Беҙҙекеләр — Кремлдә29.11.2011
Беҙҙекеләр — Кремлдә27 ноябрҙә Мәскәүҙең Дәүләт Кремль һарайында “Сығышыбыҙ — Башҡортостандан” тигән мәҙәни сара үтте. Унда республикабыҙҙы атайсал тип иҫәпләгән яҡташтарыбыҙ йыйылды.
Башҡортостандың иң яҡшы коллективтары, башҡарыусылары һәм республиканан бүтән төбәктәргә йәки илдәргә китеп тә, үҙенең Тыуған иле менән бәйләнеште өҙмәгән Рәсәйҙең билдәле “йондоҙҙары” концерты исем туйының төп өлөшөнә әүерелде.
Кремль сәхнәһендә төрлө йүнәлештәге музыканттар — классиканан башлап эстрада йырсыларына тиклем сығыш яһаны. Улар — төп ролде Өфө егете Айҙар Шәйҙуллин башҡарған Дәүләт Кремль балеты, Өфөлә тыуып үҫкән Владимир Спиваковтың тәрбиәләнеүселәре, билдәле гимнастка Ләйсән Үтәшева, күренекле джазмен, Мәскәүҙең “Композиторҙар союзы” клубының арт-директоры Олег Киреев, бала саҡ йылдарын Башҡортостанда үткәргән 1980 йылдар “йондоҙо” Юрий Шатунов һ. б.
Йырсы Алһыу башҡорт телендә йырҙар башҡарҙы. Республиканың ҡурайсы-виртуоздары, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең иң яҡшы бейеүселәре, Айҙар Ғәлимов, Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадирова, Хәниә Фәрхи, Әлфиә Авзалова, Флүрә Килдейәрова, Иҙрис Ғәзиев кеүек милли эстрадабыҙ “йондоҙ”ҙары үҙ оҫталығын күрһәтте.
Илһөйәрлек тойғоһонан күп башҡарыусыларҙың бушлай концерт биреүе маҡтауға лайыҡ.
“Сығышыбыҙ — Башҡортостандан” акцияһы республика өсөн мәҙәни йәһәттән генә әһәмиәтле ваҡиға булманы. Кремль һарайы Башҡортостанда тыуып үҫкән кешеләрҙең Мәскәүҙәге тәүге осрашыу урынына әүерелде. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов кисәгә йыйылған 5 меңгә яҡын яҡташыбыҙҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Улар араһында сенаторҙар, депутаттар, федераль дәүләт структураһы, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм БДБ илдәре, сит дәүләттәрҙең дипломатик һәм сауҙа миссиялары, эшлекле даирә вәкилдәре, шулай уҡ концертҡа саҡырылған ветерандар, Мәскәүҙә уҡыған студенттар һәм аспиранттар, баш ҡалала һәм Мәскәү янында хеҙмәт итеүсе Башҡортостан егеттәре, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәттәре ағзалары, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре бар ине.
Дәүләт Кремль һарайы фойеһында республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы әҙерләгән Башҡортостандың иҡтисады ҡаҙаныштары күргәҙмәһе республиканың федераль проекттарҙа, инвестициялар йәлеп итеүҙә әүҙем ҡатнашыу дәрәжәһенә етеүен күрһәтте. Күргәҙмә барышында башҡортостандар төбәктә тормошҡа ашырылған етди иҡтисади проекттар хаҡында һөйләне, Башҡортостан брендтары, билдәле турист маршруттары, халыҡ кәсептәре әйберҙәре менән таныштырҙы, башҡорт балынан ауыҙ иттерҙе, милли кейемдәр коллекцияһын күрһәтте.
“Мәрхәмәт” хәйриә фонды акция барышында Башҡортостан рәссамдарының эшенән күргәҙмә ойошторҙо. Һатылған әйберҙәрҙән килгән аҡса ҡиммәтле медицина ярҙамына мохтаж балаларға тәғәйенләнәсәк.
Флорида МИҺРАНОВА,
Мәскәү дәүләт
университеты студенты.


Вернуться назад