Шоферға ла шиғыр кәрәк26.01.2016
Шоферға ла шиғыр кәрәк Яңыраҡ билдәле шағир, күренекле журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары, төрлө жанрҙағы бер нисә китап авторы Дамир Шәрәфетдинов менән Өфө автотранспорт колледжында бик фәһемле, йөкмәткеле осрашыу булды.

Уның менән ике сәғәттән ашыу барған аралашыуҙа студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған байтаҡ һорауҙы бирҙе. Дамир Мөлҡаман улы ихлас күңелдән үҙенең уҡыу йылдары, үҫмер сағы тураһында мәрәкәләп тә, етди ҙә итеп һөйләне, шиғыр яҙыу нескәлектәре менән таныштырҙы. Матур әңгәмәнән һуң автографтар таратылды, буклеттар өләшелде. Киләсәктә һөнәрҙәрен техника менән бәйләйәсәк студент­тарҙа әҙәби әҫәрҙәр, журналистика хаҡында һөйләшеү йылы тәьҫо­раттар ҡалдырҙы.
Бөгөн беҙ тормош-көнкүре­шебеҙҙе автомобилһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Мәҫәлән, самолетта, поезда, электричкала йөрөп була, тик автомобиль генә һине өйөңдөң ҡапҡаһы төбөнә тиклем килтереп еткерә ала. Машиналар беҙҙе тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндерә. Тимер ҙә хөрмәткә лайыҡ, сөнки автомобилдәр унан яһала. Улар һәр ваҡытта төҙөк һәм матур булһын өсөн – механиктар, дизайнерҙар, тәртиптә йөрөһөн өсөн диспетчерҙар, тағы ла әллә күпме хеҙмәткәрҙәр үҙ эшен атҡара.
Тап Өфө автотранспорт колледжында ошондай белгестәр әҙерләнә лә инде. Әйткәндәй, бында тик көслө зат ҡына уҡый. Конкурс ныҡ ҙур икән. Рәсәйҙең дә, Башҡорт­остандың да иҡтисады, һис шикһеҙ, автомобиль транспорты үҫешенә лә бәйле.
Был уҡыу йортонда тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, тирә-яғыбыҙға йылы мөнәсәбәт тәрбиәләнә. Автомобиль транспортын мөмкин тиклем тәбиғәткә, кешелеккә зыянһыҙыраҡ итеп эшләү, етештереү мәсьә­ләләре буйынса эш алып барыла. Колледжда спортҡа, рухи-мәҙәни тормошҡа ла ҙур иғтибар бүленә.
Робот машиналар уйлап сығарыу өҫтөндә лә эшләйҙәр бында. Бай йыһазландырылған уҡыу корпустары менән дә уҡыу йорто дан тота, лабораторияларҙа төрлө тәжрибәләр үткәрелә, студенттарға ятаҡ та уңайлаштырылған.
Уҡыу практика менән йәнәш алып барыла: бында ҡоро теория ғына бирмәйҙәр, студент ике ай һайын практикаға бара. Шуның һөҙөмтәһендә икмәктең нисек табылғанын күреп үҫәләр, үҙҙәренең тәжрибәһен байытыу һөҙөмтәһендә дипломлы белгес булалар. Уларҙы, яңы бешкән ҡалас кеүек, илебеҙҙең төрлө өлкәләре ҡушҡуллап эшкә алырға әҙерҙәр. Колледждың абруйы шунда күренә: бында күрше төбәктәрҙән, хатта сит өлкәләрҙән дә килеп уҡыйҙар. Мотлаҡ булған теүәл фәндәрҙән тыш әҙәбиәтте лә яраталар. Дамир Шәрәфетдинов менән үткәрелгән осрашыу ҙа шуның бер дәлиле булды. Яҙыусы үҙе лә, баҡһаң, студент йылдарында автотранспорт техникумында уҡығандар менән дуҫ булған, йыш аралашҡан икән.




Вернуться назад