Күңелдәрҙе һалып шамаилға05.02.2016
Күңелдәрҙе  һалып шамаилға “Яҙыуы матурҙың йөрәге лә күркәм”, ти ғәрәп мәҡәле. Бар күңелде, тырышлыҡты, ихласлыҡты һалып башҡарылған эш тирә-яҡҡа нур һибеп кенә ҡалмай, һис шикһеҙ, оҫтаның эске донъяһының камиллашыуына, сафланыуына ла булышлыҡ итә. Өфөлә беренсе тапҡыр үткәрелгән “Ислам донъяһы сәнғәте-2016” исемле халыҡ-ара һынлы сәнғәт фестивале лә бар яҡлап гүзәллеккә ынтылған ижад вәкилдәрен бергә йыйҙы. Улар үҙ сиратында каллиграфия һәм шамаил төшөрөү буйынса бәйгелә көс һынашасаҡ.

Шамаил – һынлы сәнғәттең мосолман мәҙәниәтендә киң танылған бер төрө. Исламда һүрәт төшөрөү ты­йыл­ған, тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Фес­тивалде асыу тантанаһында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин был мәсьәләгә аңлатма индереп:
– Тик татыулыҡҡа, изгелеккә, ғи­лем­гә өйрәткән динебеҙҙә кешене һү­рәтләндереү тыйылған. Ваҡытын бушҡа сарыф итмәй, Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләтен, мөмкин­леген ижад­ҡа, рухи үҫешкә, йәм уртаҡ­лашыуға арнағандар хуплауға лайыҡ, – тигән фекерен еткерҙе.
“Ислам донъяһы сәнғәте-2016” фес­тивалендә ҡатнашыу өсөн 54 авторҙан 250-гә яҡын эш килгән.
– Каллиграфия һәм шамаил тө­шө­рөүселәр араһында бәйге фән, мәҙә­ниәт, дин белгестәрен берләш­тереп, кешелектең һәр вәкиле өсөн ҡәҙерле булған күркәмлекте, гүзәллекте һаҡлап ҡалыу, яҡшылыҡ таратыу маҡсатында үткәрелә. Ҡатна­шыусыларға стиль, техника йәһәтенән сикләүҙәр ҡуйманыҡ. Эштәр араһында Өфө каллиграфтары булыуы һөйөндөрә, – ти фестивалде ойоштороу комитеты рәйесе, баһалама ағзаһы, рәссам-каллиграф Айҙар Гәрәев.
Йәшерен түгел, бөгөн Ислам динен ниндәй генә сүп-сар менән һәм ҡайһы ғына сүрәттә “биҙәмәйҙәр”. Халыҡ-ара фестиваль үткәреүселәрҙең ниәте иһә – донъя кимәлендә барған ҡан ҡо­йош­ҡа, низағтарға ҡаршы Ислам тарихын, мәҙәниәтен, йәмғиәтен күркәм өлгө итеп ҡуйыу, милләт-ара татыу­лыҡҡа әйҙәү.
Әйткәндәй, “Ислам донъяһы сәнғәте-2016” февраль аҙағынаса дауам итә. Һынлы сәнғәтте үҙ иткәндәр өсөн “Ми­раҫ” галереяһында каллиграфия оҫта­лары Айҙар Гәрәевтең, Йәмил Әхмәт­ғәлиевтең эштәренән тупланған күр­гәҙмә урын алған. Фестиваль барышында Ҡөрьән уҡыу, ғәрәп телен өйрәнеү, каллиграфия буйынса махсус дәрестәр үткәреү ҡаралған.


Мөфтөй Вәлиәхмәт хәҙрәт ҒАЯЗОВ (Коми Республикаһы):
– Шамаил төшөрөү – ныҡышмалылыҡ, оҫталыҡ талап иткән оло сәнғәт. Был кәсепте үҙләштергән рәссамдар үҙ ижады менән Ислам диненең юғарылығын, байлығын бәйән итә. Әлеге һоҡланғыс сараны күреү мөмкинлеге өсөн бик шатмын. Башҡортостанға ҙур рәхмәт!

Сириус БОРЗУ, Башҡортостанда Иран илселеге рәйесе:
– Каллиграфия сәнғәте тәү сиратта кешенең рухи донъяһы менән бәйле. Был йүнәлештә шөғөлләнеүселәр ғәҙәттә бик нескә һәм сағыу күңелле, наҙлы була. Иран халҡы каллиграфияны бик ярата, шуға күрә беҙҙә йылына 100-ҙән ашыу күргәҙмә ойошторола. Унда был сәнғәттең төрлө үҙенсәлекле стилдәрендә башҡарылған эштәрҙе күрергә була. Фестивалдә ике юғары категориялы рәссамыбыҙҙың ижадын тәҡдим итәбеҙ.


Вернуться назад