Мәктәп уҡыусылары өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған әҙәби-музыкаль кисәгә сценарий
Сәхнә артында ҡурай моңо яңғырай.
Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
Мәшһүр шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы иҫкә алып, һәр ерҙә шиғриәт байрамдары, әҙәби кисәләр үткәрелә. Уның ижади ғүмере — ни бары 20 йыл. 50-се йылдар тирәһендә әҙәбиәткә килеп, 70-се йылдар уртаһында бик иртә арабыҙҙан китеп барҙы. Рәми Ғарипов — ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, үлемһеҙ әҫәрҙәр яҙып, исемен шиғриәттә мәңгелеккә ҡалдырҙы. Үҙе иҫән саҡта уның ни бары ете китабы ғына баҫылып сыға. Улар хәҙер поэтик алтын бәрәбәрендә.
Рәми Ғариповтың “Йүрүҙән” исемле тәүге китабы 1954 йылда донъя күрә. Беҙ уның “Таш сәскә”, “Һабантурғай йырҙары”, “Осоу”, “Аманат”, “Миләш-кәләш”, “Йондоҙло уйҙар”, “Умырзая йыры”, “Минең антологиям”, “Алырымҡош менән Бирмәмҡош”, “Возвращение”, “Горицвет” һәм II томдан торған “Һайланма әҫәрҙәр” китаптарын беләбеҙ.
Шағирҙың һүҙҙәренә “Сыңрау торна”, “Салауат”, “Кәкүк”, “Уйҙарым”, “Йүрүҙән”, “Ай-һай, Салауат”, “Бәхет”, “Әсәйем ҡулдары”, “Үтте лә китте йәшлегем” һәм башҡа бик күп йырҙар яҙылған.
“Ай-һай, Салауат” йыры яңғырай.
(Рәми Ғарипов һүҙҙәре, Артур Туҡтағолов музыкаһы)
1. Сабып сығып сал быуаттар
аша,
Сапсындырып суйын саптарын.
Оран һалып илгә, һай, Салауат
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.
Ҡушымта:
Ай-һай, Салауат,
Тыуған илдең ҡото,
Ай-һай, Салауат,
Тыуған илдең уты.
Ай-һай, Салауат,
Башҡортомдоң ҡаны,
Ай-һай, Салауат,
Үҙ халҡымдың даны.
2. Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры илдә тынмай,
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау.
Ҡушымта.
3. Сит ил дошмандары
сиктәр аша
Хөр халҡыма күпме таш сөймәҫ.
Батшаларға башын эймәгәнде
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ.
Ҡушымта
Рәми Ғариповты шағир итеп Салауат районының Арҡауыл ере үҫтергән. Бөгөн Арҡауыл мәктәбе ҡаршыһында яңы ағас йорт һәр кемдең иғтибарын үҙенә тарта. Унда — шағирҙың йорт-музейы. Иҫке йортта Гөлмәрйәм менән Йәғәфәр бабай ғүмер иткән. Гөлмәрйәмдең әсәһе Мария, Яубүләк ауылына башҡорт егетенә кейәүгә сығып, ислам диненә күсерелгән була. Марияны башҡорттар Мөхлисә килен тип йөрөткән. Мөхлисәнең балалары өсөн башҡорт теле туған тел булып китә. Гөлмәрйәмде Арҡауылдан ярлы егет Йәғәфәр ҡоҙалап кәләш итеп ала. Икеһе лә, етем балалар булып, 17 йәштә генә өйләнешә. Йәш ғаилә, ярлы булыуға ҡарамаҫтан, дуҫ, татыу йәшәй. Шул йортта Йәғәфәр бабай менән Гөлмәрйәм әбейҙең Рамил (Рәмил), Рауил, Урал, Мөршиҙә исемле балалары тыуып үҫә. Гөлмәрйәм оҙаҡ йылдар колхозда эшләй. Тырыш, эшһөйәр колхозсы була. Ураҡта ҡатын-ҡыҙҙарға ал бирмәй, район гәзитенә уны “колхоздың комбайны” тип маҡтап яҙалар. Алдынғы колхозсы “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Йәғәфәр бабай Арҡауылда колхоз рәйесе булып эшләй. Махсус белеме булмаһа ла, ул халыҡ менән эшләүҙә һәләтен күрһәтә.
1941 йылдың июнь айы. Немец фашистары Тыуған илебеҙгә баҫып инә. Олатайҙар, атайҙар менән бергә Йәғәфәр бабай ҙа фронтҡа китә. Мәрйәм апай береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала менән тороп ҡала. Бөтә ауырлыҡ өлкән бала Рәми елкәһенә төшә, әсәһе менән бергә бесәнгә, утынға йөрөй, урағын да урыша, туғандарын да ҡараша. Йәғәфәр бабайҙан хаттар йыш килә. “Балаларҙы һаҡларға, тәрбиәләргә, уҡытырға тырыш. Дошманды ҡыйратһаҡ, йәнә гөрләшеп йәшәрбеҙ”, — тип яҙа ул.
Гөлмәрйәм апай хаттарҙы йыйып бара. 1943 йылда почтальон Гөлмәрйәм апайға “ҡара ҡағыҙ” килтерә: “Һеҙҙең ирегеҙ Ғарипов Йәғәфәр батырҙарса һәләк булды”. Ғаилә ҡайғыны ауыр кисерә. Тик Гөлмәрйәм апай бөгөлөп төшмәй. 30 йәштә тол ҡалып, эшкә яраған балалары менән колхозда эшләүен дауам итә, балаларын тәрбиәләй, уҡыта. Ғүмер буйы Йәғәфәрем ҡайтыр тигән өмөт менән йәшәй.
Һуғыш бөтөүҙең икенсе йылында Рәми Ғарипов тыуған ауылында 7-се кластан һуң Өфөләге 9-сы башҡорт мәктәбенә килә. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме менән Мәскәүгә барып, А.М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға инә.
Хеҙмәт юлын “Совет Башҡортостаны” гәзитендә башлап ебәрә. Уның шиғриәте тәрән моң, йәшлек ялҡыны һәм һағыш менән һуғарылған. Рәми Ғарипов үҙенең ижадында халыҡтың тормош тәжрибәһенә, философик лирикаға, халыҡсан юморға таянып, тормошта йәшәүҙең мәғәнәһенә, айышына төшөнөргә ынтыла.
Ул үҙенә генә түгел, ҡәләмдәштәренә лә бик талапсан, ижадтарына ҡарата хәстәрле шағир була.
Тәржемә өлкәһендәге ижади уңыштарын да билдәләргә кәрәк. Урыҫ һәм башҡа милләттән булған һүҙ оҫталарының поэзия өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итеүҙе милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү өсөн иң кәрәкле эш тип һанай.
Йөрәктең иң нескә ҡылдарын тирбәтеп, мөғжизәле серле донъяла татлы хыялдарға сумып, төштәр күреп йоҡлап ятҡанда таң әтәсе ҡысҡырған тауышҡа ҡапыл тертләп уянғандай, телем, башҡортом, тип янып йәшәгән Рәми Ғариповтың ғүмере ҡапыл өҙөлә.
Рәми ағайға
Рәми ағай, ишетәһеңме?
Оран һала башҡорт халҡы,
Һағынып, әрнеп иҫкә ала
Ғәзиз халҡым, йәше, ҡарты.
Буранлы ҡыш, ел ыжғыра,
Һине уйлап йоҡом ҡаса.
Йырҙарыңды тыңлағанда
Йөрәгемде һағыш баҫа.
Ғәҙелһеҙлек, бар михнәтен
Һин был ерҙең татып киттең,
Шиғриәтең, аҡылың менән
Бар ғәләмде әсир иттең!
(Нурия Хәлилованың шиғыры).
Эйе, үкенескә ҡаршы, кеше йөрәге таш түгел, хатта таш та сыҙамай, ватыла. Ниңә ошондай алтын шәхестәребеҙҙе һаҡлай алманыҡ, ғәҙелһеҙлектең ҡорбаны булыуҙан ҡурсаламаныҡ икән!? Юҡ шул, үкенеүҙән башҡа бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ. Тик, үҙе үлһә лә, Рәми Ғариповтың әҙәби мираҫы үлемһеҙ! Ул тере, бөгөн дә беҙҙең арала! Рәми ағайҙың шиғырҙарын яратып өйрәнәбеҙ, йырҙарын йырлайбыҙ, сөнки кеше ғүмерен уның йәшәгән йылдары түгел, ә тәрбиәле балалары, ғәзиз халҡы, милләте, туған теле өсөн ҡылған изге эштәре билдәләй.
Уйҙарым
Ярты төндә уянып,
Йоҡлай алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы —
Таралышҡан ҡуйҙарҙы —
Ҡалай итеп йыяйым,
Ҡалай итеп тыяйым?
Ай Уралым, Уралым —
Ил һаҡлаған ҡоралым!
Ятып ҡалған төнөң бар,
Балҡып янған көнөң бар,
Телде һаҡлар халҡың бар,
Илде туплар хаҡың бар!
Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Рәми Ғарипов үлемһеҙ әҫәрҙәре менән халҡыбыҙҙың йөрәгендә уйылып ҡалды. Бар булмышын, йөрәк тибешен туған тел, рух, милләт яҙмышына арнаған шағирҙың “Туған тел” шиғырын белмәгән кеше юҡтыр.
Туған тел
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын.
Йыямын да гүзәл ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен,
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел.
Халҡым теле миңә — хаҡлыҡ
теле, —
Унан башҡа минең илем юҡ:
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Ғәҙелһеҙлек ҡорбаны булған Рәми Ғарипов йәш быуынға үҙенең аманатын әйтеп ҡалдыра:
Телең барҙа — илең бар.
Илең барҙа — иркең бар,
Иркең барҙа — күркең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар,
Ерең, күгең — икең бар,
Утың, һыуың — дүртең бар.
Ата-бабаң ҡалдырған һүҙ —
Аманатым шул һиңә,
Аманатым шул һиңә,
Аманатҡа хыянатһыҙ
Аҡыҡтан аҡ юл һиңә,
Аҡыҡтан аҡ юл һиңә!
Торғонлоҡ йылдарында әсе хәҡиҡәтте ярып һалыусы, дөрөҫлөктө яҡлап көрәшеүсе Рәми Ғариповҡа ғүмер юлында күп ҡайғы-хәсрәт кисерергә тура килә һәм ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә.
Рәми Ғариповтың исемен мәңгеләштереү буйынса республикабыҙҙа байтаҡ эшләнде һәм әле лә эшләнә. Уға 1992 йылда “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Шағирҙың исемен үҙе уҡыған 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты йөрөтә, һәйкәл, музей асылды, уның исемендәге әҙәби премия булдырылды. Рәми Ғарипов исемендәге урам бар. Балалары Салауат, Азамат — бынамын тигән ир арыҫландары, ә ҡыҙы Гөлнара Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатта эшләп йөрөй.
Шағирҙың:
“Барлыҡ йыуанысым шиғырҙарҙа,
Бар бәхетем халҡым телендә.
Халҡым ҡалһа, мин ҡалырмын,
Һүҙем йәшәр әле илемдә”, —
тигән һүҙҙәре ысынбарлыҡҡа тап килә. Рәми Ғариповтың башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны иҫ киткес юғары. Әҫәрҙәре халҡыбыҙ күңелендә мәңге йәшәйәсәк!
Нурия ХӘЛИЛОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Күмертау ҡалаһы.