Әҙибәнең тоғро юлынан29.01.2016
Әҙибәнең тоғро юлынан Ғинуар беҙгә бөйөк әҙибә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваны бүләк иткән. Күгәрсендәр һәр йыл башында, арҙаҡлы яҡташтарының данын тағы ла арттырып, лайыҡлыларға уның исемендәге премия тапшыра. Зәйнәб Биишева көндәре лә гелән ҡыҙыҡлы, фәһемле үтә.

Был юлы ла шулай булды. Аҙналыҡ әҙибәнең район үҙәгендәге һәйкәленә сәскә һалып, уны хәтергә алыуҙан башланды. Артабанғы көндәрҙә һәр мәктәптә яҙыусының ижадына арналған кисәләр уҙғарылды.
22 ғинуар. Әҙибәнең тыуған төйәгенә – Туйөмбәт ауылына – төрлө тарафтан ҡунаҡтар ағыла. Музейы алдында иһә Зәйнәб апай үҙе ҡаршылап торғандай. Һәйкәленең алды сәскәгә күмелә, күңелдәге яҡты хәтирәләр, рәхмәт һүҙҙәре тышҡа урғылып сыға…
Һуңынан премия тапшырыу урыны итеп билдәләнгән Исем ауылына юл­ланабыҙ. Ундағы заманса мәҙәниәт йортоноң беренсе ҡатында яҙыусының әҫәрҙәрендәге геройҙар, хәл-ваҡиғалар сағылдырылған кейеҙ, ағас экспонаттар ҡуйылған. Быларҙың барыһын да балалар үҙҙәре эшләгән. Һәр образға шиғ­ри юлдар менән аңлатма ла бир­гәндәр! Был, әлбиттә, балаларҙың ғына түгел, уларҙың уҡытыусы­ларының, ра­йон мәғариф идаралығы хеҙмәткәр­ҙәренең ты­рыш­лыҡ, ижад емеше.
Икенсе ҡатта иһә Юлдыбай ауылы егете, мәрхүм Ғиниәт Алламоратовтың күргәҙмәһе ойошторолған. Рәссамдың картиналарында тыуған еренең һоҡлан­ғыс тәбиғәте, намыҫлы, эшһөйәр яҡташ­тары оло һөйөү менән һүрәтләнгән.
Зәйнәб Биишева исемендәге премияны тапшырыу тантанаһына халыҡ ифрат күп йыйылғайны. Уларҙы район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин ихлас тәбрик­ләне. Мәртәбәле наградаға Ҡыҙыл Мәсет ерен, халҡын, тәбиғәтен дан­ла­ған яҡташыбыҙ – шағир Зөфәр Вәлитов менән Сапыҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, әҙибәнең ижадын өйрәтеү йәһәтенән киң эшмәкәрлек алып барған Хәкимйән Алсынбаев лайыҡ булды.








Вернуться назад