Юл буйында – бөҙрә сауҡалар...05.02.2016
Хикмәтле хикәйә
Оҙон сәфәрҙә күршем, инде һәйбәт, күркәм йәштәге ағай, етмеш нисәнселер йылда булған бер тарихты, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлде, һөйләне. Уны үҙе күргәнме, шәхси ҡатнашҡанмы, быныһы миңә ҡараңғы ҡалды, шулай ҙа икеһенең береһелер, тип уйлайым, сөнки бик мауыҡтырғыс, ышандырғыс килеп сыҡты.

…Быларға Өфөнән тикшереүсе килеп төшә бер мәл. Йәш, һылыу ҡатын. Өҫтәлдәй тигеҙ сәхнәләрҙә генә уңлы-һуллы бәүелеп йөрөмәле бейек үксәле ялтыр туфлиҙар кейеп алған. Был яҡтарҙа һирәк күренгән йәтеш кенә ҡулсатыр тотҡан. Ҡыҫҡаһы, шыр ҡала балаһы был. Эшкә яңыраҡ урынлашҡан икән, тәүге мәртәбә сәфәргә ебәргәндәр һәм, мә һиңә – иң алыҫ, ҡарурманлы, тау-ташлы, ҡырыҫ төбәккә.
Юл өсөн яуаплы түрәләрҙең береһе менән тегеһен-быныһын ҡарап йөрөй шулай былар. Аяҙ күк төҫөндәге һөйкөмлө күҙле ҡатын машина тәҙрәһе аша юл ситендәге сауҡаларға текәлеп бара. Быны күргән хужа уның: “Ниңә быларҙы ҡырҡманығыҙ?” – тип ҡәтғи һорауынан, кәбән һалғанда ямғыр болото һөжүм иткәндәгеләй, шөрләп ултыра, башын яурынына һаман төпкәрәк батыра.
Берғауымдан сауҡалар мәсьәләһе ысынлап та күтәрелә.
– Бынауы ҡайынҡайҙар ҡайһылай матур үҫеп ултыра! – ти тикшереүсе. Мода журналындағылай тәрбиәле башын килешле сайҡап, телен шартлатып ҡуя. Бик нәзәкәтле килеп сыға был. Йөрәк өшөткөс булһа ла.
Түрәнең йөҙөнә һалҡын тир бәреп сыға – ҡалай алыҫтан башланы был сибәркәй, ә! Түшәкте ана нисек йомшаҡ йәйә! Вәт һин уны… Ситтән ҡарағанда бер нәмә лә аңламағандай күренә бит әле үҙе. Ә ул уны хөкүмәттәге берәйһенең яҡынылыр тип фаразлағайны. Йәнәһе, эшкә танышлыҡ менән алынған да, осло башлы туфли кейеп, тупаҡ кирза итектәр өҫтөнән күҙәтке ҡыла. Йо-оҡ, сағанды имәндән айыра бит ҡыҙыҡай, ҙур белгес был. Йә, Хоҙай…
Яман йылмая бит әле үҙе. Әйтерһең дә, блокнотына кәмселек теркәргә йыйынмай, ә ҡала паркында ял итә, ҡоштар йырын тыңлай. Мыҫҡылын тауышына ла, йөҙөнә лә һис сығармай. Әртис инде, тап үҙе. Уға ҙур сәхнәләрҙә уйнарға кәрәк, иптәштәр! Тулған айлы, бөҙрә ҡайынлы шунда, ғишыҡ-мишыҡлы күренештәрҙе ныҡ килештерер ине. Юҡ, һөнәр менән аймылыш килеп сыҡҡан бында, ҙур талант соҡор-саҡырлы, бормалы бәләкәй юлдарҙа әрәм була, шуныһы аяныс…
– Эйе, – тигән була ағай, аптырағандан. – Нәҙекәй генәләр…
Тағы бер нисә саҡрым үтәләр. “Зәңгәр күҙ” эргәһендә ятҡан ҡулсатырын ҡулына тотоп алған әле ул. Гүйә, шуның менән юлдашының кәпәй ҡорһағына сәнсергә йыйына.
Юҡ, улай уҡҡа барманы былай. Ә бына уҡталып-уҡталып ҡуя. Нимәлер әйтергә теләгәндәй кеүек. Нимәлеге ағайға асыҡ билдәле инде былай. Күптән бешкән, өлгөргән ул һүҙҙәр, оҫта буялған бүлтәй ирендәрҙән өҙөлөп төшөргә генә торалар.
Ҡулъяулығы менән туфлийына ҡунған саңды һөртөп алды. Бик нәфис эш итте. Тимәк, төп туҡмаҡты шул яҡтан көтөргә кәрәк. Ярай, былай, исмаһам, ҡулсатырға ҡарағанда әҙәмсәрәк булыр.
Төп күренеш, кульминация, ныҡ яҡын. Режиссеры, тикшереүсенең өҫтәге етәксеһе, быны әллә нисәшәр эшләтеп ҡарағандыр инде. Тимәк, улар райондағы етешһеҙлектәр буйынса күптән хәбәрҙар…
Ләкин һылыуҡай бөтөнләй икенсе нәмәне әйтә:
– Ҡасан ултыртырға өлгөрҙөгөҙ һуң быларҙы? – Тәҙрә аша эйәк ата. – Юлды яңыраҡ ҡына һалғанһығыҙ ҙа инде.
Һөйләүсе ошо урынға еткәндә беҙҙең поезд ҡапыл яйланы, тәгәрмәстәр шығыр-р итте, гүйә, ул да хәбәргә ҡолаҡ һала-һала барған һәм аптырауҙан башына йәбеште, һаһылдауҙан күҙе йомолдо, барған юлын онотто. Шығырлау кинола көсөргәнеште арттырыу өсөн ҡулланылған ҡыҫҡа музыкалай булды.
Ағай менән ихлас көлөшөүебеҙгә яныбыҙҙан уҙып барған вагон ҡараусы ҡатын аптырап ҡараны. “Вәт кешеләр, әй, – тигәндер инде эстән. – Бөтә нәмәне көлкөгә һабыштыралар”.
Күҙ ситтәренә һарҡҡан йәштәрҙе һөрткөләп, тыныслана төшкәйнек, ағай тарихын дауам итте.
Нимә-ә? Ысынлап аңламаймы икән ни был ҡупшыҡай? Шулайға оҡшаған шул. Улайһа, беҙҙең түрә яңынан тере, дуҫтар – сираттағы тапҡыр үлмәй ҡалды ул!
Еңел һулап ҡуя ла, ғәҙәтенсә, ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләп алып китә түрә:
– Ә-ә-ә, эйе, эйе… тырышабыҙ, үтәйбеҙ… Ваҡытынан алда… Хәлдән килгәнсә. – Ул саҡтағы гәзиттәрҙән отоп алған рәсми һүҙҙәрҙе юлға тәртипһеҙ һелтәй, бырағыта ғына. – Булған техниканы, ни… рациональ файҙаланып. – Сәбәләнеп ҡулдарын болғай, зонтикка тейә, уныһы төшөп китә яҙа. – Бригада ысулы менән…Фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө, ни… күрһәтәбеҙ, эйе…
– Бөтәһе лә тулы күләмдә һәм ваҡытында үтәлгәндә ҡайһылай яҡшы! – Тикшереүсе, һөйләүсегә оҡшатып, бейек трибуналағылай йомғаҡ яһай һәм йәнә, кеше тәрбиәһен һис күрмәһә лә рәхәтләнеп үҫкән бөҙрә сауҡаларға һоҡланып барыуын дауам итә.
Үҙҙәре үҫкән улар бында. Таш, ҡырсын аша бәреп сыҡҡандар. Сөнки, кем әйт­меш­ләй, ата-бабаларының тамырҙары ошонда. Юл төҙөгәндә яҡындағы бөтә булған ағас һөрөп ырғытылһа ла, тәбиғәт үҙенекен ҡайыра бара шулай. Уларҙы ни, ултыртыр инең дә, эшсе ҡулдарҙы, гәрүчи-мәрүчиһен нисек еткерергә һуң? Дөрөҫөн әйткәндә, был турала бер кем дә хатта уйламай ҙа. Ә ниңә уйларға, ти, районда бит урман былай ҙа өҫкә ҡолап килә, ҡояшты ҡаплап ултыра. Бында, киреһенсә, асыҡ урынға ҡытлыҡ, иптәштәр, сабынлыҡтар, көтөүлектәр алтынға тиң.
– Эйе… – тип ҡуя артабан урындағы түрә тағы. Хәлдән имен ҡотолоу шатлығынан да, тикшереүсенең үтә бер ҡатлылығына аптырауҙан да ҡып-ҡыҙыл булған итләс йөҙөн ул да шул яҡҡа бора. – Юғиһә, анауы туғайҙан ел өрөп юлға ҡар тултырып тик тора.
…Ҡатын, дөрөҫ булһа, баш ҡалаға ҡайтҡас, районды маҡтап бик һәйбәт хисап яҙған, тиҙәр.
Ғәжәп, әммә был тарихтан миндә ниндәйҙер юшҡын ҡалманы. Юғиһә, көлкөлөгөн көлкө лә ул, ләкин инспекторҙың эшкинмәгәнлеге, һөнә­ренән үҙе үҫкән ағасты ултыртылғанынан да айырмауға тиклем алыҫ тороуы һәйбәт түгел дә инде. Бәләкәй түрәнең ҡылығы ла китапҡа яҙғанда ғына мәҙәктер: яңылышҡан кешене төҙәтергә тейеш ине лә баһа ул. Ә бит был алдаҡ, ҡупшыҡайға эйәреп, өҫкә китте, ниндәйҙер дөйөм һандарҙы ялған тулыландырҙы.
Һәйбәт тойғо ҡалыуҙың сәбәбе – быны һөйләүсе, Мәскәүгә барғандағы минең күршем, ошо шаян күҙле, йор һүҙле теремек ҡарт түгелме икән? Улдыр. Усын ыуып та һөйләмәне бит быны. Йәнә лә тәбиғи һәләте – иҫ киткес күркәм, һутлы, үҙенең төбәгенә генә хас халыҡ теле йәмләне шикелле.
Телдең ни хәтлем бөйөк нәмә һәм, кешеһенә ҡарап, шул ҡәҙәрем матур икәнлегенә өҫтәмә раҫлау булды был.




Вернуться назад