Йылдар үткән һайын әсәй ҡәҙерен тәрәнерәк аңлай балаһы07.03.2012
Яҡтырттым күлегеҙҙе
Килеп керҙем йыр иленә
Тыңламай һүҙегеҙҙе.
Аҡҡош урынына төштөм,
Яҡтыртып күлегеҙҙе.
Әйтелмәгән хистәремдән
Йырлар йырым күп кенә.
Минең моңло изге йырҙы
Тыңлаған — ул күк кенә.
Күгем тыңлай ғәжәпләнеп:
— О, йырсы тыуҙы! — тиеп.
Үҙе һорай: — Быға тиклем
Ҡайҙарҙа булдың? — тиеп.
Килеп керҙем йыр иленә
Тыңламай һүҙегеҙҙе.
Аҡҡош урынына төштөм,
Яҡтыртып күлегеҙҙе!
Асия ЧАНЫШЕВА.
Һиңә ҡайтам, ауылым
Һиңә ҡайтып барам,
тыуған ауылым,
Тулҡынланып ҡоштар йырына.
Шатлыҡтарым моңдар булып сиртә
Күңелемдең нескә ҡылына.
Яҙғы урман ихлас ҡаршы ала,
Бигерәк йылы уның алҡышы.
Наҙлы елдәр аша илһам алам,
Сәскәләрҙең тойоп аңҡышын.
Сәләм һиңә, көмөш һыулы шишмәм,
Тәрән икән һинең һағышың.
Бала саҡтарымдан таныш миңә
Көслө ҡыңғырауҙай тауышың.
Юлға сығып, әсәй көтөп тора,
Күҙҙәренең һөртөп йәштәрен.
Онотолоп китеп иркәләрмен
Уның салдар төшкән сәстәрен.
Аҡсарлаҡ АБДУЛЛИНА.
Әсәйемә
Йылдар үткән һайын әсәй ҡәҙерен
Тәрәнерәк аңлай балаһы,
Ғүмер үткән һайын арта бара
Әсәйҙәрҙең ҡәҙере, баһаһы.
Бөгөн мине таң ҡалдыра, әсәй,
Хазиналар тулы күңелең,
Үҙем әсәй булғас ҡына белдем
Һәр әйткәнең юҡҡа түгелен.
Рәхмәт һиңә, әсәй, һин ҡалдырҙың
Һәр балаңа оло терәкте,
Күпме эҙләһәм дә таба алмам
Әсә теле тылсымынан ҡиммәт,
Иң ҡәҙерле булған бүләкте.
Ғәшиә МӘҒӘЛИМОВА.
Һағыныу
Эй, Әсәйем, һин барында
Донъя шундай яҡты ине;
Һинең менән булған көндәр
Болот булып аҡты инде.
Һинең менән, Әсәй, бәғ(е)рем,
Йәшәү шундай йәмле ине;
Һин ҡағылған һәр бер нәмә
Йәнленән дә йәнле ине.
Һинең әйткән һәр бер һүҙең
Йылынан да йылы ине;
Ғүмерең буйы беҙ бит һинең
Йырлап туймаҫ йырың инек.
Эй, Әсәйем, һин барында
Мин әсәйле сабый инем;
Ергә, күккә һаман бала
Күҙе менән ҡарай инем.
Сабырлыҡтың үҙе булып
Китеп барҙың араларҙан.
Һине һағыныу йәше тама
Уңалмаған яраларҙан...
...Әсәйемде ҡайтарырға
Юҡ донъяла, юҡ бер сара.
Ҡәберенә ябырға тип,
Йырым алып уға барам.
Зәйфә СӘЛИХОВА.
Башҡортостан
Тыуған илем — Башҡортостан,
Сал Уралым — Ерем ҡото.
Төрлө тарафта йәшәгән
Башҡортомдоң төп, Баш-Йорто.
Зәңгәр күге, иркен ере,
Йәйрәп ята далалары.
Йылдан-йылға төҙөкләнә.
Уның ауыл-ҡалалары.
Мөһабәт һәм ғорур баҫып,
Тора мәғрур ҡаялары.
Йәшәү биреп бар донъяға
Аға йүгерек йылғалары.
Тулҡынлана иген баҫыуҙары,
Туҡ башаҡтар ергә эйелә.
Ер биҙәге — урман, болондары
Сафлыҡ бөркә изге еремә.
Уралымдың ҡуйыны тулы мәғдән,
Ниндәй генә байлыҡ юҡ унда.
Изге йәнле Урал батырыбыҙ,
Мираҫ иткән килер быуынға.
Ата-бабам меңәр йылдар буйы
Ошо изге Ергә табынған.
Фонтан булып атҡас “ҡара алтын”,
Ишембайға нигеҙ һалынған.
Торатауҙың хозур итәгендә
Гөрләп үҫә нефть ҡалаһы.
Урал нефте — Ерем һуты,
Башҡортостанымды данланы.
Фәүзиә АҠҠОЛОВА.
Бәхетлемен
Өҫкәлегем аға йырлай-йырлай,
Күҙен ҡыҫып ҡояш нурына.
Өрпәгемә ҡарап һоҡланам да
Күңелемдә илһам уяна...
Тыуған яғым!
Һауа сафлығы
Сихәт кенә йәнгә тарата.
“Бәхетлемен!” —
тиеп шыбырлайым,
Ғорур хистәр мине урата.
Ҡайындарҙы барып ҡосаҡлайым —
Улар минең яҡын серҙәштәр.
Күбәләктәр оса шаярып,
Бәхет-шатлыҡ илтә кеүектәр.
Ялан аяҡ таныш һуҡмаҡтан
Йүгереп уҙам йыйып сәскәләр.
Йылғалағы таштар йылмая,
Әллә инде көмөш тәңкәләр?
Гөлләмәләр минең ҡулымда,
Зәңгәр күккә бағам ҡыуанып.
Йәнде наҙлап ҡоштар моңон түгә, —
Ерем килә яңы уянып.
Фәниә ЮЛАНОВА.