Тойғондоң тойғолары06.03.2012
Тойғондоң тойғолары“Миңә ни өсөндөр башҡорт шағирҙары хислерәк, ә шиғырҙары күңел халәтенең үҙе төҫлөрәк булып тойола. Улар менән аралашҡас, бигерәк тә ижад емештәре менән танышҡас, быға тағы бер ҡат инанаһың”, — тип яҙа татар шағиры Ленар Шәйех билдәле шағир Тойғондоң (Риф Тойғонов) Татарстан китап нәшриәтендә сыҡҡан “Уятырға ашығам ҡояшты” тигән шиғри баҫмаһына яҙған баш һүҙендә.
Ысынлап та, быға үҙемдең дә иғтибар иткәнем бар. Татар шиғриәтендә сатира һәм юмор өҫтөнлөк итә, хатта хис менән яҙылған шиғырҙарҙа ла еңелсә шаянлыҡ ярылып ята. Башҡорт шиғриәте иһә шау хистәр тәлгәшенән һығылып тора, тәрән фекерҙәр, образдар менән һуғарылған. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе Тойғондоң ижадына ҡарата ла әйтергә булыр ине. Тойғон донъяны, унда барған ваҡиғаларҙы йәне менән тоя, йөрәге аша үткәрә, күңеле менән уларға баһа бирә; көн һайын тигәндәй беҙгә осрап, иғтибарҙан бөтөнләй ситтә ҡалған ғәҙәти күренештәр аша тормош фәлсәфәһен асып һала.
Бына уның һүтелгән иҫке йорт тураһында “Күрер күҙгә, имеш, йорт һүтеү ҙә...” тигән шиғырынан түбәндәге юлдарҙы килтерәйек:
Шаулы ҡалам таң елдәре менән
Туҙандарын яйлап ҡағыныр.
Ә эт, бесәй һаман шул һүтелгән
Иҫке йортто өҙөлөп һағыныр.
Ҡабатлап әйтәм, Тойғон — хисле шағир. Уның был китабын уҡып сыҡҡас, һеҙҙең дә күңел ҡояшығыҙ ҡалҡыр.
С. ӘБҮЗӘРОВ.


Вернуться назад