Ат санаһында фильм ташыған12.02.2016
Ат санаһында  фильм ташыған Матур йолаға әүерелгән “Йыл йомғаҡтары” сараһын хәйбуллалар Әҙәбиәт йылын оҙатыу, Кино ғәли йәнәптәрен ҡаршылау рәүешендә ойошторҙо. Кисәлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова ла ҡатнашты.

– Әҙәбиәт йылында яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың ҡәҙер һәм хәтер кисәләре, китап байрамдары, әҙиптәр менән осрашыуҙар байтаҡ үткәрелде. Шулай ҙа һүҙ ҡәҙерен белгән ижадсылар өсөн иң ҙур бүләктәрҙең береһе – районыбыҙҙың ҡәләм тирбәткән 96 авторының хеҙмәтен туплаған, башҡорт һәм урыҫ телендәге “Тыуған яғыма – һөйөү йырҙары” исемле йыйынтыҡтың донъя күреүе. Әҙәбиәт йылын лайыҡлы оҙаттыҡ, артабан да ең һыҙғанып эшләргә, уңыштарға һөйөнөргә насип булһын, – тине сығышында район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов.
Сара барышында фойела төрлө әҫәр геройҙарын һынлан­дырған образдар, китап нәшерләү һәм кинопрокат системаһының элекке ҡорамалдарынан бай күргәҙмә ойошторолдо. Йылдың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән элекке киномеханиктарҙы тәбрикләү ҡасандыр халыҡ өсөн иң кәрәкле булған һөнәр эйәлә­ренә ҡарата оло ихтирамды сағыл­дырҙы. Ауылдарҙа йәйен-ҡышын кино күрһәткәндәр араһында Үрнәктән район кино селтәре ветераны Фәтих Теләүғолов та бар.
– Элек халыҡ киноға дәррәү йөрөй торғайны, район үҙәгенән ат санаһында ла, тракторҙа ла фильмдар ташыған саҡ күп булды. Һәр саҡ планды арттырып үтәнем, балаларға һәм ололарға айырым сеанстар ҡуйҙым. Тәү ҡарашҡа еңел тойолһа ла, киномеханик хеҙмәте тынғыһыҙ булды. Сөнки, фильм күрһәтеүҙән тыш, матур, сағыу афишалар яҙырға, уларҙы элеп тә сығырға кәрәк. Ике сериялылары бик һуң тамамланыр ине, ә иртәнсәк яңыһын алып ҡай­тырға район үҙәгенә юлланырға кәрәк, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Фәтих Надир улы.
Ысынлап та, бөгөн халыҡ киноға йөрөй, тип әйтерлек түгел. Һәр хәлдә, теләге булһа ла, уны ҡарай алмай, сөнки ауылдарҙа ғына түгел, хатта район үҙәгендә лә кинотеатр юҡ. Шулай ҙа заман техникаһы бик көслө, теләгән ерҙә, кәрәк икән, ойошторорға мөмкин. Тағы бер мөһим мәсьәлә күтәрелде сарала: халҡыбыҙҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек шанлы тарихты сағылдырған башҡорт киноларын төшөрөү, танытыу. Хәйбуллаларға иһә был йәһәттән аптырайһы түгел, сөнки уларҙың йәш, әммә кино сәнғәтендә үҙ юлын тапҡан яҡташтары – Айнур Асҡаров бар.






Вернуться назад