Ҡайҙа барма,
уйҙар һиңә илтәҠайҙа барма, уйҙар һиңә илтә,
Оноторға юҡтыр хаҡҡынам.
Ары торһон Кавказ, Ҡырымы ла,
Булмаһамсы һиңә ят ҡунаҡ.
Тыуған яғым! Һары ҡылғандарың
Елберләгән саҡта яланда,
Рауза сәскәһенән матурыраҡ
Күренә ул миңә һаман да.
Ҡайҙа барма, уйҙар һиңә илтә,
Туғайҙарым, сәскә-болондар.
Һөрән һалған таңғы әтәстәре,
Аттар менән сабый ҡолондар.
Ҡайҙа барма, уйҙар һиңә илтә,
Йөрөһәм дә әллә ҡайҙарҙа.
Елберләгән ҡылған ише – күңел,
Ҡанатлана йәйге айҙарҙа.
Тыуған яғым, үкһеҙ балаңдыр мин,
Ергә башын эйгән ҡылғандай.
Яҙһын ҡуйыныңда һулырға бер,
Моңдан иҙрәп, йырлап тынғандай.
Диңгеҙ, диңгеҙ...Диңгеҙ, диңгеҙ, ниңә һағындыра
Ярҙарыңды ҡаҡҡан тулҡының?
Шашҡан күңелемде йыуатайым,
Юлдар төшмәй әле, юл тыныс.
Диңгеҙ, диңгеҙ, ниңә юҡһындыра
Ярҙарыңды биҙәр таштарың?
Мәрйен теҙер инем төҫлө таштан,
Тапҡан кеүек йөҙөк ҡаштарын.
Диңгеҙ, диңгеҙ, йырың тына белмәҫ,
Көтәһеңдер һиҙгер йәндәрҙе.
Баралмаһам, хыялымда ғына
Балҡытырмын аҫыл йәмдәрҙе.
Диңгеҙ, диңгеҙ, һиңә юлланырмын
Һағыш тартҡан моңдар артынан.
Әле минең иләҫләнгән мәлем,
Тына белмәҫ йырҙар артыла...
Көтмәһәң дә...Табандарым яна, геүләп тора,
Мең һөйөнәм ошо халәткә.
Бәрәкәт бар йүгереп йөрөүҙәрҙә,
Мин – арымаҫ юлсы йәннәткә.
Ожмахымды ятҡа бирәһем юҡ,
Яулап алдым уны хеҙмәттә.
Кем кисергән ғазапланыу утын,
Доға ҡылған булыр түҙмәккә.
Табандарым яна, янһын әйҙә,
Иртәгәгә баға өмөтөм.
Йүгереп кенә йөрөп бар булайым,
Көтмәһәң дә, сабып төн етер...
Ыңғырашып
буран илай...Аяуһыҙ булды ғинуар,
Киттеләр ҡәләмдәштәр,
Эштәре ҡалды өҫтәлдә,
Биттәрҙе өтә йәштәр.
Йәштәр аҡһа ла эркелеп,
Ҡайтмаҫ шул инде улар,
Ыңғырашып буран илай,
Аһ, ауыр, ауыр юлдар.
Йәшәргә ине лә бит һуң,
Ни әҙерләгән яҙмыш,
Белмәй генә ҡала кеше,
Ҡасан бөтәсәк янып.
Аяуһыҙ килде йыл башы,
Эйәрҙе юғалтыуҙар,
Йәндәребеҙ имләнерме
Яралар уңалтыуҙан,
Яралар уңалтыуҙан?!
Ҡайтыр төҫлө... Ебәк тулҡын еле елпелдәтә
Тыныс торған уҫаҡ япрағын.
Һай, тәбиғәт, мөғжизәң бит серле,
Күңел белмәй уның ят сағын.
Ебәк тулҡын еле елпелдәтә,
Япраҡтарҙа нурҙар уйнатып.
Йым-йым итә уҫаҡ ынйы төҫлө,
Ҡарап торһаң, уйҙар уйлатыр.
Тәбиғәттең тылсымдары көслө,
Рәхәтлеге – урман эсендә!
Тыныслыҡтар табам күңелемә,
Ҡайтыр төҫлө киткән көсөм дә...
ҺөйгәндәргәҺөйгәндәргә яҙыр йырҙарым бар,
Моңдарым бар сабыр йәндәргә.
Йөрәк утын салт ҡояшҡа тиңләп,
Сыҡҡан улар ерҙе йәмләргә.
Ғашиҡтарҙың усаҡтары ҡыҙыу,
Башҡаларҙың күҙе ҡыҙырлыҡ.
Йөрәктә – ут, күңелдә дәрт булғас,
Етәкләшеп бергә уҙырлыҡ.
Һөйгәндәргә арнар йырҙарым бар,
Хистәремдең ашты ташҡыны.
Бәхетленән бәләләр ҙә ҡаса,
Һуңлабыраҡ ялмай ҡыш тыны.
Һөйгәндәргә – ынйы-мәрйен һүҙем,
Моң яҡтыһы арбай һүҙемде.
Яратышҡан йәндәр тыйнаҡ улар,
Бәхет ҡошо итер түҙемде.
Сал ҡыштарҙан ҡырауҙар ҙа төшмәҫ,
Аҙаштырмаҫ һеҙҙе бурандар.
Күңел тәҙрәгеҙ ҙә туңмаҫ һеҙҙең,
Ҡояш наҙы менән тыуғандар!
* * *
Сәсең ағарғанда, һарғайғанда,
Көндөң яҡтыһында төн ҡуйырһа,
Ни эшләрһең ошо ҡараңғыла,
Нишләрһең һуң, күңелең ойоһа?
Ҡара төндәр аяуҙы ла белмәй,
Ҡармай һаман үҙенең соҡорона.
Шул төндәрҙе иҫән сыға алһаң,
Ҡалған ғүмерең – йәнә отороңа!