Биш йыллыҡ әңгәмә16.02.2016
Биш йыллыҡ әңгәмә Илдар менән был һөйләшеүҙе 2011 йылда башланыҡ. Һис көтмәгәндә С. Маршактың “Ванька-Встанька” тигән китабы ҡулға килеп эләккәйне. Рәссамы – И. Мостафин, тип яҙылған. Аңлашылып тора, беҙҙең егет, тик ҡайҙан ғына табаһың уны. Әлеге лә баяғы Интернет селтәре ярҙамға килде. Эҙләп таптым, ниһайәт, мин Илдар Харис улын. Ошо рәүешле башланды аралашыу. Аҙаҡ Мәскәүҙә осрашып та һөйләшеүҙе да­уам иттек. Нисектер әңгәмә барҙы, ә матбуғатҡа тәҡдим итергә форсат тыуманы. Һәр нәмәнең, күрәһең, үҙ ваҡыты: оҙаҡ йылдар баш ҡалала йәшәп ижад иткән рәссам хаҡында башҡалар ҙа белергә тейеш тә инде. Ул арала Илдар хаҡында “Аманат” журналына ла яҙып бирҙем, бәлки, балаларҙы дәртләндерерлек миҫал булыр тип. Ә инде “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса флешмоб ойоштора башлағас, тап Илдарҙың “Урал батыр” рәсемен флаер өсөн файҙаландыҡ. Күкте иңләп, ҡеүәтле батыр атта осоп бара унда.
Ваҡыт арауығы беҙҙе Илдар менән яҡынайтты, дуҫтар яһаны. Мин уның тәрән фекерҙәренә, ижадына, ижадында тыуған яғына тоғролоғона ғашиҡ булдым. 1984 йылдан күргәҙмәләр менән сығыш яһай башлаған Илдар Мостафин Рәсәй Рәссамдар союзы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәт өлкәһенә ҡағылышлы башҡа бик күп берләшмәләр ағзаһы, төрлө ил етәкселәренең рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары менән бүләкләнгән, һынлы сәнғәт донъяһын яҡтыртыусы абруйлы матбуғат баҫмаларында сығыш яһаған. Уларҙы һанап та тормайым, ҡыҙыҡһыныусылар Интернетта ла был хаҡта бик күп мәғлүмәт таба ала. Шулай итеп, 1961 йылда Өфөлә тыуып, Бишбүләк районында рухи тәрбиә алған милләттәшебеҙ менән уның ижади донъяһы хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.

Биш йыллыҡ әңгәмә– Беренсе тапҡыр күргән һүрәтең?
– Башҡорт әкиәттәренә эшләнгән иллюстрацияларҙы күреп, күңе­лемде тәрән кисе­рештәр биләп алғанын әле булһа яҡшы хәтер­ләйем. Йоҡа ғына, хатта тышһыҙ, әммә серле әкиәттәрҙе үҙ эсенә туплаған китап йөрәгемә бөтә ғүмеремә етерлек тойғолар һалды.
Ә инде китаптарға тиклем тәҙрә рамдарындағы ҡышҡы нағыштар, бөҙрә болоттар, әллә ниндәй тылсым һаҡлаған серле рәсемдәр төрлө кисе­рештәргә һала торғайны. Хә­йер, күптәр шулай хыялла­нырға ярат­ҡандыр. Ҡайын, саған ағаста­рының япраҡта­рындағы һүрәттәр ҙә иғтиба­рымды йәлеп итә торғайны.
– Илдар, һинең хаҡта аҙ бе­ләбеҙ. Сығышың менән һин – Башҡортостандан, әммә баш­ҡа мәғлүмәттәр иғтибар­ҙан ситтә ҡала. Ҡайҙа уҡының һәм ни өсөн тап шул уҡыу йортон һай­ланың?
– Һынлы сәнғәт буйынса тәүге белемде Өфөнөң Черниковка биҫтә­һендәге Ульянов урамын­дағы 1-се художество мәктә­бендә алдым, аҙаҡ ул сәнғәт мәктәбе тип үҙгәртелде. Унда биш йыл уҡыным. Икенсе тап­ҡырҙан Өфө сәнғәт учили­щеһына индем, унда һоҡлан­ғыс педагогтар эшләй ине. Улар үҙҙәренең бик күп уҡыу­сыһына ысын мәғә­нәһендә ижади ҡанат ҡуйҙы, про­фес­сияның нигеҙен һеңдерҙе. Башҡорт дәүләт педагогия инсти­тутының художест­во-графика факультетында дүрт ай ғына уҡып өлгөрҙөм: әрмегә алдылар. Аҙаҡ инде А. Косыгин исемен­дәге Мәскәү дәү­ләт туҡыма институ­тының биҙәү-ҡулланма сәнғәт факультетына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инеп киттем. Шунан Һынлы сәнғәт ака­демияһының аспирантураһын да тамамларға насип булды.
Биш йыллыҡ әңгәмә– Ә ни өсөн Өфөлә дауам итмәнең белем алыуыңды?
– Бөтә ил буйынса уҡырға инергә теләүселәр күп булыуына ҡара­маҫтан (бер урынға 50-шәр кеше була торғайны), баш ҡалала белем алыу теләге шул тиклем ҙур булды. Өфөлә ул ваҡытта һынлы сәнғәт буйынса юғары белемгә эйә булыу мөмкинлеге юҡ ине. Йәшлек ынтылышы, донъяны күреү, ситтән тороп барын өйрәнеү теләге Мәскәүгә алып китте. Бөгөн үҙем уҡыған вузда – Мәскәү дәүләт дизайн һәм технологиялар университеты профессорымын.
– Хәтәр! Бала саҡ хыялдары беҙҙе ҡайҙа ғына алып бармай! Шулай ҙа тыуған яҡ темаһы һи­нең картина­ла­рың­да асыҡ күре­неп тора. Күңел ынтылышымы йәнә лә?
– Һәр рәссамдың үҙ тех­ни­каһы, үҙ иткән художество материалы һәм яратҡан жанры була. Республиканан ситтә йәшәгәндә үҙ халҡың­дың рухи донъяһын бигерәк тә тәрән тояһың. Милли кейем­дәр­ҙең биҙәк­тәре, тарихи кейемдәрҙең үҙен­сә­леге һәм башҡорттоң тарихы миңә бигерәк тә яҡын. Быны хатта аңлы рәүештә түгел, ниндәйҙер эске тойомлау кимәлендә башҡараһың. Ата-бабалар, ҡан хәтере, бала саҡ хәтирәләре, ғаиләләге тәрбиә – барыһы ла йоғонто яһағандыр. Кешенең эске донъяһының формалашыуын уларһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай.
– Ә кем ул һинең атай-әсәйең? Ғаиләгеҙ картина­һын күҙ алдына баҫтыр әле...
– Атайым Харис Миндейәр улы менән әсәйем Мәҙинә Миңлеғәле ҡыҙы – Башҡортос­тандың Кушнаренко һәм Биш­бүләк райондарынан. Ғаиләлә ике малай үҫтек. Ағайым Айрат Харис улы – юғары категориялы белгес, профессор, фән докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Бик күптәр­ҙең ата-әсәләре кеүек үк, беҙҙекеләр ҙә, ауылдан булғас, ал-ял белмәй, сменалап, хәләл көстәрен түгеп эшләне. Улар беҙҙе китап буйынса ғына түгел, ә шәхси миҫалдарында матур тәрбиә биреп үҫтерҙе, тип әйтә алам. Бик ғорурланам улар менән! Үкенескә ҡаршы, һәр саҡ аңлап, ҡеүәтләп торған әсәйем күҙҙәрен 2013 йылда мәң­гелеккә йомдо...
Биш йыллыҡ әңгәмә– Мосолман тематика­һы­на ла ҙур иғтибар бирәһең...
– Бөтә кисерештәребеҙ тамыр­ҙары бала саҡҡа барып тоташа. Хәтер һандығыма мосолман доға­лары өләсәйем уҡыған сүрәләр аша яҙылды. Улар мине ғүмер буйы оҙатып килә. Әле булһа уның көйләп кенә доға ҡылып ултырғаны иҫемдә. Ошо тойғолар, уйла­ныуҙар мине үҙҙәре үк яңы эштәргә илһам­ландыра. Изге Ҡөрьән юлдары аша үҙем яңы ижади офоҡ астым: бөгөн меңдән ашыу һүрәтем дини тематика менән бәйле. Ошо рәүешле ата-бабаларым рухы алдында бурысымды атҡарам кеүек, улар аша күңелемә һалынғандарҙы полот­ноларға төшөрәм.
– Өләсәйең хаҡында тағы ла әллә нимәләр ишетке килә. Ул өләсәйгә ғашиҡ булдым шикелле инде!
– Шәмсейыһан Әхмәтшина исемле өләсәйем мине бала саҡтан ауылда яңғыҙы тәр­биәләне. Олатайым һуғышта алған яраларынан мандый алмай, оҙаҡ та тормай вафат булған. Атай-әсәйем мине, сабыйҙы, ҡаты ауырыған килеш ауылға өләсәй янына ебәргән. Был баланан рәт сыҡмаҫ, тигән уларға табиптар. Өн аралаш төш кеүек кенә хәтерләйем ҡайһы бер нәмә­ләрҙе: ике ҡатын изге Ҡөрьән китабынан доғалар уҡый, ә мин әллә ниндәй еҫтәр аңҡып торған көрпәгә төрөлгән килеш ятам. Һөйләшә белмәй инем ул саҡта, миңә һаҫыҡ еҫле ошо нәмәләргә күмелеп ятыуы шул тиклем ҡыйын һәм бик ныҡ эҫе ине...
Аҙаҡ, йылдар үткәс, өлә­сәйем һөйләне: мин зәңгәр төҫкә ингәнмен. Бөтәһе лә был бала үлде тип уйлаған. Шул ваҡыт уҡшып ебәр­гәнмен һәм эсемдәге лайлаларҙан бушан­ғанмын. Ә инде йөҙөмә төҫ кереп, биттәрем алһыуланып киткәс, өләсәйемдең ҡыуаны­сының сиге булмаған. Шул мәлдә тормошҡа кире әйләнеп ҡайтҡанмын.
Башҡортостанға булған һөйөү, эпостарға ҡарата тәрән ҡыҙыҡ­һыныу, әкиәттәр менән мауығыу, тыуған яҡ тәбиғәтенә ғашиҡ булыу, туған телгә мөхәббәт – барыһы ла өлә­сәйемдән. Ул башҡорт телен шул тиклем яҡшы белә ине, хатта яңы һәр танышының һөйләшен тыңлап, ҡайһы яҡ кешеһе икәнен билдәләй торғайны.
– Ана бит! Әйткәндәй, кар­тина­ла­рың­да башҡорт­тар­ҙың хәр­би тема­һына айырым урын бирелә... Өләсәйең Бишбүләк районынан һәм Әхмәтшина булғас, башҡорт яҙыусыһы, фронтовик, М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған Ғаб­дулла Әхмәтшинға туғандыр?
Биш йыллыҡ әңгәмә– Кесе туғаны түгел, кире­һен­сә, Ғабдулла бабайым – өләсәйемдең бер туған ҡустыһы! Ғаилә ҡомартҡыларында Әхмәт­хан исемле бабабыҙҙың 1814 йылда “Төньяҡ амурҙары” сос­тавында Парижда булғаны ла бил­дәле. Беҙ ҙә әрме хеҙ­мәтен үттек, элек әлеге кеүек ҡасып ҡалыу осраҡтары бик һирәк ине, оят һанала тор­ғайны. Ағайым – Монголияла, ә мин үҙебеҙҙең илдә әрме хеҙмәтендә сыныҡ­тыҡ. Икенсе дәрәжә “Хеҙмәттәге отличиеһы өсөн”, “Биш йыллыҡ­тың йәш гвардиясыһы”, “Мастер-һөнәр­мән” һәм башҡа миҙалдар, билдәләр әле булһа хәрби кителемде биҙәп тора. Баш­ҡорт­тарҙа хәрби формаға ҡарата ихтирам ҡандан килә. Бик күп башҡорт ауылдарында ошондай уҡ күренешкә иғтибар иткәнем бар ине. Өләсәйҙең һөйләгән әкиәттәре, хәрби тарихтары, ата-бабалар ха­ҡын­дағы хәтирәләре – әле булһа минең менән. Улар – ижадым­дың шишмәһе! Байтаҡ карти­наларым­дың исемдәре үк үҙ­ҙәре хаҡында һөйләй: “Ата-бабалар иҫтәлегенә”, “Башҡорт амурҙары”, “Өфө”, “Урал батыр”, “Башҡорт ҡыҙы” һәм башҡалар.
– Рәссам заманы менән бергә атларға тейешме?
– Социалистик реализм рәссам­дары заман менән бергә, бер үк ритмда атлаған. Минеңсә, рәссам ваҡытынан алда барырға тейеш. Был осраҡта мин үҙ ғүмерендә бер картинаһын да һата алмаған Леонардо да Винчи, Ванг Гог йәки Модильяниҙы ғына күҙ уңында тотмайым...
– Үҙеңдең ҡайһы эшеңде иң төп картинам тип иҫәп­ләйһең?
– Иң шәп әҫәр әле яҙыл­маған тигән фекер менән килешәм. Нисек кенә ентекләп һәм оҙон-оҙаҡлап төшөрһәң дә, эшләп бөткәс барыбер ниндәйҙер ҡәнәғәт булып бөтмәү тойғоһо ҡала ул. Илья Репин кеүек, күргәҙмәләре асылғас, шул мәл­дә үк стенала эленеп торған әҫәргә өҫтә­мәләр индергән, нимәнелер үҙгәрткән авторҙар аҙмы ни? Музыкант төҫлө, рәссам үҙен үҙе уҙып китә алмай, минеңсә. Йәғни, әгәр рәссам даими эшләй, эҙләнә, яңы картиналар тыуҙыра икән, ҡағыҙҙа, кин­дерҙә уның оҫталығы арта ғына барасаҡ.
– Һинең өсөн иң шәп рәссамдар кем ул?
– Бик күптәренең эштәрен яратам: Боттичелли һәм Босх, Фешин һәм Шишкин, Филонов һәм Кандинский. Бигерәк тә Сезанн һәм “Бубновый валет” ойошмаһына ҡараған рәссам­дар – Лентулов, Осмеркин һәм башҡа бик күптәр – үҙ миңә. Һәр рәссам – үҙенсәлекле, берәү менән дә бутай алмаҫ­лыҡ бер донъя.
– Классиктарҙың береһе: “Тө­шөнкөлөк килмәй тороп, рәссам иң мөһимен аңламая­саҡ”, – тигән. Һинең фекерең нисек?
– Килешмәйем. Рәссам – тәбиғәт йәки үҙенең моделе менән “иҫергән” зат. Ҡояш байышының төҫтәренә йәки ағас ботағы һыҙаттарының һәр бөгөлөнә һоҡланып, ул үҙенең кисерештәрен һәм уй-тойғо­ларын киндергә һалырға тырыша. Эдвард Мунк һәм Отто Дикс кеүек рәс­самдар бар, әммә уларҙың ижады – төшөн­көлөктө түгел, ә ғәҙелһеҙ­лекте, эске һыҙланыуҙарҙы һәм айырым кешенең үҙәгенә үткән “ауыртыныуҙар”ҙы ижад аша сағылдырыу, тип аңлайым.
– Ижадта иң мөһиме нимә, Илдар?
– Иң ҡыҙығы – эҙләнеү, уйланыу, йәғни ижад процесы, әҫәрҙе тыуҙырған осор. Аҙаҡ инде ул һинән башҡа ла йәшәй башлаясаҡ...
– Һүрәттәрең аша әйтергә теләгән һүҙең?
– Киләсәккә мөрәжәғәт! Хат...
– Ижадсы өсөн иң шәп маҡтау һүҙе?
– Һәр рәссам өсөн – үҙенсә. Кем­гәлер картинаһы өсөн ҙур күләмдә аҡса бирһәләр, шуның иң юғары баһа булыуы ихтимал. Икенсе бе­рәүгә һүрәттәре донъяның иң бил­дәле музей­ҙарында эленеп тороуы бик мөһим. Өсөнсөгә карти­наһы­ның уңышлы килеп сығыуы һәм уға ҡарата яҡындарынан, коллегаларынан ихлас һүҙ ишетеү – ҙур баһа.
– Ә шулай ҙа рәссам Илдар Мостафин өсөн иң ҙур комплимент нисек яңғыраны икән?
– Балалар баҡсаһында тәр­биә­себеҙ һәм мин ултырған өҫтәл янына сират йыйылып китә торғайны. Беҙ заказ буйынса (йылмая) төҫлө ҡәләм­дәр менән батша ҡыҙҙарын, әкиәти ҡәлғәләр төшөрә инек. Тиктормаҫ тиҫтерҙәрем, бер сираттан икенсеһенә баҫып, рәсемдәр өсөн сикһеҙ шатланды. Тик бер ҡыҙыҡай ғына, Марина исемле ине ул, сабыр ғына минең һүрәттәр артынан сиратҡа баҫа торғайны. Был минең өсөн яңыраҡ хәтер һандығымдан аҡтарып алған беренсе комплимент булған.
– Ә бына һүрәтләргә теләп тә килеп сыҡмаған эш булыуы ихтималмы?
– Үҙемдең уҡыусыларыма ла, студенттарыма ла, ма­гистрҙарға ла йыш ҡабатла­йым: үҙешмәкәр рәссамдан профессионал шу­ныһы менән айырыла: һәүәҫ­кәрҙең эше бер ҡасан да тамамланмаясаҡ, сөнки ул тәүҙән үк дөрөҫ башлан­маған. Профессионал булмаған кеше үҙенең буяу­ҙарын һәм ҡыл­ҡәләмен диван аҫтына йәшереп ҡуйып, төп эшен башҡарыуы ихтимал: банкта, химчисткала һәм баш­ҡа урында. Ә ысын рәссам, профессионал кәйефе булыу-булмауға, эсендә “ас бүреләр” олоуға ҡарамаҫтан, бөтә уйҙарын ижадына йүнәлтергә һәм эшләргә тейеш. Йышыраҡ осраҡта рәссамдың ижади процесы мәлендә нәшриәткә һүрәттәр, фильмға эскиздар йәки күргәҙмәгә бер нисә картиналар серияһы эшләнгән була.
– Нимә һүрәтләргә теләй­һең бөгөн? Бәлки, кемде?
– Һанап бөтөп булырмы икән: художестволы идеялар һәм эскиздар бер нисә ғүмергә етерлек.
– Милли һыҙаттар һинең өсөн ни тиклем мөһим?
– Күптәрҙең картиналары, шул иҫәптән башҡорт рәссам­дарыныҡы ла, күҙ ҙә йоммай Испанияла ла, Германияла ла төшөрөлөүе ихтимал. Англияла йәки Голландияла йәшәп тә ундай рәсемдәрҙе һүрәт­ләргә була. Әхмәт Лотфуллиндың йәки Баҡый Урмансының иҫ киткес картиналарындағы милли образ, милли тема минең күңелемә үтә лә яҡын.
– Илдар, ә нисек уй­лай­һың, тыу­ған яҡ, кескәй ватан, та­мырҙар һынлы сәнғәттә нисек сағылыш таба?
– Иң беренсе ҡаныңдағы нәмә сағылыш таба һайлаған темаларҙа һәм сюжеттарҙа, милли буяуҙарҙың үҙ-ара тура килеүендә һәм милли на­ғыштарҙа. Әлбиттә, бөтәһе лә их­лас булыуы бик тә мөһим. Түбәтәй кейеүҙә йә иһә ҡымыҙ эсеп ултырыуҙа ғына сағылырға тейеш түгел милли асыл.
– Башҡортостан халҡы ҡасан картиналарың менән таныша алыр?
– Башҡорт еренә, таныш­тар­ға, туғандарға һәм клас­таштарға эштәремде күрһәтеү теләге бик ҙур. Былтыр ойоштороусы сифатында һәм шәхси эштәрем менән 18 күр­гәҙмәлә ҡатнаштым. Дөрөҫөн әйт­кәндә, стенала эленеп торған һү­рәт­тәр, фуршет һәм сараның музыкаль яҡтан биҙәлеше – күргәҙмә ойоштороу эшендәге айсбергтың өҫкө өлөшө генә. Транспорт өсөн түләү­ҙәр, төрөү материалы, рамкалар һәм быяла, һәр эштең “кейеме”, күр­гәҙмәләр залын арендалау, этикетаж һәм күргәҙмә эштәре каталогын, саҡырыу ҡағыҙ­ҙарын баҫ­тырыу, баннер­ҙар һәм күргәҙмәнең плакаты ҙур сығымдар талап итә. Ә улар, билдәле булыуынса, милли темаға һүрәттәр төшөргән һәм коммерция структураларына яҡын тор­маған рәссамдарҙа юҡ. Быныһы – бер.
Икенсенән, педагогик эшмә­кәр­лек, лекциялар, практик дәрестәр, зачеттар һәм имтихандар, иҫәбе-хисабы бул­ма­ған отчеттар, йәмәғәт эштәре шул тиклем күп ваҡытты ала. Уҡыу процесының динами­каһын үҙгәртеү мөмкин түгел (хатта шәмбе көнөнә лә педагогтар өсөн дәрестәр ҡуйыла). Әлегә бына хәлдәр ошолай, әммә өмөттө өҙгән юҡ. Кем белә, бәлки, һис көтмәгәндә берәй яйы сығыр, сөнки тыуған яҡта күргәҙмә ойоштороу – минең өсөн бик мөһим ваҡиға.
– Рәссам булараҡ, һин ки­леш­мәгән күренештәр бармы ижад­та?
– Тәнҡитләү, яза биреү, риза булмау – иң еңел эш. Һәр рәссам фанаттарса үҙенең ғүмерен ижадҡа ба­ғышлай һәм, ҡағиҙә булараҡ, улар­ҙы йәшә­гән дәүерендә аңлап та бөт­мәйҙәр. Йәшерәк саҡта Кузьма Петров-Водкиндың “Ҡыҙыл атты йөҙҙөрөү” картинаһында буяуҙар өҫтө­нән ҡәләм менән эшләнгән урын­дарҙы күреп, был профессионализм түгел, тип уйлағайным. Әм­мә ярым ас рәссамдың, буяу­ҙарҙы сарыф итмәҫкә тырышып, был һүрәтте ҡатмарлы шарттарҙа төшөрөүен иҫәпкә алмағанмын. Бөгөн оҫтаның ошо һүрәте Третьяков галереяһының беренсе залында ҡаршы алып тора.
– Ҡайҙа ижад итеүең мөһимме?
– Бәхет – рәссамдың оҫта­ханаһы, йәғни фекер туплау һәм ижад итеү мөхите булыуы. Әгәр иркенләп үҙе теләгәнен һәм күңелендәген тулы­һынса һүрәтләү өсөн урыны, ҡала­һы, иле һәм мөмкинлеге лә бар икән, бәхете сикһеҙ.
– Һүрәттәрҙә шәх­си һыҙланыуҙар сағы­лыш та­ба. Был күренеш һинең карти­на­ларыңда ни тиклем урын алған?
– Барса кисерештәр, шәхси тормош һәм хатта алған белем, йәшәгән илең, ижад итеү телә­ге, үҙеңде эҙләү, ынтылыштар – бөтәһе лә сағыла һүрәттәрҙә.
– Илһам йыш киләме “ҡунаҡ”­ҡа? Уның менән мөнәсәбәттәр нисек?
– Илһамды, шуның кеүек хис-тойғоно, Лариса, һеҙ, ша­ғирҙар, уйлап тапҡанһығыҙҙыр. Шиғриәттең, тарихтың, панто­миманың, бейеүҙең һәм астрономияның үҙ илһамы, һаҡлаусылары бар. Ә бына живо­пистыҡы һәм графиканы­ҡы – юҡ. Әйтергә теләгән һүҙем шул: әгәр Микеланджело йәки Пикассо илһам килгәнен көтөп ултырһа, һүрәт­тәренең дүрттән бер өлөшөн дә төшөрмәгән булырҙар ине. Улар шул тиклем эшһөйәр, ныҡышмал һәм маҡсатҡа ынтылыусан булған.
– Ә хеҙмәттең талантты үл­тереүе ихтималмы? Был һынлы сәнғәткә ҡағылышлы һорау, әлбиттә.
– Хеҙмәтһеҙ талант та, хатта даһилыҡ та юҡҡа сығасаҡ, үләсәк. Талантты хиреслек йәки ялҡаулыҡ, битарафлыҡ йәки аңлашыл­маусан­лыҡ юҡҡа сығарыуы бар.
– Ижад иткәндә аналитик фекерләү ҡеүәһенең булыуы ни тиклем мөһим? Ошондай һорау дөрөҫмө?
– Күпселек рәссамдар интуитив рәүештә, йәғни тойомлау менән эшләй. Әммә ана­литикаһыҙ булмай – ул ритм­һыҙ көй, рифмаһыҙ шиғыр кеүек була. Натюрморт живописында йәки пейзажда эмоциональ рәүештә һүрәтләргә була, мин шулай күрәм, тоям тип. Ә бына портретта пропорциялар анализы, эҙмә-эҙлеклелек һәм һүрәттең дөрөҫ эшләнешен күҙәтеү мөһим. Нидерланд рәссамы Эшерҙың эштәре – тегеһенең дә, быны­һының да асыҡ сағылышы.
– Әйткәндәй, рифмаһыҙ ҙа шиғырҙар була...
– Миңә ҡалһа, рифмаһыҙ шиғырҙар – ул ҡаралы-аҡлы, зәңгәр һәм йәшел, ҡыҙыл һәм һары төҫһөҙ картиналар. Шуның өсөн дә “аҡ шиғыр” тип атала, сөнки йәйғорло йәки күп төҫлө түгел.
– Килешергә лә, килеш­мәҫкә лә мөмкин... Ғаиләң һинең ижа­дыңа нисек ҡарай? Яҡында­рыңдың аңлауы мөһимме?
– Мөнәсәбәттәре нисек икәнен ғаилә ағзаларынан һо­рарға кәрәк. Яҙам һәм һүрәттәр төшөрәм, сөнки живопись һәм графика аша күңе­лемдәген киндергә һалам. Көндәлек ижадтан башҡа тормошомдо күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Ул үҙенә күрә тын алыу һәм уйлау ке­үек, ғөмүмән, был яҙмыш. Бер ҡараһаң, Аллаһ Тәғәлә бүләге, икенсе яҡтан, ҡәһәр ҙә. Ижад иткән әҫә­рең һинән ситтә айырым тормош ме­нән художество коллекцияларында һәм төрлө илдәрҙә йәшәй. Рәсәйҙә, Иранда, Германияла, Швейцарияла, Мексикала йөҙәр­ләгән күргәҙмәм ойошторолдо. Венгрияла, Рә­сәйҙә һәм Голландияла утыҙ­ҙан ашыу шәхси күргәҙмәм үтте. 2005 йылда Ирандағы “Изге Ҡөрьән” күргәҙмәһендә Гран-при яуланым. Былтыр Токиолағы “Сугино” мода ака­демияһында лекциялар уҡы­ным.
– Ә бит барыһы ла беҙҙең баҫманан башланған түгел­ме?
– Эйе, бөтәһе лә 1981 йылда карикатуралар күргәҙмәһенән, “Совет Башҡортостаны” гәзи­тендәге, “Һәнәк” журналындағы сығыштарҙан башланып китте. “Башҡортостан пионе­ры”, “Кызыл таң”, “Вечерняя Уфа”, “Ленинсы” кеүек баҫмаларҙа ла баҫылды һүрәттәрем. Торараҡ “Мурзилка”, “Эстет”, “Советский Союз. Новая Россия”, “Наука и религия” һәм бик күп сит ил гәзит-журналдарында рә­семдә­рем, графика эштәрем донъя күрҙе. Картина­ла­рымдың кү­беһе тыуған Башҡортос­танға, ата-бабаларым төйәгенә арналған.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.



Вернуться назад