Рухыбыҙ ҡыңғырауы05.02.2016
Рухыбыҙ ҡыңғырауыХалҡыма

Геродоттан алып бөгөнгәсә
Һүҙ алтыны – халҡым хаҡында.
Был үҙе дан: Урал уға – Ватан,
Иҙелдең дә ағы – тик бында.

Шөһрәтләнер һаман ошо донъя
Тиңдәр араһында тиң итеп.
Үҙ ҡәҙерен үҙе белһә ҡәүем,
Ҡуя алмаҫ бер ни төңөлтөп.

Заман әммә төрләндерә заңын,
Көн үҙгәрмәҫ тимә иртәгә.
Ә затыма тик исемен түгел,
Асылын бит һаҡлау – мәртәбә.

Халҡым, һиңә тоғролоҡло антым,
Һиңә иң ҡайнары сәләмдең.
Шул хәсиәт менән тыуғанмын мин,
Бурысы шул минең ҡәләмдең.

Донъя көтөү

Донъя көтөү… Ә айышы
Һиндә ул, һиндә, кешем.
Бәрәкәтен тота көндөң
Изге ғәмәлең, эшең.
Көнкүреш аҡылы һиндә,
Көнкүреш оҫталығы.
Хәстәрҙәреңдә сағыла
Ваҡыттың ҡыҫҡалығы.
Мең ғәләм тап һинең кеүек
Һаҡлай түлде, телде лә.
Ғүмерле итә хәтерҙә
Гегелде, Гоголде лә.
Ябай кешем, дәрәжәләр
Кейҙерә затлы елән.
Еләнен һалғастын, ҡара,
Ни ере артыҡ һинән?
Илгә шөһрәт яулар илһам
Бар ул бөйөк заттарҙа.
Тик һәр кеме, елһә, елә
Һин үҫтергән аттарҙа.
Әйтһәң, әйтәһең уға ла:
“Икмәктән оло булма!”
Кем дә донъя көтһөн шулай,
Көтмәһен әммә бола.
Ә һин өмөт итәһең гел,
Көтәһең килер көндө.
Кәрәкме сурытып тороу,
Донъя көтөү – шул инде.
Теләгем – именлек һиңә,
Көткәнең килһен, кешем.
Бәрәкәтен тота көндөң
Изге ғәмәлең, эшең.

Иманға саҡырыу

О! Кто ты? Речь твоя опасна!
Тебя послал мне ад иль рай?..
М. Лермонтов.

Ете ҡат күк… Сик-самаһыҙ йыһан…
Арбаусы бер йомаҡ аңда, йәндә.
Әллә ниндәй ҡара упҡын да бар
Әллә ҡайҙа унда, йәһәннәмдә.

Ул упҡындар убып ала, тиҙәр,
Йондоҙҙо ла… Йондоҙ Ер шайымы?!
Нисек инде була ул зым-зыя,
Бушап ҡуя Ваҡыт тышауымы?

Зиһен төпкөлдәрен иң биләгән
Ерҙең яҙмышына бәйле уйҙыр.
Әйтә ғилем: Ерҙә буйтымлыҡҡа
Әле һандар етмәҫ йылдар уҙыр.

Ә кешелек – аһ, аңдый вәхшилек! –
Булырмы һуң Ергә ғүмерҙәш, тим.
Ожмахы ла, тамуғы ла, сәсрәп,
Булмаҫмы бер килеп ҡәберҙәш, тим.

Ҡотҡарыр, тим, бары иман ғына,
Тик ул өҫтөн барса тәғлимәттән.
Үрләй ул өмөттән һәм өммәттән,
Өҫтөн түгел бары тәбиғәттән.

Ышаныс ул, изгелек ул, тиңлек,
Юғары рух, саф күңел ул – иман.
Ә йыһанда ҡара упҡын* да бар,
Унан ғибрәт алыу бик тә таман.

Был шиғырға сәбәп – иҫкә төштө:
“Иманһыҙ!” – шул иң ауыр һүҙ телдә.
Тәүбә, тәүбә! Донъя убылмаҫ ул
Иман булһа әгәр һәммә илдә.
––––––––––
*Русса – черная дыра.

Көрсөктә

Тут ни убавить,
Ни прибавить…
А. Твардовский.

Яҙам шиғыр. Ҡобайырға,
Бәйеткә булыр тартым.
Ал бына йәш-елкенсәкте,
Заманмы ҡуйҙы һыртын?
Үҙенән дә елленеме,
Миңленеме эҙләйҙәр –
Белмәҫһең был егеттәрҙе,
Күҙләйҙәр ҙә күҙләйҙәр.
Йөрөй бирәләр һуйҙаңлап,
Утыҙҙы ла үтәләр.
Әҙергә – хәҙер, тиепме,
Себерҙәргә китәләр.
Эш булмағас, бол булмағас…
Сәбәп – шул. Раҫ та һымаҡ.
Күмәк бер төптән ҡупмағас,
Яңғыҙ-яры ни ҡылмаҡ?
Ауылды һаҡлай ҡарт-ҡоро,
Хәленсә донъя көтә.
Бабай тәмәке төтәтә,
Әбей-һәбей йөн тетә.
Бына минең Таулыҡайҙа
Мәктәп – өмөт һәм нәҙер –
Һуғыш йылдарында хатта
Ябылманы. Юҡ хәҙер.
Үҙгәртеп ҡороу, тинеләр,
Булыр, тинеләр, ҡулай.
Ҡороу түгел, ҡырыу булып
Сыҡтымы инде шулай.
Ҡарағура баҫҡас ерҙе,
Әрләйҙәр хөкүмәтте.
Әйтерһең, күктәрме уға
Ер һөрөүҙе йөкмәтте.
Был Рәсәйҙә ғүмер баҡый
Аңҡы-тиңке сәйәсәт.
Уңмаһа юл, ҡунмаһа бол,
Тот та халыҡты сәсәт.
Текәләм ил ҡаҙнаһына,
Тернәкле итер аҡса.
Әммә ҡорал йота уны,
Ил ҡаҙнаһы ла ҡаҡса.
Ниңә ул булмаһын шулай,
Туғарылдыҡ бит күптән.
Тик “ҡара алтын”мы әллә
Донъяны теүәл иткән?!
Беләм, кәрәк беҙгә ҡорал,
Аңдығанда ғәрәсәт.
Әммә күңел бөтөнлөгө
Өҫтөндөр бит, Рәсәй, әйт!
Бар нәмә булһасы етеш,
Етештермәгәс, ҡайҙан?
Инде хәҙер шырпыны ла
Алырбыҙмы Ҡытайҙан?
Яҙам шиғыр. Уның менән
Сығып булмай көрсөктән.
Йәшәтә ышаныс: бөтөр
Һуғылыу сиккә сиктән.
Яҙам шиғыр. Ҡағылмаһын
Уға көрсөк ҡырауы.
Ул бит булған һәм булһын ул
Рухыбыҙ ҡыңғырауы.

Ерем-күгем

– Ерем-күгем, ниңә кәйефең юҡ?
– Ишетелмәй бөркөт саңҡыуҙары.
– Ниңә шулай, бөркөт?
– Саңҡыуҙарҙан
Өҫтөн хәҙер әҙәмдең бит зары.

– Кәйефең юҡ ниңә, ерем-күгем?
– Аҡбуҙат бит түгел бәйге йәме.
– Һин, аҡбуҙат, ниңә бойоҡ әле?
– Әҙәмдә тик алыш-биреш ғәме.

– Ерем-күгем, һәр кемгә һәр төрлө
Күренәһең ниңә, әйт туп-тура?
– Мине кемдең нисек күреүҙәре
Ул иң элек үҙ хәленән тора.

– Әйтсе, маңҡорттар һуң, ерем-күгем,
Оңҡоттар һуң һиңә өн бирәме?
– Һорама ла быны. Уйла бары:
Әҙәмсә һуң улар көн күрәме?

Ғүмер асылы

Көндөң ҡыуанысы мине,
Аянысы ла бит белә.
Һүҙем янтайыуһыҙ булды,
Бер кемгә һалманым бәлә.
Мин юл асышҡан ҡай берәү,
Уҙҙым, тиеп, онотһа ла,
Ул саҡтағы уртаҡ хистәр
Йәндә бер йылылыҡ һаман.
Артыҡ ышанып барҙым мин
Эс-бауырға кергәндәргә.
Тормош был, тиеп ҡараным
Кисергәндәр, күргәндәргә.
Булды үкенгән саҡтар ҙа,
Булды күккә сөйөлөү ҙә.
Тәбиғәтем тартылғанса
Булды һөйөү-һөйөлөү ҙә.
Ябай кешегә ни кәрәк?
Бар ни, юҡ ни уға тәхет.
Көнөңдән кинәнес алһаң,
Үҙең булып ҡалһаң – бәхет.
Шулдыр асылы ғүмерҙең.
Ә ниҙәр һуң моңға һала?
Һалмаҫ ине лә бит моңға,
Барыһы бит ҡала, ҡала…
Һалынһын, булһа, фәтүә
Минең былай әйтеүҙәргә.
Һәр яҙмыш ҡәүем йортонда
Ҡалһын ул булып бер тәҙрә.

Иҫкә төшә

Иҫкә төшә тағы бала саҡтар,
Йәннәттәрҙәй булмаһа ла – рәхәт.
Ҡояшың бит ҡурсаланы мине,
Рәхмәт һиңә, Таулыҡайым, рәхмәт.

Иҫкә төшә тағы бала саҡтар,
Төйөлтһә лә йәшкә үкһеҙлектәр,
Оноторға бер иркәләү етә,
Күңелдә юҡ хәҙергеләй биктәр.

Иҫкә төшә тағы бала саҡтар,
Көтөү көткән, бесән сапҡан ерҙәр,
Әллә ниндәй хыялдарға сумып,
Кинәнестәр алып ятҡан ерҙәр.

Иҫкә төшә тағы бала саҡтар,
Таулыҡайым – ғүмерем сәңгелдәге.
Их, ҡайтһасы тағы ул ваҡыттар,
Бөгөн инде түгел мин әүәлге.

Иҫкә төшә тағы бала саҡтар,
Моңға сорнай һаман ул ваҡыттар.
Ҡайтһам әгәр, Тыуған ил ҡырында
Берүк шартламаһын ине туптар.

Иҫкә төшә тағы бала саҡтар,
Яуҙа ауған атай… Ә мин көтәм.
Бала саҡҡа тағы ҡайтһам ине,
Тик үкһеҙлек булмаһасы бүтән.

Аҡ бәхеттәр…

Аҡ бәхеттәр һиңә, тибеҙ.
Матур теләк. Йыш әйтелә.
Бармы ни ҡара бәхет тә,
Был бик сәйер ишетелә.

Бәхет, бәлки, аҡ төҫтәлер,
Бәлки, шунан әйтеләлер.
Ҡыуаныстағы ҙурлыҡтар,
Хозурлыҡтар көтөләлер.

Аҡ бәхеттәр… Аҡ сәскәләр…
Яҡын һымаҡ аралары.
Бәхеттең дә, сәскәнең дә
Белмәйем мин ҡараларын.

Аҡ бәхеттәр һиңә, тибеҙ,
Ҡараһы юҡ, ул бары – аҡ.
…Бәйләнмә халыҡ һүҙенә,
Халыҡ һүҙе һәр ваҡыт хаҡ.

* * *

Мәскәү. Кремль. Хакимлыҡтың, гүйә,
Ҡапҡаларын үтеп ингәс эскә,
Власть ишегенә илткән юл да
Эйә кеүек әллә ниндәй көскә.

Барыһына бында хастыр кеүек
Ил яҙмышын үтә күреүҙәр бит.
Дворник та хатта әйтер төҫлө:
– Мин таҙартҡан юлдан йөрөйҙәр бит.

Ут

Донъяның бит уттан яралғанын
Аҡыл эйәләре әйткән күптән.
Аң еткеһеҙ шартлау… Атомдармы
Мең-мең ғаләмде ул хасил иткән?

Ә атомдар ҡайҙан? Донъя сикһеҙ.
Ниндәй хикмәт һуң ул сикһеҙлектәр?
Мәңгелектә тота был донъяны
Ниндәй илаһи көс, ниндәй хәстәр?

Донъя! Хайран һинең ғалилыҡтар!
Күпме һорау һиңә, ә яуап юҡ.
Бөтмәҫ-төкәнмәҫтең серен йомоп,
Усағымда бына яна ул ут.

Ҡалыу

Йылдар ҙа ҡала,
Йырҙар ҙа ҡала.
Ҡырҙар ҙа ҡала,
Ҡарҙар ҙа ҡала.
Бының бөтәһен
Белеп үтәһең.
Көндө һүтәһең,
Таңды көтәһең.
Эй, фани донъя!
Барыһы ҡала.
Ҡалыу хикмәтле,
Уйҙарға һала.
Хуп – фәһем алыу,
Теләгем – ҡалыу,
Ҡалыу һаулыҡта,
Ваҡытта ҡалыу.

* * *

“Бара торғас, исемемдән уңдым…” –
Иң ҙур ризалыҡ был Мостайҙа.
Мостай Кәрим тигәс, шул еткәйне
Беҙҙә генә түгел, Ҡытайҙа.

Үҙ исеме танытһа бит уны,
Шағирға шул иң ҙур мәртәбә.
Титул – күлдәк ише, ул бит туҙа
Бөгөн түгел икән, иртәгә.


Вернуться назад