рәүештә, умартасылыҡ хоҡуҡи рамкаларҙан ситтә ҡала килә. “Умартасылыҡ тураһында” закон булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанға ситтән бал ҡорто төрҙәрен индереү дауам итә, тип әлеге документтың эшләмәүенә ризаһыҙлыҡ белдерә авторҙар. Уйланырға урын бар, хәл итәһе проблемалар ҙа етерлек бөгөн умартасылыҡ тармағында.
Һәр йән эйәһе кеүек, бал ҡорттарына ла төрлө ауырыуҙар хас. Уларға ла айырым хәстәрлек һәм тәрбиә кәрәк. Умартасыларҙың ошо тәңгәлдәге ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә китаптың сираттағы бүлеге ярҙам итер. Ул “Башҡортостан Республикаһында ҡара төҫтәге урман бал ҡорттарының сирҙәре һәм иммунитеты” тип исемләнгән. Ҡара төҫтәге урман бал ҡорттары, көнкүреш шарттарына ныҡлы яраҡлашыуына ҡарамаҫтан, замандың төрлө сирҙәренә ҡаршы тора алмай. Кеше ярҙамынан башҡа уларҙың һәләк булыуы мөмкин тигән фекерҙә авторҙар. Шуға күрә ғалимдар төрлө дауалау препараттары ҡулланып, тәжрибәләр үткәрә. Ошо хаҡта уҡыусы әлеге китаптан бихисап файҙалы мәғлүмәт табыр. Был үҙ сиратында умартасылыҡ эшен ойоштороуға, артабан йәйелдереүгә булышлыҡ итер.
Йомғаҡлап әйткәндә, әлеге йыйынтыҡ – бөгөн фән нигеҙендә умартасылыҡ эшен ойоштороу мәсьәләләрен төрлө аспектта яҡтыртҡан ҡиммәтле ҡулланма. Теоретик һәм ғәмәли йүнәлештәге, төплө нигеҙле тикшеренеү мәҡәләләре менән йыйынтыҡты туплауҙа ҡатнашҡан 30-ға яҡын ғилми хеҙмәткәрҙең эше маҡтауға лайыҡ.





Вернуться назад