Диалекттарҙы беләһеңме?05.02.2016
Ошо көндәрҙә ҡулыма профессор Ә. Аҙнабаев менән БДПУ уҡытыусыһы Р. Аҡ­булатова яҙған «Башҡорт теле диалектизмдарының тарихи-этимологик һүҙлеге» килеп эләкте. Ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Авторҙарҙан ни өсөн урыҫ телендә яҙғандарын һораным. Хеҙмәт грант нигеҙендә донъя күргән икән. Рәсәйҙең абруйлы ғилми ойошмаһы, мәсьәләнең актуаллеген аңлап, уны тикшереүгә махсус аҡса бүлгән. Тимәк, эш республика ғына түгел, ә дөйөм Рәсәй кимәлендә башҡарылған, төрлө тел белгестәре һәм киң ҡатлам уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән.

Диалектизмдарҙың (диалект һүҙҙәренең) тарихи нигеҙен йәки этимологияһын өйрәнеү эше башҡорт теле ғилемендә генә тү­гел, дөйөм төрки тел беле­мендә лә бөгөнгә тиклем башланмаған, был өлкәлә бер хеҙмәттең дә донъя күргәне юҡ. Әйтәйек, башҡорт теленең диалекттары күптән өйрәнелә, был өлкәлә бик күп ғалимдар эшләгән, уларҙың хеҙмәттәре баҫылып сыҡҡан, байтаҡ һүҙлектәр донъя күргән, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡланған. Барыһы ла синхроник планда, йәғни диалектизмдарҙың мәғәнәһе, таралған төбәге (территорияһы) тураһында мәғлүмәт бирелә, әҙәби телдә ҡабул ителгән йәки һирәк осраҡтарҙа башҡа ҡәрҙәш телдәрҙә ҡулланылған варианттары менән сағыштырыла, әммә уларҙың этимологияһына (тарихи нигеҙенә) бөтөнләй иғтибар бүленмәй. Шуның өсөн Ә. Аҙна­баев менән Р. Аҡбулатова яҙған был хеҙмәтте төрки тел белемендә тәүге ҡарлуғас тип һанарға кәрәк.
Әлбиттә, хеҙмәттә телебеҙҙең бөтә диалектизмдары ла урын алмаған, әҙәби телдәге варианттарынан ныҡ йәки һиҙелерлек айырылған диалектизмдарҙың этимологияһы тикшерелгән. Авторҙар был һүҙлекте төҙөгәндә профессор Ж. Кейекбаевтың хеҙмәттәрен, уның фән өлкәһен­дәге асыштарын йәки теорияларын (сингармонизм, билдәлелек һәм билдәһеҙлек, плеоназм һ.б. хаҡындағы ҡараштарын) киң һәм урынлы файҙаланған, шул нигеҙҙә үҙҙәренең һәр фекерен (тезисын) ышандырырлыҡ итеп раҫлай алған. Һүҙлектең инеш өлөшөндә был теориялар хаҡында ҡыҫҡа әммә аңлайышлы мәғлүмәт биреп, авторҙар бик дөрөҫ эшләгән, сөнки уларҙың асылын белмәй тороп, һүҙлекте лә аңлау мөмкин булмаҫ ине. Мәҫәлән, “ал” диалек­тиз­мының (әҙәби телдә һәм башҡа диа­лекттарҙа “ул”) этимологияһын авторҙар түбәндәгесә асҡан: Ж. Кейекбаевтың билдәлелек һәм билдәһеҙлек теорияһы буйынса, киң һуҙынҡылар (а, ә) борон-борондан билдәһеҙлек-күплек мәғәнәһен, ә тар һуҙынҡылар (ҡалғандары) билдәлелек мәғә­нәһен белдереү өсөн ҡулай­лашҡан булған («Введение в урало-алтайское языкознание», 75–155-се биттәр). Был теорияның дөрөҫлөгөн хәҙерге телдә лә күҙәтергә була: билдәле булыуынса, башҡорт телендә ирен гармонияһы бар: тор-мош – тормош-то – тормошто-ҡо – тормоштоҡо-лор; өкө – өкө-нө – өкөнө-кө – өкөнөкө-лөр. Әммә ирен гармонияһы билдәһеҙлекте белдергән тел күренештәрендә һаҡланмай. Мәҫәлән, күплек ялғауҙарында: тормоштоҡо – әммә тормош-тар; өкөнөкөлөр – әммә өкө-ләр. Ирен гармония­һына ярашлы тормоштор, өкөлөр формалары барлыҡҡа килергә тейеш ине, ләкин күплек мәғә­нәһен, Ж. Кейекбаев теорияһы буйынса, киң һуҙынҡылар ғына барлыҡҡа килтерә ала.
Хәҙер “ал” диалектизмына әйләнеп ҡайтайыҡ. Боронғо төрки телендә был алмаш “ол” рәүешендә булған һәм хәҙерге төрки телдәрҙең күбеһендә шул рәүештә нығынған. Тик хәҙерге башҡорт, татар һәм үзбәк телдәрендә генә был алмаш ул рәүешен алған, сөнки боронғо “о” өнө “у” өнөнә әйләнгән: боронғо төрки телендә отуз, ҡобуз, тоҡуз – хәҙерге башҡорт телендә утыҙ, ҡумыҙ, туғыҙ һ.б. Был өндәрҙең шул рәүешле күсеш сәбәбен йәки законын профессор Ж. Кейекбаев асҡан (уның «Башҡорт теленең фонетикаһы» (1958) исемле хеҙмәтен ҡарарға мөмкин. 64-65-се биттәр).
“Ал” диалектизмының эти­моло­гияһын асыу өсөн авторҙар ҙа Ж. Кейекбаевтың иҫкә алынған хеҙмәтен файҙаланған. Профессор раҫлауынса, “ҡайһы бер урал-алтай телдәрендә зат алмаш­тарының күплеге тар һуҙын­ҡыларҙы киң һуҙынҡылар менән алмаштырыу юлы менән яһала: би ‘мин’ – ба ‘беҙ’ (дөйөм монгол); ин ‘ул’ – ан ‘улар’ (догур); ул ‘ул’ – алар ‘улар’ (татар)” (96-сы бит). Тимәк, арғаяш һөйләшендә ул алмашының күплеге ҡасандыр “ал” рәүешендә ҡулланылған, тип әйтергә була. Әммә тора-бара “ал” формаһы үҙенең күплек мәғәнәһен юғалтҡан, берлек мәғәнәһен алған, шуға ла иҫке ул формаһы һөйләштән төшөп ҡалған. Ләкин телгә был алмаштың күплек формаһы ла кәрәк бит, шуның өсөн ал нигеҙенә билдәһеҙлек-күплек күрһәткесе “-а” киң һуҙынҡыһы килеп ҡушылған: ал+а=ала.
Авторҙар башҡа диалектизм­дарҙың этимологияһын да бик нигеҙле асып биргән. Уларҙың һәр фекере, раҫлауы йәки һы­ғымтаһы ышаныслы, сөнки улар билдәле ғалимдарҙың, бигерәк тә Ж. Кейекбаевтың хеҙмәт­тәренә, төрки тел ғилемендә ҙур урын алып торған телселәрҙең асыштарына, теорияларына таянып яһалған. «Башҡорт теле диалектизмдарының тарихи-этимологик һүҙлеге» төрки тел белемендә, шул иҫәптән башҡорт тел ғилемендә лә, яңы йүнәлеш асҡан ҙур ҡаҙаныш тип һанайым.

Гөлнур БОХАРОВА,
филология фәндәре докторы, профессор.



Вернуться назад