Иғтибар: Байым күрһәтә!09.02.2016
Иғтибар: Байым күрһәтә![b] Әбйәлил районының Асҡар ауылында Әҙәбиәт йылына йомғаҡ яһау тантанаһы булып үткәйне. Район етәкселеге, ошо төбәктән сыҡҡан билдәле яҙыусылар, шағирҙар, журналистар ҡатнашлығындағы был йыйында, Рәсәй киноһы йылы башланыуы хаҡында ла иғлан ителеп, төбәктә үҙенең киностудияһын булдырған Айгиз Ғабдуллинға эстафета тапшырылды.
Үҙенең тырышлығы, ныҡышмалылығы менән Учалыла “Малай булғым килә”, ә тыуған яғында “Алмабикә”, “Мораҙым хан” фильмдарын төшөрөп, республика халҡының һөйөүен яулаған Байым ауылы егете Айгиз ҒАБДУЛЛИН менән әңгәмәбеҙ.[/b]

– Төбәгебеҙҙә киностудиябыҙ һәм фильмдары менән бар республиканы шаулатҡан кинорежиссерыбыҙ бар, тип башҡалар алдында әбйәлилдәр генә маҡтана алалыр. Ә ағымдағы йылды нисек күҙаллайһығыҙ?
Иғтибар: Байым күрһәтә!– Кино сәнғәте өлкәһендә эшләгәндәр өсөн йыл ҡыҙыҡлы, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булыр, тип уйлайым. Илебеҙҙә, республикала ниндәй генә йыл иғлан ител­мәһен, “киношниктар” барыбер үҙ һүҙен әйтә килә. “Алмабикә”не, иҫләйһегеҙҙер, Уҡытыусылар йылына бағышлағайным. Шул уҡ Әҙәбиәт йылында ла талантлы яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен популярлаштырыу, мәңгеләштереү маҡсатында шәп фильмдар төшөрөп була ине. Ә Кино йылына килгәндә, Интернет һәм башҡа мәғлүмәт сығанаҡтары аша яңылыҡтарҙы күҙәтеп барам. Рияз Исхаҡов, Булат Йосопов һәм башҡа билдәле кинематографистар был йәһәттән ҡыйыу ғына фекерҙәрен әйтә. Рәсәй фильмдарының бәҫен күтәреү, кино индустрияһын үҫтереү өсөн генә әһәмиәтле, кинотеатрҙарға халыҡтың күпләп йөрөүен ҡайғыртыу сараһына ғына ҡоролған йыл булмаһын тигәндәренә ҡушылам. Дәүләт тарафынан Башҡорт киноһын үҫтереүгә ҙур иғтибар булырмы икән тигән һорауҙар уйландыра.
Үҙемә килгәндә, ағымдағы йылға буш ҡул менән аяҡ баҫманым. Тиҙҙән башҡорт киноһын һөйөүселәрҙе “Серле бүләк” исемле фильм менән ҡыуандырырға уйлайым. Былтыр Сибайҙа музыкаль нәфис фильм төшөрҙөм. Ҙур ғына был проектты атҡарып сығарырға йыр-моңға маһир ҡыҙҙар-малайҙар илһамландырып ебәр­гәйне. Шулай уҡ былтыр “Миләш” халыҡ вокаль ансамбле, йәш йырсы Рәил Өмөтбаев, “Йондоҙ”, “Сулпан” балалар ансамблдәре ҡатнашлығында музыкаль клиптар эшләнде һәм тора-бара ғәжәйеп талант­лы балаларҙы фильмда ҡат­наштырыу теләге лә уянды.
Өлкән йәштәге актерҙар эҙләй торғас, Сибай филармонияһы артистарына туҡталдым. Яңылышмағанмындыр тип уйлайым – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәйзулла Ғөбәйҙуллин, Башҡорт­остандың халыҡ артисы Айтуған Дәүләт­кирәев, Лена Күҫәпова менән Илсур Юламановтарҙы ошоға тиклем тамашасы оҫта бейеүселәр тип белһә, хәҙер инде улар кино йондоҙҙарына әүерелер.
Иғтибар: Байым күрһәтә!Һәр яңы проект таланттарҙы башҡа яҡтан асып, балҡытып ебәрә торған. Шулай уҡ фильмда ҡатнашҡан Ғайсар Рәх­мәтуллин, Динислам Йәрмөхәмәтов, Руфина Илбуловалар, мәҫәлән, “Сулпылар” телевизион конкурсы “йондоҙ­соҡтары”. Төп ролде башҡарған “Осҡон” бейеү ансамбле солисы Илхан Хәмитовты тиҫтер­ҙәре быға тиклем оҫта бейеүсе тип таный ине. Фильмға осраҡлы ғына килеп эләккән Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары Илнур Абдуллин, Азат Йомағужин, Динислам Ҡотошов­тар­ҙың да актерлыҡ һәләтенә, сыҙамлыҡ­та­рына, ныҡышмалыҡтарына хайран ҡал­дым. Шундай сатлама һыуыҡта эшләнек, балаларҙың ныҡ, тырыш булғанына һоҡландым. “Серле бүләк” фильмы аша ла башҡорт киноһында яңы исемдәр асылыр. Әлегә оҙон-оҙаҡ һөйләп тормайым, ҡарағас, тамашасы үҙ фекерен әйтер.
– Ишетеүемсә, “Алмабикә” фильмы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа ла бик оҡшаған. Хәйер, киноны йәше лә, олоһо ла яратып ҡабул иткәйне. Фильм тураһында тамашасы тарафынан бары ыңғай баһа бирелде...
– Эйе, барыһына ла рәхмәтлемен. Рөстәм Зәки улының дәүләт эшендә ваҡытының тарлығына ҡарамай ошо фильмға иғтибар бүлеүенә һоҡланғайным “Алмабикә”не төшөргәнгә күп ваҡыт үтеп китте. Уны әле булһа ҡарайҙар, һаман хаттар килә. Айырыуса йәштәребеҙҙе башҡорт кинофильмдары ҡыҙыҡһындыра. Киноның дауамын да һораусылар бар. Тәнҡитләүселәр ҙә табыла. Был – ғәҙәти күренеш, шулай булырға тейеш тә. Иғтибар бүлеүҙәре һөйөндөрә, тимәк, башҡорт фильмдарын ҡарайҙар, мәҙәниәтебеҙгә битараф түгелдәр.
“Алмабикә” фильмының идеяһы композитор Рафиҡ Сәлмәновтың “Йондоҙом” йырының моңо тәьҫирендә тыуҙы. Күңелгә үтеп ингән был көйҙө тыңлағанда бер мөхәббәт тарихы күҙ алдыма килеп баҫты. Уйланып йөрөй торғас, был романтик тарих булырға тейеш тигән уй нығынды. Әммә хис-тойғоға ғына бирелеү аҙ тойолдо. Уҡытыусылар йылына ла ауаздаш булды был фильм. Үҙемде һәм замандаштарымды борсоған башҡа һорауҙарҙы уның аша йәмәғәтселеккә еткерергә булдым. Күпселек ҡатындарҙың ир-атты артҡы планға ҡуйып, донъяуи мәсьәләләрҙе үҙе генә хәл итергә тырышыуы, ғаилә башлығына баш булып йәшәүҙәре борсой. Башҡа социаль проблемалар ҙа фильмға инеп китте. Ғөмүмән, кино үҙәккә үтерҙәй булһын өсөн унда йөрәк әрнеткес, фәһем алырлыҡ проблема, конфликт булырға тейеш ине.
Яңыраҡ Күмертау ҡалаһынан уҡытыусы, ҡала мәсете имамы Азат Хәлилов менән Интернет аша аралашып алғайныҡ. “Айгиз ҡәрҙәш, һеҙҙең “Алмабикә” фильмығыҙҙы тағы берҙе ҡарап алдым әле. Матур, һоҡландырғыс тәбиғәт күренештәре! Ауыл мәктәбе оҡшаны. Ике йәш йөрәктең мөхәббәте лә бик шәп күрһәтелгән. Шулай ҙа иң әсир иткәне – уҡытыусылар тормошо. Ошоға оҡшаш сюжетлы берәй әҫәр яҙырмын тип йөрөй инем. Ҙур ҡәнәғәтлек алдым, рәхмәт! Иншаллаһ. Аллаһы Сөбхәнә үә Тәғәлә артабан да матур фильмдар төшөрөргә насип итһен.Башҡа милләт халҡы, мәҫәлән, үзбәктәр, ҡаҙаҡтар, Интернет селтәренә бик күп фильмдарын ҡуйған. Беҙҙеке әҙерәк. Көйөргәҙе районы имамы булараҡ, мине үҙебеҙҙең ерлектә дин темаһына төшөрөлгән фильмдарҙың юҡлығы борсой”, – тип яҙғайны. Эйе, алдынғы ҡараш­лы мосолман замандашым менән килешәм. Башҡорттар, мәҫәлән, үзбәктәр­ҙең, ҡаҙаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың фильм­дарын, актерҙарын белә. Хатта хәҙер күп йәштәребеҙ Корея халҡының драмаларын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай. Ә ниңә кино аша башҡорттар үҙҙәренең алдынғы ҡарашлы, заманса, белемле, матур халыҡ икәнен башҡаларға күрһәтмәҫкә тейеш әле?!
Ысынлап та, был йәһәттән күп уйлан­ғаным бар.
– Әйҙә үҙеңдең шәхесеңә туҡта­лайыҡ... 1990 йылдар башында бер төркөм башҡорт егеттәре Төркиәгә юлланғайны. Башҡортостан менән Төркиә хөкүмәттәренең фән өлкәһен­дәге бәйләнештәре, тәжрибә уртаҡ­лашыу шауҡымына эләккән егеттәр-ҡыҙҙар араһында һин дә булғанһың...
– Сит илдәге көнкүреш байтаҡ нәмәгә күҙебеҙҙе асты. Күп яҡшы башланғыстарға нигеҙ һалынды. Ят ерҙә уҡыуыбыҙ донъяуи ҡараштарыбыҙҙы киңәйтте, алдыбыҙға аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәтте. Ҡоролошо яғынан капитализмға тартым булған ете-ят мосолман илендә тормош­тоң әсеһен-сөсөһөн татыныҡ: тәүҙә төрөк телен өйрәнергә, уның халҡына, мөхитенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә яраҡлашырға, ҡатмар­лы шарттарға күнегергә ваҡыт һәм сабырлыҡ талап ителде.
Башҡа милләттәр араһында башҡорт йәштәре үҙҙәрен лайыҡлы тотто. Шуғалыр ҙа төрөктәр беҙҙе ихтирам итә ине. Студент сағыбыҙҙың һәр мәлен файҙалы шөғөл менән генә уҙғарыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайныҡ. Уҡыуға күп ваҡыт, тырышлыҡ талап ителһә лә, аҡса эшләргә йә булмаһа башҡа һөнәр буйынса өҫтәмә белем алырға тырыштыҡ. Бына шул саҡта миндә видео төшөрөүгә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Студент саҡта үҙемдең эш хаҡыма камера һатып алғайным. Кино, видео төшөрөү буйынса операторҙар курсында белемемде камиллаштырыуға ваҡыт таптым. Шунан башҡорт һабаҡташтарымды, төрөк дуҫтарымды ҡатнаштырып, төрөксә “Урал яҡтарынан мосафир” исемле тәүге фильмым менән кинофестивалдә ҡатна­шырға батырсылыҡ иттем. Кино сәнғәтенә тәүге аҙымым шулай башланды.
Сит илдә бер-беребеҙгә терәк, туған­дарса ҡарашта булырға күнеккәнбеҙ, әле булһа ҡыҙҙар-егеттәр бер-беребеҙҙе онотмайбыҙ, һабаҡташтарыбыҙ менән социаль селтәрҙәрҙә, хатта яҡындан күре­шеп, аралашып йәшәйбеҙ, уңыштары­быҙға ҡыуанабыҙ, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙабыҙ.
Бәлки, беҙгә сит илдә тороп ҡалыу мөмкинлеге лә булғандыр, әммә тыуған ергә һөйөү, ватансылыҡ хисенең көсө, рух үҙ еребеҙгә тартты. Барыбыҙ ҙа башҡорт ҡыҙҙарын кәләш итеп алдыҡ, тиер инем, бер егетебеҙ генә төрөк ҡыҙына өйләнде. Беҙ ҡайтҡан саҡта йылдар арауығында һәр яҡлап та илебеҙ төрлө үҙгәрештәр кисергәйне, ҡанаттарыбыҙҙы нығытып, алдынғы ҡарашҡа эйә булған һабаҡташтарым менән йәмғиәттә үҙ урындарыбыҙҙы табырға тырыштыҡ. Берәүҙәр дәүләт эшендә ҙур урын биләһә, икенселәр үҙ эштәрен ойоштороп ебәргән. Ватанымда хеҙмәт юлымды “Башҡорт­остан” телерадиотапшырыуҙар компания­һында башлағайным, күп тә тормай республикала милли клиптары, документаль фильмдары менән популяр булған Рияз Исхаҡовтың шәхси киностудияһына эшкә урынлаштым һәм, ҙур проекттарҙа ҡат­на­шып, тәжрибә тупланым. Үҙаллы эшләр­ҙәй көсөмдө, оҫталығымды төҫмөрләнем. Кино төшөрөү хыялы күптән булғанға күрә бер нисә йылдан тыуған ауылымда үҙ киностудиямды ойошторҙом...
– Ауыл ерлегендә киностудия асып, кино төшөргән кешене күргәнем юҡ ине әле...
– Ауылдаштарым мине бәләкәйҙән тыныс, баҫалҡы тип белә. Кино төшөрәм тигәс, миңә күптәр ышанманы. Хатта яҡындарым һағайып, икеләнеп ҡарағайны. Бына күрерһегеҙ, Байымыбыҙ бөтә республикаға билдәле буласаҡ әле, тинем. Төркиәләге студент саҡтар иҫкә төштө шул мәлдә: тыуған яҡҡа ҡайтҡас, үҙ еребеҙҙә бары тик файҙалы эштәр атҡарасаҡбыҙ, тип пландар ҡороп йәшәгәйнек. Тыуған ерҙең, телдең ҡәҙере тап ситтә беленә икән, ватансылыҡ рухы көслө ине барыбыҙҙа ла. Булмышыбыҙға тоғро ҡаласаҡбыҙ, тип һабаҡташтарыбыҙ менән маҡсат ҡуя килдек. Әгәр ҙә милли кино сәнғәтен үҫтереүгә өлөш индерәм икән, был халҡым өсөн башҡарылған хеҙмәтем буласаҡ. Тота килеп аҡсаһыҙ кино төшөрә алырһыңмы, тигәндәре сәмләндереп ебәрҙе.
Бер туған ҡустым Илгиздең дә кино өлкәһендә тәжрибәһе байтаҡ. Рәсәйҙең, республиканың билдәле кинематографис­тары менән берлектә “Ел ҡыуыусы”, “Медведь”, “Синие ночи”, “Батюшка”, “Код Апокалипсиса” кеүек фильмдарҙа эшләп алыуы уны сыныҡтырҙы. Минең фильмдарҙа ла Илгиз оператор эшен башҡарҙы.
Мәктәп эскәмйәһендә бигүк әһәмиәт биреп бармаған ҡайһы бер фәндәргә ҡыҙыҡһыныу студент саҡта уянғайны. Мәҫәлән, башҡорттарҙың тарихын, шәхестәрен өйрәнә башланым. Зәки Вәлидигә ҡыҙыҡһыныу Төркиәлә барлыҡҡа килгәйне. Башҡортостанға каникулға ҡайтҡан саҡта үҙебеҙ менән төрлө әҙәби, тарихи китаптар тейәп килә инек. Бер ҡайтҡаныбыҙҙа Иршат Мусин исемле егетебеҙ Яныбай Хамматовтың “Ҡара яу” исемле романын үҙе менән алғайны. Барыбыҙ ҙа ошо ҙур күләмле тарихи әҫәрҙе ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡып сыҡтыҡ.
Күҙ алдымдан башҡорттарым үткән ҡатмарлы, тарихи хәл-ваҡиғалар уҙҙы. Үҙ ерҙәрендә тыныс, етеш тормошта йәшәп ятҡан халыҡтың еренә ҡырағай татар-монгол сиреүенең баҫып инеүе, кешеләрҙе аяуһыҙ ҡырыуы, аҙаҡтан урыҫтарҙың талауы йәнде әрнетте. Был үҙ ере өсөн йәнен аямаған геройҙар замандаштарыма фильм аша күрһәтелергә тейештер, тип уйланым.
Ниәтем нисә йылдар күңелдә тынғы бирмәй йөрөнө. Һөҙөмтәлә 2012 йылда “Мораҙым хан” исемле ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөүгә өлгәштем. Кино төшөрөү буйынса тәжрибәм аҙ булыуға ҡарамаҫтан, белемемә, тормош тәжрибәмә таянып, тәүәккәлләп эшкә тотондом.
– Кинофильмдарыңдың сценарий авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, публицист, драматург Радик Өмөтҡужиндан уңдым, тигәй­нең...
– Һис шикһеҙ, Радик ағайҙың ныҡыш­мал, ижади хеҙмәтен баһаларға кәрәк. Ул – бар яҡтан да мәғлүмәтле кеше. Шуға өҫтәп бик яҡшы психолог, үткер ҡәләм оҫтаһы. Уның ошо сифаттары, тәжрибәһе ныҡ ярҙам итте. Радик Өмөтҡужиндың фекерҙәре, ысынлап та, ҡыҙыҡлы. Ул кино өсөн сценарий яҙған кеше түгел ине. Оҙаҡ хеҙмәттәшлек ителде, яҙа ла Интернет аша миңә ебәрә, уҡып сығам да төҙәтергә кире уға һалам, күп тә тормай үҙгәртелгәнен ҡабат миңә һелтәй – бына шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Яҙа-төҙәтә торғас, сценарий еренә еткерелә, ижади йәһәттән байый. Яңы өлкәгә Радик ағай ана шулай килеп инде.
Тарихыбыҙ киноларыбыҙҙа ҡаласаҡ. Улар һәр замандағы йәшәйеште, мәҙәниәтте, халыҡтың менталитетын, рухи ҡиммәттәрен, ысынбарлығын, йәшәү кимәлен күрһәтә. Сит ил, Рәсәй киноларын ғына ҡарап йәшәһәк, милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәре бөтөүе ихтимал. Артабан да Радик ағай менән хеҙмәттәшлек итербеҙ тигән өмөттәмен. Был фильмдар һуңғыһы булмаясаҡ, иншаллаһ. Милләттәштәрем әйтәһе фекер, идея, мәғлүмәт күп әле. Республикала киноны үҫтерәбеҙ тиһәк, сценаристар әҙерләй торған махсус бүлек асыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Бындай белгестәргә телевидение ла мохтаж.
Шулай уҡ беҙҙә киноактерҙарҙы әҙерләй башларға ваҡыттыр, сөнки киноиндустрия үҫеш юлы кисерә. Сюжеттың эмоциональ тәрәнлеген, мәғәнәһен асыр өсөн генә түгел, кино спектакль һымаҡ килеп сыҡ­маһын өсөн профессиональ киноактерҙар кәрәк. Теләге булған һәр кемде фильмда ҡатнаштырыу мөмкин түгел. Роленә тап килгән актер ғына эште йәнләндереп, образын асып бирә аласаҡ. Беҙҙә кино артистары әҙерләй торған уҡыу йорттары юҡ, аҙым һайын – театр артистары. Шунлыҡтан күп башҡорт фильмдары сәхнәләге спектаклде хәтерләтеп ҡуя. Был осраҡта инде режиссерға ныҡ иғтибарлы эшләргә кәрәк.
Тормошта нисек һөйләшһәгеҙ, кинола ла шулай тәбиғи аралашығыҙ, тип өйрәтәм. “Алмабикә” фильмында Илһам ролен башҡарған театр артисы Фәнил Толомғужиндың актер оҫталығы бик күптәрҙе әсир иткәндер. Ул фильмды төшөрөүгә тотонғас та Илһамға “әүерелде”. Үҙенең ваҡыты бик тар: ауылға атаһына бесән сабышам тип ҡайтҡан сағы. Талантлы ауылдашымды берәй фильмымда мотлаҡ уйнатырмын тип әйткәнем дә бар ине. Сценарий ҙа уны күҙ уңында тотоп яҙылғайны. Егетебеҙ ваҡытының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, бурысына шул тиклем етди ҡараны, ихлас уйнаны, геройының холҡон, булмышын тулыһынса асып бирә алды. Эш барышында башҡа­ларға ла ярҙам итте, партнеры, Дилбәр ролен башҡарған Азалия Ялмырҙина ла уның тәьҫирендә, профессиональ булмаһа ла, ролен оҫта башҡарҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, “Алмабикә” фильмындағы һәр актер (ә уларҙың күбеһе – төрлө һөнәр кешеләре) үҙенең ролен тейешле кимәлдә асып биреүгә өлгәште.
Ғөмүмән, кино өсөн актер табыуы ҡыйын, бигерәк тә ир-ат ролдәренә ризалаша һалып бармайҙар. Күптәрҙе иң беренсе эш хаҡы ҡыҙыҡһындыра. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Гөлнара менән Илсур Ҡаҙаҡбаевтарҙың илһамланып эшләүҙәре һоҡландырҙы. Гөлнара – ул мәлдә әле генә бәпәй тапҡан йәш әсә, фильмда уйнау теләге көслө ине. Ошоға тиклем театр сәхнәһендә генә балҡыған Гөлнара менән Илсур “Мораҙым хан” фильмы тамашасы хөкөмөнә сығыу менән кино һөйөүселәрҙең ихтирамын яуланы. Илсурҙың кинола уйнауы үҙен режиссурала һынап ҡарарға дәртләндерҙе, хәҙер инде театр сәхнәләрендә үҙе спектаклдәр ҡуя. Киң ҡарашлы талантлы башҡорт егетенең театр өлкәһендәге ижади уңыштарына ҡыуанам.
– Артабан ниндәйерәк фильмдар төшөрөргә хыялланаһың?
– Республикала сифатлы фильм төшөрәбеҙ, киноиндустрияны үҫтерәбеҙ тиһәк, был өлкәлә берҙәмлек, ғәҙеллек кәрәк. Кемдең ҡулына аҡса эләгә, ул шәп кино төшөрә алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш түгел. Бер нисә йыл рәттән республикала Мәҙәниәт министрлығы тарафынан грант бирелә бара. Әммә проектты комиссия ҡарамағына тәҡдим итеү өсөн бер ай самаһы ғына ваҡыт бирелеүе бик аҙ ул. Минеңсә, комиссия йыл буйы проекттар ҡабул итергә, ә тапшырылған эштәр асыҡ рәүештә тикшерелергә, халыҡ ара­һында ла тауыш йыйырға тейеш. Мәҫәлән, грантҡа унлаған эш тәҡдим ителгән булһа, проект авторҙарының исемдәрен атамайынса, идеяларын матбуғат аша халыҡҡа күрһәтеп, тауыш йыйыу ғәҙел булыр ине. Һөҙөмтәлә иң яҡшы һәм кәрәкле тип табылғанына аҡса бүленһә, күберәк халыҡ күңеленә хуш килгән, үҙ хаҡын сығара алғандай фильмдар төшөрөлөр ине.
Рәсәйҙең, сит илдәрҙең күңел асыуға, мәкерлеккә, ҡан ҡойошҡа ҡоролған фильмдарының иҫәбе-һаны юҡ. Беҙгә уларҙан өлгө алырға кәрәкмәй. Башҡорт киноһы халҡыбыҙҙың менталитетына, мәҙәни, рухи, ғаилә ҡиммәттәренә, иманға ҡоролған булырға тейеш. Килер быуынды улар аша лайыҡлы итеп тәрбиәләй алабыҙ. Фильмдарыбыҙҙы рухи хазина, ҡомартҡы итеп киләһе быуындарға аманат итеп ҡалдырыу – беҙҙең бурыс ул.
Үҙемә килгәндә, күберәк тарихи кино, Икенсе донъя һуғышы тураһында сериалдар төшөрөр инем. Әммә был бик ҡатмарлы һәм оҙайлы хеҙмәт буласаҡ. Боронғо кейемдәр, иҫке өйҙәр, һауыт-һаба, ҡоралдар, аттар кәрәк бының өсөн. Үҙем фантастик фильмдар ҡарарға яратам. Сит ил ҡаҙаныштарын да күҙәтеп барам. “Храброе сердце” кеүегерәк кинофильмдарҙы үҙебеҙҙә лә төшөргәндә ҡайһылай шәп булыр ине!
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә Икенсе донъя һуғышы тураһында төшөрөлгән фильм­дарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарайым. Корея драмаларына иғтибар итә башланым. Бәләкәй генә дәүләт булыуына ҡарамаҫтан, киноиндустрия үҫешкән һәм ошо ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, сағыу фильм­дары менән үҙҙәрен донъя кимәлендә таныталар. Етмәһә, кино илгә аҡса килтерә.
Балаларҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡал­дыр­маҫҡа ине. Ни өсөн тигәндә, йәш быуын үҙ телендә кино ҡарап үҫһә, телебеҙҙе һаҡлап ҡалырбыҙ. Ҡыҫҡаһы, идеялар сикһеҙ, планда проекттар күп. Кино һөйөүселәрҙең күбеһе милли геройҙар, тарихи ваҡиғалар тураһында фильмдар кәрәклеген әйтә. Кино сәнғәтенә, халҡының мәҙәниәтенә, тарихына, киләсәгенә битараф булмаған рухлы милләттәштәремдең кәңәштәренә ҡолаҡ һалам. Интернетта үҙемдең төркөмдә һөйләшеүҙәр алып барғанда ла халҡыбыҙҙың башҡорт фильм­дарын көтөп тороуын күрәм. Кино сәнғәтенә аяҡ баҫҡанмын икән, ярты юлда туҡтап ҡалмаҫмын.
Әңгәмәсемдең бай рухи күңел донъяһына, фекерҙәренә һоҡландым. Йөрәгеңдә туған халҡыңа һөйөү, ныҡлы рухың, ғәмең, фәһемле идеяң юҡ икән, кино кеүек оло эшкә тотоноу­ҙан ни фәтүә? Ул әйбереңде нисек халыҡҡа тәҡдим итеп, килер быуын­дарға аманат итеп ҡалдырырһың?! Милли геройҙарыбыҙ тураһында тарихи әҫәрҙәребеҙ күп, ниңә шуларҙы кино төшөргәндә ҡулланмаҫҡа?! Минеңсә, Зәйнәб Биишева, Яныбай Хамматов, Әхиәр Хәкимов һәм башҡа күп яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре – үҙе әҙер кино!
Байтаҡ башҡорт фильмдарын ҡабат-ҡабат ҡарап сыҡҡаным булды. Эйе, кино­картиналарыбыҙ бар, быға ҡы­уанырға кәрәк, әммә туҡталып ҡалырға ярамай. Замана үҙгәрә. Халыҡтың талаптары, донъяға ҡарашы киңәйә. Мәскәүҙәге юғары уҡыу йорттарында Рәсәйҙең алдынғы кинематографистары курсында уҡып, режиссер, кинооператор булып ҡайтҡан белгестәребеҙ ҙә бар, заманса ҡорамалдар менән тулылан­дырылған “Башҡортостан” киносту­дияһы ла республикабыҙҙың ғорур­лығы иҫәпләнә. Йәшәйешебеҙгә сит илдең, Рәсәйҙең һанһыҙ фильмдары, гламур сериалдары үтеп инһә лә, барыбер үҙебеҙҙең башҡорт фильмдарына өҫтөнлөк бирербеҙ.

[b]Земфира ИШБАЕВА әңгәмәләште.[
/b]


Вернуться назад