Бөрйәндең халыҡ артисы22.01.2016
Бөрйәндең  халыҡ артисы
Йырсы, баянсы, нәфис һүҙ оҫтаһы, актер, режиссер... Кәрәк икән, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнап ебәрә, бейергә төшөп китә, хатта фокус та күрһәтә. Ғөмүмән, сәхнәгә ҡағылышлы барлыҡ һөнәрҙәрҙе тиерлек үҙләштергән. Бына шундай шәп кеше ул Яңы Усман ауылы клубы мөдире Шәфҡәт Мәжитов. “Үҙебеҙҙең халыҡ артисы” тигән исемде юҡҡа ғына таҡмайҙар инде.

Әйткәндәй, тап шул исем арҡаһында тыуҙы был мәҡәлә. Көндәрҙән бер көндө “Шәфҡәтте Бөрйәндең халыҡ артисы иткәндәр икән...” тигән хәбәр ишетелеп ҡалды. Ышанырғамы, юҡмы, тип торҙоҡ та үҙенә шылтыраттыҡ. “Аһ-аһ, шаярталар инде, былтыр район гәзитендә Таң­һылыу Баһауетдинова шулайыраҡ итеп яҙған да лаҡап китте лә барҙы, – тине ул. – Ә бына беҙҙең ауылдың һәүәҫкәр артистары тиҙҙән “халыҡ театры” тигән исем аласаҡбыҙ тип ҡыуанып йөрөй, Мәҙәниәт министрлығы ҡарар сығарған, имеш”.
Их, маҡтана ғына белмәй шул! Икенсе берәү булһа, ҡаҙаныштары хаҡында теле телгә йоҡмай һөйләргә тотонор ине. Мәҫәлән, клуб мөдире вазифаһында егерме йылдан ашыу эшләүе, 2009 һәм 2011 йылдарҙа Бөрйәндең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһындағы конкурста гран-при яулағаны, “Таң” гәзите редак­цияһы тарафынан былтыр йыл кешеһе тип баһаланғаны, райондағы “Иң яҡшы мәҙәниәт йорто” бәйгеһендә еңгәндәре хаҡында. Ауылдың театрына ҡағы­лыш­лы һорауҙарға ла етәксенең үҙе түгел, ә һәүәҫкәр артистар, тамашасылар тураһында ғына яуаптар ишетелде.
Ишетеп белеүебеҙсә, былтыр Рәлиф Кинйәбаевтың “Их, Байтимер дуҫ” тигән пьесаһын сәхнәләштереп, райондың төрлө мәҙәниәт йорттарында ҡуйғандар, Баймаҡ яҡтарына ла барып әйләнгәндәр. Бер мәл Өфөнән Республика халыҡ ижады үҙәге вәкилдәре килеп төшөп, спектаклде үҙҙәре өсөн тағы ла бер тапҡыр махсус күрһәтеүҙәрен һораған. Баҡһаң, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге Яңы Усман театрына “халыҡ” статусын юллап йөрөй икән. Әлегә тиклем дә байтаҡ пьесаны сәхнәгә сығарҙы бит ошонда шөғөлләнгәндәр.
Клубта шулай уҡ былтыр ун ҡатындан торған йырсылар ансамблен төҙөүҙәре, гармунсылар төркөмөн булдырыуҙары хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Шәфҡәт Мәжитов, шуны төпсөнә башлағас, тәүҙә йыр-моңға һәләтле, дәртле ауылдаштарының исемдәрен берәм-берәм һанап сыҡты, һәр ҡайһыһы хаҡында йылы һүҙен әйтте. “Былтыр Мәҙәниәт министр­лығы дәүләт гранты менән ярҙам итте. Йөҙ мең һум бирҙеләр! – тип ҡыуа­нысын уртаҡлашты ул. – Бик күп кәрәк-яраҡ килде шул аҡ­саға. Иң мөһиме – гармундар алдыҡ”.
Яңы Усман һәүәҫкәрҙәре теләһә ҡай­һы мәлдә тота килеп бынамын тигән концерт ойоштора ала хәҙер. Хәйер, элек тә талантлы кешеләре менән тирә-яҡта дан тотто был ауыл. Тик ҡайһы саҡта һәләтле булыу ғына етмәй, уйын ҡоралдары, аппаратура ла кәрәк. Ә барыһынан да бигерәк – ойоштороу­сының оҫталығы, йүнселлеге, абруйы.
Районға гастролгә килгән бер сәхнә оҫтаһының да Яңы Усманға һуғылмай китмәүе осраҡлы түгел. Бында клуб ише­ге бер ҡасан да бикле тормай. Геройыбыҙҙың: “Йәй етһә, себендән һәм артистарҙан күҙҙе лә асып булмай”, – тип мәрәкәләүе кемделер көнләштереп тә ҡуялыр.
Бөрйәндә Шәфҡәт Мәжитовты бел­мәгән кеше һирәк. Йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар, Көлкө көндәре, Еңеү байрамы, һабантуй уңайынан үткәрелгән сараларға махсус саҡыртып алалар уны район үҙәгенә. Тамашаларҙа пародиясы, йырсы, аккомпаниатор булараҡ сығыш яһаһа, ярыштарҙа алыштырғыһыҙ комментаторға әүерелә. Бай телмәрле, бер ваҡытта ла баҙап ҡалмаҫ ир-уҙаман көлдөрә лә, дәртләндерә лә, сәмләндерә лә, ғәрләндерә лә... Йырларға булһа, ҡатыны менән икәүһе генә оло бер концерт ойоштора ала.
Ысынлап та... Уның ғаиләһе ниндәй һоҡланғыс! Зинфира Рәүеф ҡыҙын студент сағында уҡ яҙмыш елдәре – атап әйткәндә, Өфөләге фенол бәләһе – Яңы Усманға ҡайырғайны. Мәктәпкә уҡы­тыусы булып килгән йәш, сибәр ҡыҙҙы армиянан әле генә ҡайтып төшкән сос, дәртле егет шунда уҡ үҙенә ҡаратты. Бер-береһен моңо менән дә арбаған­дарҙыр, күрәһең. Инде ике тиҫтә йылдан ашыу пар һандуғастарҙай гөрләшеп йәшәйҙәр. Биш бала үҫтерҙеләр! Сәнғәт кешеләренең, байрам, туй, концерт һайын ҡатнашып йөрөгәндәрҙең ғаиләһе шундай ишле булыуы – бик һирәк күренеш. Һоҡланғыс күренеш!
Донъяһы ялтлап тора Мәжитов­тар­ҙың. Шәфҡәт уҙаман гөлдәр ҡосағында йәшәй. Эйе, Гөлкәй, Фаягөл, Гөлзирә, Гөлсирен һәм хужабикә үҫтергән ғәжәйеп матур сәскәләр араһында, улы Сыңғыҙ менән. Үҙенең оҫта ҡулдары иһә ағастан һырлап мөғжизә артынан мөғжизә тыу­ҙыра: уның йөҙләгән семәрле тәҙрә яҡлауҙарын, өйө эсендәге йыһаздарын күргән ауылдаштары, туғандары тәьҫо­раттарын һөйләп бөтә алмай. “Өҫтәл-ултырғыстарын еректән яһаған. Шундай матур, тәтәй һымаҡ! Ә беҙ ул ағасты күҙгә лә элмәйбеҙ. Бүлмәләренең ишектәрен гармун рәүешендә эшләгән. Вәт, зауыҡ, оҫталыҡ!” – тиҙәр.
Хәйер, Бибисара һәм Әхмәтғәзе Мә­житовтарҙың ун балаһы араһында төп­сөк булып үҫкән Шәфҡәт ағай-апайҙары араһында бер ваҡытта ла айырылып торманы тиерлек. Өлкәндәре Ғәле балта оҫтаһы, йылҡысы, солоҡсо булараҡ танылһа, Хәлил, Исмәғил, Камил, Вәкил ағалары көрәш, саңғыла уҙышыу буйын­са тирә-яҡта дан алған, апайҙары ла һәр яҡлап өлгө күрһәтеп йәшәй. Йыр-моң­ға маһирҙар. Шәфҡәттә иһә ағас эше­нә әүәҫлек тә, үгеҙҙе йыға һуғырлыҡ көс тә бар. Артислығы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел бит инде. Бөтә ошо си­фат­тары уны тыуған еренә, атай ниге­ҙе­нә ныҡлы бәйләп тора, нәҫеленең, ауылының ҡотон һаҡларға рухландыра.


Вернуться назад