Йөрәкте тетрәтерҙәй әҫәрҙәр тыуһын!12.02.2016
Йөрәкте тетрәтерҙәй әҫәрҙәр тыуһын! Яҙыусыларға эшләү өсөн тейешле шарттар булдырыу хаҡында күп һөйләйбеҙ. Мәҫәлән, совет осоронда йәшәгән әҙиптәр күпселек әҫәрҙәрен ижад йортонда яҙған. Ниндәйҙер заводта хеҙмәткәр тип иҫәпләнеп,
эш хаҡы алыуы ла сер түгел.


Бөгөнгө заманда ла Башҡорт­остандың берәй төбәгендә шундай ижад йорто булһын ине тип хыялландыҡ. Күптән түгел “Талҡаҫ” шифаханаһында ижад йорто асылыуы хаҡында ишетеп, ҡыуаныс кисерҙек. Тәүгеләрҙән булып халыҡ шағиры Марат Кәримов менән ошонда көс туп­лап, илһам алып ҡайттыҡ.
Республикабыҙҙа ижад йорто асылыуы – тарихи ваҡиға. Әле Рәсәйҙең ҡайһы төбәге әҙиптәргә ундай шарттар тыуҙыра ала? Күптәнге хыялыбыҙҙы бойомға ашырғаны өсөн Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаевҡа, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡовҡа, “Талҡаҫ” шифаханаһы етәкселе­генә рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Ә инде уны асыу тантанаһы үҙе бер байрамға әүерелде. “Бында йөрәкте тетрәтерҙәй матур әҫәрҙәр тыуһын!” – тигәйне район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы. Ысынлап та, Талҡаҫ буйының хозурлығы — үҙе бөтмәҫ илһам сығанағы. Фекер туплау, иркенләп яҙышыу өсөн бында бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Һәр яҙыусыға айырым бүлмә бар. Шифаханала туҡланыу эше лә яҡшы ойош­торолған. Иң мөһиме – ижад йортонда йәшәү бушлай.
“Талҡаҫ”тағы һәр көнөбөҙ файҙалы үтте. Ошо йәһәттән район үҙәк китапханаһы директоры Луиза Дәүләтшинаның етеҙлеген, ойоштороу һәләтен билдәләп үтергә кәрәк. Беҙҙе ижад йортонда ғына ятмаһындар тиептер, ауылдарға осрашыуға алып барҙылар. Эй күңелле, бик фәһемле булды ул кисәләр!..
Бер көн йорттоң ишеген ниндәйҙер ҡатын шаҡыны: “Бында яҙыусылар йәшәй тигәнен ишеттек тә килеп күрергә булдыҡ. Әйҙәгеҙ, шиғыр кисәһе үткәрәйек”, — тип теләген белдерҙе. Шифаханала ял иткән кешеләр өсөн дә матур байрам ойошторолдо.
Баш ҡалалағы ығы-зығы, донъя мәшәҡәте ижадсының күп көсөн ала икән. Баймаҡҡа барғас, тын алыуҙары еңеләйҙе, дарыу­ҙарҙы ла оноттом. Үҙемде ун йылға йәшәргәндәй хис иттем.
Иң мөһиме — рәхәтләнеп ял итеп, үҙем менән бер ҡосаҡ шиғыр алып ҡайттым. Алла бирһә, был төйәктә әллә күпме яҡшы әҫәрҙәр тыуыр әле.

Зөфәр ВӘЛИТ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.



Вернуться назад