Ун йыл элек Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында тәүге тапҡыр Көньяҡ Кореянан студенттар белем ала башланы. Башҡортостан менән Кореяның сәнғәт әһелдәре алмаш концерттар ҡуйҙы, уҡытыусылар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, ғалимдар төрлө сарала ҡатнашты. Ғөмүмән, хәҙер ике республика араһында хеҙмәттәшлек нығый, аралашыу ҙа киңәйә.
— Корея студенттарын күпләп уҡыта башланыҡ, шул уҡ ваҡытта яҡташтарыбыҙ ҙа Сеулда белем ала, — ти Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, “Шәреҡте өйрәнеү проблемалары” журналының баш мөхәррире Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов. — Хәйер, ике республика араһында бәйләнеш күптән булдырылған. Беҙ, ғалимдар, әле уға икенсе һулыш биреү тураһында һөйләштек. Иҫегеҙгә төшөрәм: күп йылдар эшләп килгән “Башҡортостан-Һиндостан” ойошмаһы ярҙамында мәҙәниәт һәм сәнәғәт йүнәлешендә үҫеш күҙәтелде. Беҙ ҙә, ойошманы теркәтеп, башлаған эшебеҙҙе яңыса дауам итергә тейешбеҙ.
— Хәҙер Корея менән бәйләнештәрҙе киңәйтеү мөмкинлеге асыла. Мәҫәлән, Башҡортостанда светодиод лампалары етештереләсәк. Шулай уҡ мәғариф тармағы менән ҡунаҡхана бизнесын үҫтереү тәңгәлендә лә һөйләшеүҙәр бара, — тине сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Марат Мөлөков.
“Башҡортостан-Корея дуҫлығы” йәмәғәт ойошмаһының президенты вазифаһына бер тауыштан Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов һайланды, ә Корея вәкиле Ли Донвук вице-президент итеп тәғәйенләнде.
Ҡунаҡтарҙың әйтеүенсә, Башҡортостан уларға бик оҡшай, хатта мәҙәниәтте һәм телде өйрәнергә теләктәре ҙур. Ә тиҙҙән БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында студенттар корея телен өйрәнә башлаясаҡ. О Кенхи ханым, грамматиканы уҡытыуҙан тыш, илдең мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм сәнғәте менән таныштырасаҡ.
“Ҡул сабыр өсөн бер ҡул етмәй” тигән бик фәһемле корея мәҡәле бар. Ысынлап та, тик бергәләп, берҙәм көс менән генә һәйбәт уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Киләсәктә, ике яҡтың да мөмкинлектәрен киң файҙаланып, хеҙмәттәшлекте нығытырға ышаныс ҙур.
Эльмира БӘШИРОВА.